«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УЙЛАМАЙ ЯҘҒАН - АУЫРЫМАЙ ҮЛГӘН!"
+  - 


Гәзитебеҙҙең 37-се һанында Әғләм Шәриповтың ошондай баш аҫтындағы мәҡәләһен көлә-көлә уҡыным. Күптән шулай рәхәтләнеп көлгәнем юҡ ине. Көлөрлөк тә шул! Сәүит ваҡытындағы йәшлек мәлендә үҙе тарыған бер мәҙәк хәлде бәйән иткән ул. Аят мәжлесенә саҡырылғас, унда, ниндәйҙер сәбәп менән, башҡаларҙан алдараҡ килгән. Өҫтәлдә ятҡан әруахтар исемлеген күреп ҡалған һәм, саҡырылған ҡунаҡтарҙың исемлеге икән тип уйлап, үҙенең исемен дә шунда өҫтәп яҙып ҡуйған авторыбыҙ. Шулай уның, аңғармаҫтан, үлгәндәр исемлегенә барып инеү тарихын уҡып, күптәрҙең "һындары ҡатҡандыр"…

Мәҡәләнең башын әҙерәк кенә иҫкә төшөрөп алайыҡ әле, шулай ҙа. Ауылдарыбыҙҙа бөгөнгө көндәрҙә йыш ҡына үткәрелә торған ғә-ҙәттәге "аят мәжлесе" һүрәтләнгән унда. Етди, талапсан мулла бабайҙың мәжлескә йыйылған ҡунаҡтарҙан тәһәрәтле булыуҙы талап итеүе, түбәтәй мәсьәләһенә лә ныҡ ҡына иғтибар бирелеү һымаҡ күренештәр менән ҡайһы берәүҙәр, бәлки, таныштыр. Йәнә ҡунаҡтар ашай торған өҫтәлдең буш булыуы (шунда торған тоҙ һауыттарын иҫәпкә алмағанда) ла ул саҡтағы совет кешеһен - буласаҡ авторҙы аптыратҡан. "Тәһәрәт" һүҙе әллә "түбәтәй" тигәнде аңлатамы икән, тип икеләнгән йәш кеше уңайһыҙ хәлгә ҡала. Ул саҡта дингә ҡағылышлы һәр нәмәгә кире ҡараш тәрбиәләү, Ҡөрьән аяттары уҡыу, тәһәрәт, намаҙ һымаҡ нәмәләрҙе йәштәргә мөмкин тиклем өйрәтмәү, хатта тыйыу сәйәсәте лә алып барыла ине бит. Бөгөнгө көндә, әлбиттә, бындай һорауҙар әллә ни килеп тыумай. Әлхәмдүлиллаһ, йәштәргә ошо ғилемде алыуға бер ниндәй тотҡарлыҡ юҡ.
Мин үҙем дә йыш ҡына саҡырылам ана шундай мәжлестәргә. Ошо мәсьәләгә айырыуса иғтибар итеүемдең сәбәбе лә шулдыр. "Әлеге автор мәҡәләһендә йәш саҡтағы мажараһын яҙған, ә был етмеште ҡыуып барған ағайға ни ҡалған икән?" тиә күрмәгеҙ берүк: өс-дүрт йылдар элек мин дә нәҡ шундай "строгий" мулла бабай булған мәжлескә юлыҡтым ул. Алданыраҡ әйтеп ҡуяйым: тәһәрәттең нимә икәнен һәм уның ни өсөн кәрәклеген дә күптән белә инем, әлбиттә. Динебеҙҙең башҡа талаптары менән дә ныҡлап танышып, уларҙы хәлемсә үтәп йөрөгән мәл.
Әлеге мәҡәләләгенән айырмалы, мулла был мәжлескә иртәрәк килгән ине. Беҙ, бер нисә кеше, бер аҙ һуңғараҡ индек тә, йыйылғандарға "Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!" тип сәләм бирҙек. Мосолмандарса, бер-беребеҙгә ҡул биреп күрешә башланыҡ. Беҙҙең аранан олораҡ бер ағай һикһән йәштәрҙән уҙған әлеге мулла бабайға ҡул бирергә уҡталды, тик бабай уға ҡулын һонорға ашыҡманы: "Ҡулыңды йыуҙыңмы?" тип һораны. Ике ҡулын һоноп, уҫал ҡарашлы мулланың һорауына ни тиергә белмәй ыҡ-мыҡ итеп ҡатып ҡалды ағай. "Бар, ҡулыңды йыу!" тип, бабай уны үҙенең янынан ҡыуып ебәрҙе. Икенсе бер ағай ҙа тап ана шундай "отказ" алды. Улар йыуыныу бүлмәһенә инеп киттеләр. Мин, инде байтаҡ йылдар үҙем дә бәғзе ваҡыт таныш-белештәр, туғандар араһында "мулла" вазифаһын ҡәҙимге атҡарып йөрөгән кеше булараҡ, сәләмләү һүҙҙәрен ҡабатлап, был ҡартҡа ҡыйыу ғына итеп ҡул һондом: "Әссәләмү ғәләйкүм!" Әммә минең дә сәләмемде алманы бабай, ҡул йыйыу-йыумауым хаҡында ҡырҡа ғына һорауын ҡабатланы. "Мин - тәһәрәтле!" тинем, асыҡ ҡына итеп, тағын ҡуш ҡулымды һондом. Әммә бабай, сәләм алыу урынына, бер ҡулы менән үҙенән себен ҡыуған һымаҡ ишараланы. "Тә-һәрәтле кешенең ҡулы мотлаҡ йыуылған була ла баһа!" - тинем уға, аптырағас. Әммә бабай барыбер ҡул бирмәне. "Мосолман кеше сәләм бирһә, уның сәләмен алып, яуап ҡайтарыу - фарыз бит", тип кенә әйттем дә, башҡаса һүҙ ҡуйыртып торманым. Ашар алдынан бөтә кеше ҡул йыуа инде, ул хаҡта һәммәһе белә. Әммә ҡунаҡтарҙың иғтибарын шундай ныҡ йәлеп иткән был ҡартты мин аңлап етмәнем…
Һәр саҡ тәһәрәтле булыу, әлбиттә, насар түгел. Тик, динебеҙ ҡанунына ярашлы, тәһәрәт алыу, башлыса, намаҙ уҡыр алдынан тейешле. Шулай уҡ, изге китапты - Ҡөрьән-Кәримде ҡулға алыу өсөн дә тәһәрәтле булыу фарыз. Әммә кеше менән күрешеү, йә иһә берәй мәжлестә ултырыу өсөн тәһәрәт алыу талап ителмәй. Үҙеңде күп белгән кеше итеп күрһәтеп, халыҡҡа шундай артыҡ ҡәтғи талаптар ҡуйыу дин мәсьәләләрен әлегә белеп етмәгән, әммә иманға ылығырға теләге булған йәштәрҙе "өркөтөүгә", уларҙы Ислам диненән дүндереүгә алып килмәгәйе, тип борсолам мин ана шундай осраҡтарҙа. Бәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһис-сәләм, кешеләрҙе ҡурҡытмай, дингә яғымлы, йомшаҡ ҡына итеп саҡырыу кәрәклеге хаҡында риүәйәт бар. Әлеге Әғләм уҙаман иҫкә алған мәҡәләләге ҡарт та ошо мәсьәләлә хаҡлы булмаған, тәһәрәт талап итеп, йәш кешене аптырандырған, тимәксемен.
Икенсенән, ашамлыҡ торған табында ла Ҡөрьән аяттары уҡыу диндә һис тыйылмаған. Үкенескә, "боронғо йола" тип, өҫтәлгә ашамлыҡтарҙы алдан ҡуйыуҙы ла ҡәтғи тыйыусылар бар. Ә инде әлеге түбәтәй мәсьәләһенә килгәндә, түбәтәйҙе өйҙә онотоп ҡалдырғандан да бер ни юҡ! Ир кешенең сәсе ғәүрәткә һаналмай, яланбаш ултырыу ҙа тыйылмай ир кешегә. Бәғзе берәү, әлеге мәҡәләләге һымаҡ, ҡулъяулыҡтың мөйөштәрен төйөп, йә булмаһа, кепкаһын артҡа ҡаратып кейеп, әлеге "строгий" бабайға ярарға тырыша тырышыуға, әммә уныһы - артыҡ… (Ҡатын-ҡыҙға, әлбиттә, бындай табындарҙа саҡта ла яулыҡта, итәкле, оҙон еңле күлдәктә булыу, муйынын ҡаплау мотлаҡ. Сөнки гүзәл зат тәненең шул һанап кителгән өлөштәре ғәүрәткә (йәшерен булырға тейешле) һанала. Ҡатын-ҡыҙ был хаҡта үҙе лә яҡшы белә тип уйлайым).
Ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер табында ултырыуы хаҡында. Оҡшаймы ул беҙгә, әллә юҡмы, әммә быны динебеҙ хупламай. Бабайҙар уны уйлап сығармаған. Дин ҡанундарын яҡшы белгән боронғо беҙҙең ҡартатай-ҡәртәсәйҙәр башҡа-башҡа йорттарҙа (бүлмәләрҙә) ултырышҡандар. Хәҙер өҫтәлдәрҙе бер аҙ башҡалап, шартлы рәүештә бүленешеп ултырғандарын күргеләйем. Исмаһам, ана шулай итеп кенә булһа ла, дин талаптарын дөрөҫ үтәргә яҡынларға тырышыу кәрәк, әлбиттә. Тик, бая әйтмешләй, шәриғәттә булмаған, һәр төрлө кәрәкмәгән тыйыуҙар менән халыҡтың башын ҡатырыу ярамай тимәксемен. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, дингә артыҡ нәмәләр өҫтәп, уны ҡатмарландырыуҙы ҡәтғи тыйған.
Күптәр, бәлки, иғтибар ҙа иткәне барҙыр: һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙҙа мәҙрәсә тамамлаған йәш имамдар күп кенә. Улар бер ваҡытта ла халыҡҡа башта һөйләнелгән һымаҡ кәрәкмәгән талаптарҙы ҡуймай. Берәй нәмә әйтергә кәрәк булһа, тик Ҡөрьән аяттарына йә иһә Аллаһ илсеһенең сахих хәҙистәренә таяна улар. Һүҙҙәренең ана шул ышаныслы ике сығанаҡ менән раҫланыуы хаҡында ла әйтәләр. Бына шундай әҙәпле, ғилемле имамдарыбыҙға йыш ҡына һорауҙар биреп, дин мәсьәләләрен уларҙан өйрәнергә тырышыу кәрәк. Юғиһә, имамдың аяттар уҡып, доға ҡылғанын көтөп кенә ултырып, хәйер бирешкәндән һуң ашап туйғас, өйҙәргә таралышып китеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru