«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ СИРҘЕ ЙОҠТОРМАУ ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ ИХТЫЯРЫНДА
+  - 


Ошо көндәрҙә СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге 35 йыллығын билдәләне. Башҡортостанда өс тиҫтә йылдан ашыу ВИЧ-инфекцияны - "ХХ быуат тағуны"н иҫкәртеү хеҙмәтенең үҫеше, уның алдында торған бурыстар хаҡында Үҙәктең баш табибы Рафаэль ЯППАРОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Рафаэль Ғәли улы, әңгәмәне республиканың СПИД үҙәген ойоштороу тарихынан башлайыҡ...

- Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияһы эпидемияһының рәсми тарихы 1987 йылда башлана. Шул уҡ йылда республикала тәүге һигеҙ сирле һәм ике ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡлана. Шуға бәйле һәм РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1989 йылдың 24 апрелендәге бойороғон үтәү өсөн БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән 1989 йылдың 1 авгусында СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге булдырыла.
1987 йылдың майында ВИЧ-инфекцияға донорҙар скринингын тормошҡа ашырыу өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһында СПИД-ты диагностикалау лабораторияһы асыла. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығының СПИД ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса комиссияһы төҙөлә.
1987 йылдың ноябрендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ВИЧ-инфекцияға беренсел скрининг үткәреү өсөн СПИД-ты диагностикалау лабораторияһы эшләй башлай. 1989 йылдың февралендә Салауатта, Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Нефтекамала һәм Малаяҙҙа СПИД-ты диагностикалау өсөн район-ара лабораториялар барлыҡҡа килә. Бер йылдан һуң Бәләбәйҙә, Бөрөлә, шулай уҡ Өфөлә тире-венеорология диспансеры ҡарамағында СПИД-ты диагностикалау район-ара лабораториялары ойошторола.
1991 йылдың февралендә Республика СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге СПИД консультация-диагностика үҙәге тип үҙгәртелә, уның ҡарамағында консультация-диагностика үҙәге лабораторияһы булдырыла, ул 1994 йылдан алып ВИЧ-инфекцияһына аҙаҡҡы лаборатор-клиник диагноз ҡуйыу хоҡуғы менән референс-диагностика үткәрә.
Ә дүрт йылдан һуң Республика үҙәгенең эшмәкәрлек өлкәһе тағы ла киңәйә. Үҙәк алдына Башҡортостандың медицина ойошмаларында эпидемияға ҡаршы саралар әҙерләү, ойоштороу һәм координациялау, йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса бурыстар ҡуйыла. Әммә тотош Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала, ВИЧ-инфекцияһының тиҙ таралыуы яңы саралар ҡабул итергә этәргес бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, 1998 йылдың декабрь аҙағында ошо инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙен билдәләгән "Башҡортостан Республикаһы территорияһында кешенең иммун дефициты вирусы (ВИЧ-инфекция) тыуҙырған сирҙең таралыуын иҫкәртеү тураһында" республика законы ҡабул ителә.

Ә хәҙер халыҡты сирҙән һаҡланыу тураһында уйланырға мәжбүр иткән һандар, шулай уҡ иҫкәртеү саралары тураһында һөйләшәйек...

- Әгәр элек беҙ ВИЧ - наркомандар ауырыуы, тиһәк, хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Был халыҡтың маргиналь ҡатламдары түгел, ә социаль яраҡлашҡан, эшләп йөрөгән, әүҙем кешеләр. Бөгөн ВИЧ-инфекциянан бер кем дә страховкаланмаған. Республикабыҙҙа ВИЧ-инфекциялыларҙың 90 проценттан ашыуы - эшкә яраҡлы йәштә. 2000 йылдан башлап 31-40 йәшлектәр (2000 йылда 23,1 проценттан алып 2023 йылда 33,4 процентҡа тиклем) һәм 41-50 йәшлектәр (2,8проценттан алып 32,5процентҡа тиклем) араһында ВИЧ йоҡтороуҙың артыуы, ә 21-30 йәшлектәр араһында (2000 йылда 69 проценттан алып 2023 йылда 9,9 процентҡа тиклем) сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә. Былтыр Башҡортостанда асыҡланған осраҡтарҙың күпселеге 35-44 йәшкә тура килә - 37,7 процент. Сағыштырыу өсөн: 2022 йылда был күрһәткес 42,8 процент ине.
Башҡортостанда ВИЧ- инфекциялылар араһында ир-егеттәр күберәк - 55,6 процент, әммә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йылдан-йыл арта бара. 90-сы йылдарҙа - 2000 йылдар башында сирле ҡатын-ҡыҙҙар 5 процент ҡына ине. Былтыр республикала ВИЧ йоҡторған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 73 проценты репродуктив йәштә булған.
Әлеге көндә ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың енси юлы киң таралған. Мәҫәлән, 2004 йылда енси юл менән мәкерле сир таралыу осраҡтары 20,5 процент булһа, уҙған йылда иһә 90 процент. Шул уҡ ваҡытта республикала инфекцияның перинаталь юл менән күсеүе лә актуаллеген юғалтмай (9,5 процент).

Республикала ВИЧ-инфекция проблемаһы һаман көсөргәнешле булып ҡаламы?

- Һуңғы өс йылда сир йоҡтороу кимәле 16 процентҡа кәмегән. Былтыр беҙҙә ВИЧ менән ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 34,2 процент тәшкил иткән (2022 йылда - 34,7, 2021 йылда - 40,7).
Ошо йылдар эсендә Башҡортостанда 42 061 сирле асыҡланған. Хәҙер ВИЧ-инфекция республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында теркәлгән.
Былтыр ғына 1396 пациентҡа "ВИЧ-инфекция" тигән диагноз ҡуйылған. Әлеге ваҡытта инфекция Күмертауҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Әбйәлил, Дыуан, Әлшәй, Благовещен, Балаҡатай, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Ғафури һәм Мәсетле райондарында ныҡ таралған (республика буйынса уртаса күрһәткестән 1,5 тапҡырға күберәк).
Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға тикшереү үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә, сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. 2020 йылда - 920,6 меңдән ашыу, былтыр иһә 1,385 миллион самаһы кеше тикшерелгән.
Республикала диспансер күҙәтеүе аҫтында булған, шулай уҡ антивирус терапияһын алған кешеләр һаны ла арта. ВИЧ менән сирләгән пациенттарҙы күҙәтеү һәм дауалау йәһәтенән саралар ҙа әһәмиәткә эйә. Һүҙ СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең күсмә бригадалары тураһында бара. Бынан тыш, төбәктә Пациент мәктәбе һәм табип-инфекционистарҙың онлайн-консультация биреү эше ойошторолған. Дарыухана селтәрҙәре аша рецепт буйынса ВИЧ-инфекцияны һәм вируслы гепатиттарҙы дауалау өсөн антивирус препараттарын алырға мөмкин. "Балалар плюс" хәйриә фонды психологы һәм "Ыңғай мөхит" ойошмаһы консультанттары уңышлы эшләй.

ВИЧ-статуслы йөклө ҡатын-ҡыҙҙар булыуы бигерәк аяныслы...

- Буласаҡ әсәләр тураһында һүҙ алып барғанда, былтыр республикала ыңғай ВИЧ-статуслы 350 ауырлы ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 2022 йылда улар бер аҙ күберәк - 370 кеше булған. ВИЧ-тың перинаталь юл менән күсеүен химия ярҙамында иҫкәртеү йөклө ВИЧ-инфекциялы ҡатындарҙың барыһына ла тәғәйенләнә. Әйткәндәй, быйыл тыуғандан алып (20 йылдан ашыуыраҡ) ВИЧ диагнозы менән йәшәгән бер нисә ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт бала тапты. Был медицина өсөн мөһим ҡаҙаныш булып тора һәм заманса дауалау ысулдарының ВИЧ менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарға инфекция йоҡтормаған сабый тыуҙырырға мөмкинлек биреүен раҫлай.

ВИЧ-инфекцияға ҡайҙа тикшерелергә мөмкин?

- ВИЧ-инфекцияһына бушлай анализды йәшәгән урын буйынса поликлиникала тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә йәки уның филиалдарында бушлай һәм аноним рәүештә анализ бирергә була. Бынан тыш, шәхси клиникаларҙа бер ниндәй документһыҙ ВИЧ-ҡа тест тапшырыу мөмкинлеге бар. ВИЧ-инфекциялылар тураһында мәғлүмәт бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә тапшырылмай. Уны ВИЧ менән эшләгән инфекционистар ғына инеп ҡарарға мөмкин. Башҡа табиптар уны ҡарай алмай.
ВИЧ - үтә хәүефле инфекциялар иҫәбенә инмәгән хроник ауырыу. Был чума ла, холера ла түгел. ВИЧ-инфекция һауа-тамсы юлы менән йәки көнкүрештә йоҡмай. Вирус йоҡтороуҙың енси юлын иҫкәртеүгә килгәндә, барьерлы һаҡланыу ысулдарын ҡулланырға кәңәш ителә. Бигерәк тә осраҡлы бәйләнештәр тураһында һүҙ барғанда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекциялыларға ҡарата ҡырын ҡараш һаҡлана. Менталитет, ВИЧ-ҡа мөнәсәбәт бик әкрен үҙгәрә. Бына ни өсөн күптәр һаман тикшерелергә ҡурҡа. Әгәр вирус асыҡланһа, бер генә юл - үҙ-үҙеңә бикләнергә ҡала, тип ышана улар. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. ВИЧ менән тулы ҡанлы тормош алып барырға, оҙаҡ йәшәргә, эшләргә, ғаилә ҡорорға, бала табырға мөмкин. Иң мөһиме, махсус, заманса препараттар ҡулланырға кәрәк. Уларҙы бушлай алырға була. Был дарыуҙарҙы эскәндән һуң йәшәү сифаты яҡшыра ғына.

Галина БАХШИЕВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 49

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru