«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫУ ЮЛЫ ҠАПҠАҺЫ БЫЛ!
+  - 

Республика көнө байрамына матур бер ваҡиға булып өҫтәлеп, Башҡортостандың баш ҡалаһында, Ағиҙел яры буйында, круиз лайнерҙары һәм йылға суднолары туҡталған урында, йылға ҡапҡаһы - колоннада барлыҡҡа килде.

Өфөлә бындай объекттың барлыҡҡа килеүе яр буйын йәнләндерәсәк. "Бер нисә йыл элек беҙ йылға флотын тергеҙеүгә тотондоҡ. Йыл һайын Өфөгә күп палубалы суднолар килә, улар башҡа төбәктәрҙән йөҙҙәрсә ҡунаҡ алып килә. Яңыртылған йылға ҡапҡаһы - Өфөнөң туристик картаһында мөһим урын буласаҡ", - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Ысынлап та, Өфөлә бөтә транспорт төрҙәре - автомобиль, тимер юл, һауа өсөн ҡапҡалар бар, ә тиҙҙән йылға ҡапҡалары барлыҡҡа киләсәк. "Бындай ротондалар, колоннадалар йылға буйында урынлашҡан ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, бөтә ҡалаларҙа ла бар. Волгоград, Түбәнге Новгород, Ижевск, Һамар һәм башҡалар - уларҙың бөтәһенең дә үҙ йылға ҡапҡалары бар. Был традиция сауҙагәрҙәр заманынан килә. Өфөлә барлыҡҡа килгән йылға ҡапҡаһын халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте, Өфөнөң яңы иҫтәлекле урыны тик ыңғай эмоция ғына тыуҙырасаҡ. Беҙҙең ҡалала төрлө дәүерҙәрҙе символлаштырған архитектура ҡоролмалары бар, әммә тап тарихи архитектура айырым иғтибар йәлеп итә. Беҙҙең колоннада, әлбиттә, яңы, әммә уның башҡарылған стиле бик ҡыҙыҡлы. Сухуми колоннадаһы бик яҡшы өлгө, ул беҙҙең яр буйының лайыҡлы биҙәге булыр, тип уйлайым", - тип билдәләне Башҡортостандың Архитекторҙар союзы етәксеһе Илдар Садиҡов. Өфөләге колоннада - 1949 йылда төҙөлгән һәм Сухуми ҡалаһының визит карточкаларының береһенә, халҡының яратҡан ял итеү һәм йөрөү, туристарҙы йәлеп итеү урынына әйләнгән объекттың теүәл күсермәһе. Уның 2024 йылда барлыҡҡа килеүе Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына ғына түгел, Башҡортостан менән Абхазияның дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙең 20 йыллығына ла бүләк булып тора.
"Быйыл дуҫлыҡ Һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә 20 йыл тула. Әммә ныҡлы мөнәсәбәттәрҙең тамырҙары тарих төпкөлөнә барып тоташа. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында, Волга буйында ҡот осҡос аслыҡ булғанда, абхаз ҡәрҙәштәр республикабыҙға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙҙең яугирҙар бөтә Советтар Союзында билдәле абхаз шифаханаларында һаулығын нығыта. 90-сы йылдарҙа, грузин-абхаз конфликты башланғас, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Унда нефть продукттары эшелондарын ебәрәләр. Башҡортостан табиптары бойондороҡһоҙ Абхазияның яралы яугирҙарына операция яһаны. Республика вуздарында абхаз студенттары, шул иҫәптән буласаҡ медиктар белем алды", - тип, халыҡтар дуҫлығы традициялары хаҡында һөйләне Радий Хәбиров.
Шулай итеп, Өфөнөң яр буйы яңы мәғәнә менән тула, колоннаданан алыҫ түгел тағы бер символ - 1957 йылда рус һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығы билдәһе итеп төҙөлгән Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан, унһыҙ бөгөн Өфөнө күҙ алдына килтереүе ҡыйын, бында рәсми саралар һәм байрамдар үтә, монумент янына туристар килә. Яҡында ғына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өфөләрҙең хеҙмәт батырлығын символлаштырған "Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" стелаһы урынлашҡан. Колоннада шулай уҡ мөһим объектҡа әйләнергә тейеш.

Роман ЯКИМЧУК.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 57

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru