«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФӘҠӘТ ҮҘГӘРЕШТӘР АША...
+  - 

Һанай китһәң, беҙгә суверенитет бик күпте бирҙе, бөгөн беҙ ул йылдарҙа өлгәшкәндәрҙең күпселеген юғалтып та өлгөрҙөк. Шулай ҙа, хәҙерге көн күҙлегенән ҡарағанда, нимә бирҙе һуң беҙгә суверенитет? Был йылдар башҡорт милләте өсөн нимәһе менән әһәмиәтле? Ошо һорау менән сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур Әнүәр улы ӘЙҮПОВҡа мөрәжәғәт иттек:

- Суверенитет иҡтисади һәм сәйәси үҙаллылыҡ шарттарында республикаға, уның халҡына, башҡорт халҡына ҙур бер баҫҡысҡа күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Башҡорт милләтенә уның тарихы, меңәрләгән батыр улдары әйләнеп ҡайтты, милли теле, мәҙәниәте, сәнғәте үҫеште һәм быларҙы башҡорт милләте бер ҡасан да онотмаясаҡ һәм бынан һуң бер ваҡытта ла ошо егерме йылдан артыҡ йәшәгәндән түбән кимәлдә йәшәргә риза булмаясаҡ. Милләттең тарихи хәтере уяныуының төп әһәмиәте бына ошонда.
Дәүләт суверенитетын иғлан иткәс, беҙ ике референдум үткәрҙек. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҙаллылығы һәм Рәсәй Федерацияһы менән килешеү мөнәсәбәте өсөн республиканың 75 процент халҡы ыңғай тауыш бирҙе. 1990 йылдың СССР ҡануниәте буйынса беҙ Союз килешеүенә ҡул ҡуйырға тейеш инек.
Бөгөн беҙ юл сатында. Ысынлап та, милләт артабан ни эшләргә тейеш? Һуңғы егерме йыл тик башҡорттар файҙаһына ғына булды, тип яңылыш уйлаусылар ҙа бар. Был йылдар эсендә республикабыҙҙа йәшәгән бар милләттәр татыу йәшәне. Миңә Раил Кузеевтың милләткә ҡарашы оҡшай. Ғалим милләтте бер туҡтауһыҙ хәрәкәт итеүсе күренеш тип атай. Был процесс өс факторға бәйле: тәбиғи-тарихи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-сәйәси факторҙар. Төрлө тарихи осорҙа төрлө факторҙар үҫеш процесын, уның йүнәлешен билдәләй, әммә был процесты туҡтатыу мөмкин түгел. Уны башҡалар туҡтата һәм емерә алмай, тик милләт үҙе генә быны эшләй ала.
Бөгөн туған телде һаҡлау проблемаһы бик киҫкен тора. Беҙ һаман да, туған телебеҙҙе дәүләт һаҡларға тейеш, тип ҡарайбыҙ. Минеңсә, туған телде иң беренсе нәүбәттә милләт үҙе һаҡларға бурыслы. Әгәр ҙә башҡорт балаһы үҙенең туған телен өйрәнмәй икән, ғаилә был эштән ситтә икән, дәүләт ярҙамы менән генә туған телебеҙҙе һаҡлап булмаясаҡ.
Тағы бер мөһим мәсьәлә. Киләсәктә милләт фәҡәт үҙгәрештәр аша ғына үҫә аласаҡ. Беҙ күп осраҡта үҙгәреште бик ябайлаштырабыҙ. Башҡорт кешеһе Австралиялағы, Америкалағы башҡорттар менән интернет аша бәйләнеш алып бара ала икән, был хәҙерге быуат өсөн күрһәткес була ала.
Мин яңыраҡ Юғары Советтың суверенитет хаҡында Декларация ҡабул ителгән сессияһы материалдарын яңынан ҡарап сыҡтым. Заманында был тарихи документ бик ентекләп, төрлө яҡлап тикшерелеп, халыҡ депутаттары тарафынан бер тауыштан ҡабул ителгән. Сессияла ҡатнашҡан 264 депутаттың өстән бер өлөшө самаһы ғына башҡорт булыуға ҡарамаҫтан, бер кеше генә ҡаршы тауыш биргән, 4 кеше бөтөнләй тауыш бирмәгән. Был, Декларация ваҡытында бөтә халыҡ мәнфәғәттәренә яуап биргән, тигән һүҙ.
Ә бөгөн хәл нисек һуң? Һис шикһеҙ, республика халҡы Республика көнөн ҙур байрам итеп билдәләй. 11 октябрь бөтә халыҡтар өсөн дә ҡәҙерле. Ул беҙҙең аңыбыҙҙы үҫтерҙе, киләсәккә өмөтөбөҙҙө нығытты, үҙ көсөбөҙ, булған байлығыбыҙ, емешле хеҙмәтебеҙ менән Рәсәйҙә үҙаллы булып, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күреп, төрлө халыҡ вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәй алабыҙ тигән фекерҙе нығытты. Суверенитеттың төп әһәмиәте, минеңсә, бына шунда.
Әммә демократия булғас, бүтән төрлө фекерҙәр ҙә бар. Бигерәк тә интернетта республиканың үҙаллылығын, милли мәҙәниәттең, сәнғәттең үҫешен, тарихты, ауылдарҙың үҙгәрешен һанға һуҡмай, Башҡортостанға бәйләнгән бөтә нәмәне яманлаусы бәндәләр күбәйҙе. Шуға күрә беҙ, суверенитет дәүерендә республикала йәшәгәндәр, уның киләсәге тураһында уйлағандар, бындай күренештәргә ҡаршы торорға, үҙаллылыҡтың әһәмиәтен бүтәндәргә лә аңлатырға тейешбеҙ. Был - бер.
Икенсенән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының, бигерәк тә республикаларҙың үҙаллылығы мәсьәләһе көн тәртибенән төшкәне юҡ. Сөнки төбәктәр үҙаллылығы, уларҙың киләсәктә үҫешен тәьмин итә алыуы - ул дөйөм илдең үҫешен тәьмин итеү, тигән һүҙ. Үҙәктән ярҙам көтөп, үҙәктең ауыҙына ҡарап ултырып, алға барып булмай. Ең һыҙғанып эшләп, үҙ төбәгеңде алға сығарып ҡына бөтә Рәсәйгә ярҙам итергә, уны көслө дәүләткә әүерелдерергә була. Үҙаллылыҡ - ул үҙең һәм илең өсөн яуаплылыҡ тигән һүҙ. Был хәҡиҡәтте беҙ ни тиклем тиҙерәк аңлаһаҡ, аҙымыбыҙ ныҡ, киләсәгебеҙ ышаныслы булыр, тигәнгә инанам.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru