«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУШАҒАҢ МЕНӘН ҠУША ҠАРТАЙ!
+  - 


Бәлә-ҡазаға, уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡан берәү хаҡында бәғзеләрҙең "Заманында уның ата-әсәһе тегеләй-былай булды. Ана шуларҙың гонаһы балаларына төшкән", тигән һымағыраҡ фаразлауҙарын ишетергә тура килә. Үкенескә, күптәр хатта быға ышанып та ҡуя һәм "Нишләп Аллаһ Тәғәлә һис бер ғәйебе булмаған балаларына ата-әсәһенең ҡөһөрөн төшөрә икән?" тип һығымта яһай һалып та ҡуя.

Бындай хәлдәр тураһында иркенләп фекерләүҙәргә түгел, тик динебеҙ ҡанундарына ғына нигеҙләнеп һүҙ йөрө-төү кәрәк. Изге Ҡөрьән-Кәримдә ("Фатир" сүрәһе, 18-се аят): "...Бер кем дә икенсе кешенең гонаһын күтәрмәҫ, ауырлыҡ төшкән кеше уны күтәреүен һораһа ла, хатта яҡын туғаны булһа ла..."- тиелә. Ошо аяттан күренеүенсә, һәр кем үҙ гонаһы өсөн фәҡәт үҙе генә яуаплы. Кеше нисек кенә фаразламаһын, ата-әсәнең гонаһы балаһына, башҡа туғанына, ейән-ейәнсәрҙәренә төшә тип һанау Ислам дине ҡанунына тап килмәй! Балаларҙың сирләп, хатта үлеп китеүе һәм бүтән ваҡиғалар - улар тик Аллаһ Тәғәләнең тәҡдире, йәғни һис бер башҡа нәмә менән бәйләнеше булмаған айырым хәл, тип ҡарау кәрәк. Үкенескә, халҡыбыҙ ана шундай һәр төрлө шик-шөбһәләргә, ырымдарға ышаныусан. Быны Аллаһ илсеһе с.ғ.с. ҡәтғи тыйған. Әҙәм балаһына ниғмәт йә яза был донъяламы, әллә ахирәттә биреләме - ул Аллаһ Тәғәләнең генә эше, шуға күрә лә кемдеңдер бәлә-ҡазаһында ниндәйҙер туғанын ғәйепләргә ашыҡмайыҡ.
Ә бына ата-әсәнең балалары өсөн ҡылған доғаһы хаҡында фекер йөрөтөп алыу кәрәк тип һанайым. Ниндәйҙер эш боҙғаны өсөн, "ҡороп ҡалғыры" йә "башың серегер", йә булмаһа, "ҡулың ҡороғор" тип, бәғзе әсәләр үҙ балаларын әрләгәнен бала сағымда ишеткеләй торғайным. Ошо хаҡта ҡайтып, әсәйемә һөйләһәм, ул: "Балаларҙы бер ваҡытта ла ҡарғарға ярамай, әсәй кешенең ҡарғышы төшөүсән ул", - тигәне хәтеремдә. Үҙе һәр намаҙҙан һуң Раббыбыҙға мөрәжәғәт итеп, беҙҙең өсөн баҡый иман, һаулыҡ, бәхет һорап үтенер ине. Артабан: "Бала-сағаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең ҡайғы-хәсрәттәрен күрһәтмә, уларҙың тик шатлыҡтарын күреп йәшәргә насип ҡыл, үҙемде балаларымдың артына ҡалдырма (йәнәһе, балаларымдан алдараҡ үлергә насип ит)…" - тип, оҙаҡ ҡына теҙеп алып китер булды. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Барыбыҙ ҙа "башлы-күҙле" булғас, һәммәбеҙ өсөн тағы: "Йә Аллаһ, балаларымдың ҡушаҡтары менән ҡуша ҡартайыуын насип ҡыл", - тип тә ялбара торғайны ул. Бөгөнгө көн, үҙем инде олпат йәшкә еткәс, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, туғандарым, яҡындарым һәм милләттәштәрем хаҡында йышыраҡ уйланып, шул уҡ ваҡытта дин юлында булған атайым һәм әсәйемде көн дә иҫкә төшөрөп алам.
Беҙ, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдағы оло быуын кешеләре, үҙебеҙҙе "совет балалары", тип тә атап өйрәнгәнбеҙ. Беҙҙең заманда һәр кимәлдәге уҡытыусыларыбыҙ дин тотҡан инәйҙәр, олатайҙар хаҡында, йәғни, "иҫке замандың уҡыуы" бер аҙ тейгән боронғо кешеләр тураһында "Юҡ нәмә менән булышып йөрөгән наҙан, замандан артта ҡалған быуын" тигән һүҙҙәрҙе ҡаныбыҙға һеңдерҙе. Пионер, комсомол кеүек бөтөнләйгә динде инҡар иткән ойошмалар беҙҙең тәрбиселәребеҙ булды. Һәммәләребеҙ ҙә шуның аша үттек. Динебеҙҙе хатта әҙәм балаһының аңын томалаусы опиумға тиңләштереүҙән дә тартынманылар. Шуға ҡарамаҫтан, йөрәктәрендә иман йөрөткән туғандарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ һәр саҡ беҙҙең арала йәшәне. Ул быуынды ифрат та ябай ғына итеп "ата-олатайҙарыбыҙ" тип атап та ғәҙәтләнгәнбеҙ һәм шул дәүерҙә йәшәгән яҡындарыбыҙҙы һәр саҡ динле, иманлы кешеләр итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Ҡайҙалыр эшкә, уҡыуға, йә әрме сафына оҙатҡандамы, йә булмаһа, берәй ауырлыҡ килгәндә, сирләп киткән мәлдәребеҙҙә улар бер Аллаһ Тәғәләгә беҙҙең өсөн доға ҡылырҙар ине...
Ваҡыт тик бер урында ғына тормай шул. Һанаулы ғына йылдар үтеү менән әҙәм балалары ҡартая, әжәлдәре етеп, ахирәткә лә китеп бара. Был - фани донъя тормошо өсөн нормаль күренеш. Беҙҙе изге доғаларынан һис бер ваҡытта ташламаған олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ әллә ҡасан уҡ гүр эйәләре булды инде. Үҙебеҙ хәҙер оло ғына йәштәргә еттек тиерлек, артыбыҙса балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Тик бына ошо мәлдәрҙә генә шул ғәзиздәребеҙ өсөн Раббыбыҙға ялбарыуҙың ни тиклем ныҡ кәрәклеге хаҡында уйлана башлайбыҙ, доға ҡыла белгән яҡындарыбыҙҙың был донъяла юҡлығын тоябыҙ. Сөнки, күптәребеҙ инде сал сәсле олатай һәм өләсәйҙәр булып китеүебеҙгә ҡарамаҫтан, Аллаһ Тәғәләгә нисек мөрәжәғәт итеүҙе белеп еткермәй. Ошо ғибәҙәт төрөн өйрәнеүҙе ниндәйҙер айырым кешенең эше тип һанап, йылына бер мәртәбә өйгә мулла саҡыртып, доға ҡылдырып алыу менән генә сикләнә күпселек. Һүҙ юҡ, хәҙрәттәр, имамдар - һәр төрлө ғибәҙәт тәртибен яҡшы белгән, махсус белемле кешеләр. Әммә бүтәндәр өсөн Аллаһ Тәғәләгә ялбарыу уларҙың төп бурысына инмәй. Уларҙың төп тәғәйенләнеше - башҡаларҙы тура юлға өндәү, хаҡ дингә өйрәтеү. Ә беҙҙең эш - уларҙан өйрәнеү. Ни өсөн бына ошо мәсьәләгә яҡташтарымдың иғтибарын йүнәлтергә тырышам әле? Сөнки балалары өсөн Раббыбыҙға ата-әсәләрҙең шәхсән үҙҙәре ялбарыуына бер ни ҙә етмәй! Баштараҡ, үҙемдең әсәйем мәрхүмә доғаһы хаҡында бер аҙ әйтә биргәйнем бит әле. Әлхәмдүлиллаһ, ғаиләбеҙҙә үҫкән бишебеҙ ҙә бөгөнгө көндә әлегә иҫәнбеҙ. Оло ағайыма 82, ә иң кесе ҡустыбыҙға - 64 йәш. Иң мөһиме: барыбыҙ ҙа йәштән ҡауышҡан "ҡушаҡтарыбыҙ менән ҡуша ҡартайып" киләбеҙ (Аллаһ бәрәкәт бирһен!).
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с өс кешенең ҡылған доғаһы айырыуса ҡабул булыусанлығы хаҡында әйткән хәҙис бар. Береһе - мосафир (үҙенең тыуған еренән ситтә, сәфәрҙә булған кеше), икенсеһе - кемдеңдер тарафынан нахаҡҡа рәнйетелгән кеше, өсөнсөһө - ата-әсә. Танышмы ул, түгелме, әммә, борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сәфәрҙә булған кешегә һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән. Шулай уҡ башҡаларҙы нахаҡҡа рәнйетеүҙең ниндәй хәүефле икәнен дә белгәндәр, рәнйегән кешенең бәддоғаһынан ҡурҡҡандар... Ата-әсә ихлас ҡылған доға һис шикһеҙ ҡабул буласағы хаҡында ла Бәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәрен яҡшы белгән әүәлге ата-олатайҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ үҙҙәре тереклектә саҡта ана шул изге бурыстарын үтәргә тырышҡандар.
Һүҙ аҙағында. Ата-әсәнең, изге доғаһы ғына түгел, ә бәддоғаһы ла ҡабул булыу ихтималлығы хаҡында онотоу ярамай һәм ошо эштән һаҡланыу тейешле. Берәй эш боҙғаны өсөн үҙҙәренең шаян балаларын ҡыҙҙырған саҡта ата-әсәләр (айырыуса әсә кешеләр) һәр һүҙҙе уйлабыраҡ әйтергә кәрәклекте лә гел генә иҫтәрендә тотһон ине. Был бик етди мәсьәлә. Бәйғәмбәр хәҙисенә таянып, үрҙә әйтелгән бына ошо мәғлүмәттәрҙе һис кенә лә төрлө хөрәфәттәр (йылан ҡарғышы, йә иһә ниндәйҙер ағас ләғнәте, йә булмаһа берәй үлгән кеше рухының зәхмәттәре һымаҡ кешеләр уйлап сығарған юҡ-бар нәмәләр) менән бутарға ярамай. Ҡәҙерле балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең тик изге доғаларыбыҙҙан ташламайыҡ, хөрмәтле ата-әсәләр!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 129

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru