«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТАРИХ АША КИЛӘ
+  - 

Уҡырға яратам мин. Был ғүмеремдә байтаҡ әҫәрҙәр уҡыным, уҡыйым. Ҡасандыр Михаил Шолоховтың "Тымыҡ Дон"ы донъя күргәс, шул тиклем мауығып уҡығайным. Салауат ҡала китапханаһында сират тороп, ул китапты саҡ ҡулға эләктергән 1950 йыл һис тә онотолмай.

Был әҫәрҙе бөгөн Дон казактарының фажиғәле яҙмышы тип баһалайҙар. Шулайҙыр. Ә бына башҡорт халҡының кисергән фажиғәле яҙмышын Силәбе яҙыусыһы, тарихсы һәм журналист Рәшит Хәкимов "Япон мулла" романында иҫ киткес итеп тасуирлай. Ошоғаса бындай әҫәр уҡығаным булманы. Был роман "Ватандаш" журналының быйылғы бер нисә һанында баҫылды. Был хаҡта яҙыуым шунан. Унда Баймаҡ районынан Биктимер Солтанов тигән кеше бер нисә урында телгә алына. Ул башҡортҡа хас һәләттәрҙең береһенә эйә - ҡурайсы. Тик Колчак, һуңынан Семенов армияһында булып, сит илгә сығып китә. Һағынып-һарғайып, киренән тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Әммә 1937-1938 йылдарҙағы золом ҡорбанына әүерелә һәм һөргөнгә ебәрелгән ерҙә, Көнсығышта мәңгелеккә тороп ҡала. Үтә лә әсе, тетрәндергес яҙмыш. Ҡыҙыҡ, ә ул шәхес ысынында ла булғанмы? Әллә тик әҫәр геройымы? Ысынбарлыҡтағы шәхес булһа, бәлки, бында нәҫел-ырыуы йәшәп яталыр? Шәхесте күргән-белгәндәр ни уйлай икән? Гәзит биттәрендә шуларҙың хәтирәләрен, уй-фекерҙәрен белге килә бик тә! Әйткәндәй, әле тыуған ауылым Ҡашҡарҙа (Йылыйыр районы) 1937 йылғы золом ҡорбандары иҫтәлегенә (6 кеше атылған, 4-һе һөргөнгә ебәрелгән) стела әҙерләнгән. Был бик кәрәкле эш, золом ҡорбандарын да оноторға тейеш түгелбеҙ.
Баяғы Рәшит Хәкимов романына кире ҡайтып, ундай әҫәрҙе уҡығаным булманы, тип ҡабатлайым. Тетрәндем. Башҡорттоң ирекле йәшәргә ынтылған ер кешеһе булғанына тағы бер инандым. Ошоғаса Башҡорт иленең Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуы хаҡында һөйләнек. Ҡушылғандыр, сөнки күрше ҡәүемдәр көс йә алдыҡ юл менән Рәсәй батшалығына тоғро хеҙмәт итеп, башҡорт ырыуҙарына ҡаршы эш алып бара, йыш һөжүм итә, тыныс йәшәргә ирек бирмәй. Йәнәһе лә, башҡорт Рәсәй дәүләтенә ҡаршы. Башҡорт Рәсәйгә бер көндә генә баш һалмай, ә йылдар буйына килешеү юлы менән ҡушыла. Ул сүрәттә лә башҡорт аҫабалыҡты төп шарт итеп ҡуя - ер халыҡ ҡарамағында ҡала. Илгә хеҙмәте иһә сиктәрҙе һаҡлау, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыу, яһаҡ түләү. Рәсәй ҡаһарман халыҡты хәрби походтарҙа, сит илдәр менән һуғышта оҫта файҙалана. Рәсәйгә ҡушылыуына бер йыл да үтмәй, Мәскәү батшалығының Ливон һуғышында, аҙаҡ Рәсәй империяһының бөтөн хәрби бәрелештәрендә лә ҡатнаша башлай. Әҙ булмай башҡорт яугирҙарының дошман ҡотон алырлыҡ батырлыҡтары.
Шуныһы ғәрлеккә тейә: мәктәптәр һәм вуздар өсөн нәшер ителгән тарих дәреслектәрендә башҡорт ярым ҡырағай, аңһыҙ, тарҡау халыҡ итеп һүрәтләнә килде. Беҙҙең халыҡтың аҡыллы, ҙур ойоштороу һәләтенә эйә сифаттары, танылған ҡыйыу шәхестәребеҙ хаҡында федераль дәреслек һәм уҡыу программаларында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, уларҙы күрәләтә күрмәмеш тә белмәмеш булалар. Тик Салауат батырыбыҙ хаҡында Емельян Пугачевтың көрәштәше булараҡ ҡына бер аҙ әйтеп кителә ине. Башҡа бихисап күренекле шәхестәребеҙ хаҡында хатта үҙебеҙ ҙә оҙаҡ йылдар белмәнек. Рәсәйҙе мәғдән менән эш итергә өйрәткән Надир Уразмәтов, Исмәғил Тасимов кеүектәр, ғөмүмән, телгә алынмай ине.
Ә бына сағыштырмаса йәш автор Рәшит Хәкимов үҙ әҫәрендә башҡорт халҡының фажиғәле тарих биттәренән ҡайһы бер билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе документаль нигеҙҙә асып бирә алған. Тарихыбыҙ ҡатламдарында ҡалып, онотола яҙған ана шундай ваҡиғалар һәм шәхестәр мәктәп һәм вуздарҙың тарих дәреслектәренә индерелһен ине. Йәш быуын үҙ халҡы һәм ватанының үткәне аша ғына бөгөнгөнө баһалай ала һәм ысын илһөйәр булып үҫә.

Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru