«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФЕКЕРҘЕ ИШЕТӘ БЕЛГӘН - ЙӘМҒИӘТ, ЙӘМҒИӘТ ХӘЛЕНӘ БИТАРАФ БУЛМАҒАН ЗЫЯЛЫЛАР БАРМЫ?
+  - 


Өфөлә эшкә ашыҡҡан бер мәлдә маршрут автобусы тығынға эләкте. Водитель тиҙ генә ҡуҙғалмаясағыбыҙҙы әйткәс, күптәр эш урындарына шылтырата башланылар. Шунда мин артыҡ иғтибар талап итмәгән бер күренешкә иғтибар иттем. Олораҡтар, беҙ тығында торабыҙ, тиҙәр, йәштәр, мин - пробкала, тиҙәр. Ана шул "беҙ" менән "мин" тигән ҡыҫҡа һүҙҙәр аптыратты мине. Элек бит совет осоронда беҙ бер бөтөн инек, үҙебеҙҙе шул бөтөндөң өлөшө тип һанай инек, күберәге "беҙ" тип һөйләшә инек. Бөгөнгө "мин", тип һөйләшкәндәр тиҙ арала бер бөтөнгә ойоша алырмы? Әллә эгобыҙ көслөрәк булып сығырмы? Был турала фән ни уйлай? Ошондай һорау менән иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улына мөрәжәғәт иттек.

Синергетик системалар

Эйе, фекерҙе ишетә белгән йәмғиәт, йәмғиәттәге ваҡиғаларға һаңғырау булмаған зыялылар бик тә кәрәк. Бөгөн бит һәр зыялының донъяһы башҡа, һәр береһе үҙенсә уйлай. Совет заманын яманлаһаҡ та, уның илдең киләсәгенә ыңғай йоғонто яһағандай үҙ ысулдары бар ине. Берҙәм кешеләр уртаҡ маҡсаттарға, дөйөм принциптарға таянғас, дөйөм бер мәғәнә булды, һәм хөкүмәт, йәмғиәт кимәлендә бер йүнәлештә күп эшләнелә ине.
Октябрят, пионер, комсомол йәшендәгеләр бер әхлаҡи нормаларҙа тәрбиәләнде, артабан кеше ҡайҙа хеҙмәт итеүенә ҡарамай, Тыуған илгә һөйөү тойғоһо менән йәшәне, Ватан ни ҡуша, мотлаҡ үтәлергә тейеш һаналды. Комсомол йүнәлтмәләре буйынса йәштәр БАМ, КАМАЗ кеүек ҙур төҙөлөштәрҙә эшләне, 80-се йылдағы олимпиадаға Мәскәүгә йүнәлде. Илгә кәрәк булғанда халыҡ ойоша торғайны, берҙәмлек шулай булдырыла ине.
Был ябай эш түгел, сөнки йәмғиәт бик ҡатмарлы система. Герман Хакен тигән немец ғалимы нигеҙ һалған синергетика фәне нәҡ ана шул ҡатмарлы системаларҙы өйрәнә. Дәүләт, ғөмүмән, йәмғиәткә бәйле бөтә системалар ҙа ҡатмарлы системаларға инә. Уларҙы бер нисек тә ябайлаштырып булмай. Иҡтисад, мәҙәниәт, белем биреү системаһы, армия - бөтәһе лә ҡатмарлы системалар. Ҡатмарлы биология системалары, мәҫәлән, кеше организмы ла шул синергетик системаға ҡарай. Был системалар нисек үҫешә, хәрәкәт итә, үҙгәрә, ниндәй закондарға буйһона - белеп бөтмәйбеҙ. Был фән бик ауыр бирелә, сөнки уны аңлар өсөн бик киң белем кәрәк, бөтә системалар тураһында ниндәйҙер кимәлдә мәғлүмәт булырға тейеш. Шуға, әлбиттә, бик күп уҡырға кәрәк. Аңларға тырышһаң, күп нәмәне аңларға була.
Бер нәмәне мин аныҡ тө-шөндөм: ана шул ҡатмарлы системаларҙа ниндәйҙер дөйөм маҡсаттар, дөйөм принциптар, дөйөм идеялар, идеалдар, дөйөм ҡиммәттәр булмаһа, ул система юҡҡа сыға. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре ойоша торған системалар. Йәмғиәт өсөн үҙенең ҙур яуаплылығын тойоп, һәр эшен, бурысын, функцияһын үтәгән кешеләр булмаһа, йәмғиәттең, кешелектең киләсәге бик икеле. Ваҡытында шуны аңлау өсөн донъя диндәре, философия фәне барлыҡҡа килгән, йәмғиәт тураһындағы башҡа фәндәр үҫеш алған, белем барлыҡҡа килгән, һәр осорҙоң үҙ зыялылары булған. Мәҫәлән, грек цивилизацияһын алайыҡ. Үҙенсә күренекле, үҙенсәлекле, тарихи цивилизация. Хәҙерге бөтөн Европа мәҙәниәте шул грек, рим цивилизацияһынан күтәрелеп киткән. Уларҙы варварҙар юҡҡа сығармаған. Әлбиттә, тышҡы факторҙар тәьҫир яһай, әммә эске, тышҡы кире факторҙарға ҡаршы торорлоҡ үҙенән үҙе ойошоу көсө булырға тейеш. Уны ҡайҙандыр ситтән килеп, ниндәйҙер бер аҡыллы кеше ойоштора алмай, йәмғиәттә үҙойошоу сифаты булырға тейеш. Йәмғиәт тип бөтә кешелекте, дәүләтте лә әйтергә мөмкин, һәр бер коллектив та үҙенә күрә йәмғиәт.

Йәмғиәттең төп нигеҙе

Заманында колхоздар ниңә юҡҡа сыҡты? Ана шул үҙенән-үҙе ойошоу булманы. Ғаилә лә тарҡалып китә, сөнки кеше үҙенең йәшәү мәғәнәһен ғаиләнең, йәмғиәттең йәшәү мәғәнәһенә ҡаршы ҡуя. Шул арҡала хатта ҙур йәмғиәт үҙе лә тарҡала. Тарҡалыуҙың оло бер бәләһе коррупция тип атала. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, кеше йәмғиәттең байлығын үҙенең файҙаһына урлай. Уғрылыҡ бөтә донъя диндәрендә, бөтә гуманитар фәндәрҙә иң насар сифаттарҙың береһе һанала. Шул афәт социаль системаның берләшеүен, уның ойошоу сифатын юҡҡа сығара. Халыҡ бит аңлай һәм коррупцияға батҡан хөкүмәтте, уғры чиновниктарҙы күрә алмай башлай һәм ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә, сыуалыштар башлана. Күптәрҙә, мин дә шулай итә алам, тигән аҫтыртын уйҙар барлыҡҡа килә һәм ул да шул кире юлға баҫа. Ҡайһы бер етәкселәрҙе коррупцияла ғәйепләп эштән сығара башлағайнылар, бер минме ни, тигән аҡланыуҙар өҫкә ҡалҡып сыҡты. Сөнки вазифа биләгән кеше урлашырға тейеш һымаҡ күренә башланы, сөнки уға хөкүмәттекен урларға мөмкинлек бирелгән.
Бөтәһе лә урлашҡас, ундай йәмғиәт ҡайҙа бара? Шул уғрылар беҙҙең елкәлә йәшәй. Ярай, хәҙер үтә күренмәле система, тибеҙ, әммә уны ла бит әҙәм балаһы үҙе булдыра һәм шул система менән үҙе идара итә. Ул бит беҙҙән башҡа икенсе планетала йәшәмәй, коррупционер һәр системаға яраҡлаша белә, эште үҙенең файҙаһына бора, үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана башлай.
Ниндәй генә инструментты алмайыҡ, уны яҡшылыҡ өсөн дә, насарлыҡ өсөн дә ҡулланып була. Төптән уйлағанда, идара итеү рухи, мәҙәни ҡиммәттәре булған нормаларға таянып башҡарылырға тейеш. Кешенең мораль яҡтан таҙалығы һәр йәмғиәттең төп нигеҙе. Уны тормошҡа ашырыуҙа диндең, фәндең, белем биреү, тәрбиәләү системаһының роле ҙур.

Белем һәм тәрбиә

Синергетика фәне өйрәтеүенсә, төп ҡиммәттәрҙең һаҡланыуы һәм бер йүнәлештә булыуы бик мөһим. Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, беҙҙең йәмғиәттә эштәр шәптән түгел. Мәҫәлән, белем биреү системаһын баҙар шарттарына күсерәбеҙ тип, уны белем биреү хеҙмәте күрһәтеүгә әйләндерҙек һәм аҡсаға бәйләнек - күпме сәғәт дәрес үткәрһәң, шул тиклем аҡса алаһың һәм белем биреү менән генә шөғөлләнергә тейешһең. Ә бит белем биреү һәм тәрбиәләү бер үк юҫыҡта алып барылырға тейеш, шунһыҙ йәмғиәттә аҡыллы кешеләр үҫтереү мөмкин түгел. Аҡыллы кеше белемле генә түгел, ул мораль яҡтан да бик юғары кимәлдәге кеше. Шунһыҙ йәмғиәттең, илдең киләсәге юҡ. Тәрбиә биреүҙе һәм белем биреүҙе һис тә айырып ҡарарға ярамай. Минең уйымса, тәрбиәләү хатта беренсел булырға, һис юғы, тигеҙ күләмдә булырға тейештәр - береһенә лә өҫтөнлөк бирелмәй, улар бер бөтөндө тәшкил итә.
Шунан сығып, белем биреү системаһында эшләгән уҡытыусының, хеҙмәткәрҙең эше бик юғары баһаланырға тейеш, эш сәғәтенә ҡарап түгел, тип әйтәм. Хәҙер, ярай, класс етәксеһенә түләү индерә башланылар, тик уҡытыусылар етешмәү арҡаһында ике уҡытыусының эшен бер уҡытыусы алып барырға мәжбүр. Кешене тәрбиәләү, белем биреү бик күп көс талап итә, шуға ҡарамай, хәҙер уҡытыусыларға бик күп эш йөкмәтелә. Шуға ул вазифаһын урынына еткереп үтәй ҙә алмай. Етмәһә, йәштәр уҡытыусы һөнәре буйынса эшләргә атлығып та тормай, изге профессияның престижы ныҡ төшөп китте. Бюджетта эшләгәс, уҡытыусылар административ баҫымға нығыраҡ эләгә. Мәҫәлән, йәш белгескә уға бөтөнләй ҡағылмаған эш бирәләр икән, ул, мин быны эшләмәйем, ул миңә ҡағылмай, тип әйтә алмай, сөнки уҡытыусы бөгөн үҙенә үҙе хужа түгел, ул ошо бюрократик машинаның винтигына әйләнгән. Шул хәлдәге уҡытыусы ниндәй тәрбиә бирә алһын? Бюджеттан белем биреү системаһына аҡса йәлләү, әлбиттә, кире һөҙөмтә бирә.

Фундаменталь факторҙар

Һаулыҡ һаҡлау системаһында ла шул уҡ хәл. Ҡалдыҡты биреү принцибы буйынса эшләү дөрөҫ түгел. Кешенең һаулығы, йәмғиәттең киләсәге өсөн фундаменталь фактор булып тороуға ҡарамаҫтан, баҙар продуктына әйләнһә, медицинаның бөтә мәғәнәһе үҙгәрә, ул кешенең һаулығын ҡайғыртмай башлай. Был осраҡта ауырыу кеше ни тиклем күберәк булһа, һаулыҡ системаһы аҡсаны күберәк эшләй булып сыға, сөнки баҙар системаһы буйынса клиенттар күберәк булған һайын килем күберәк була. Медицина кешене дауалау, профилактика менән шөғөлләнмәй, ауырыуҙы клиент ҡына итеп күреп, аҡсаһын һауа. Бөгөнгө медицина шуға әйләнеп бөттө тигәндә лә була, сөнки аптекалар төп урынды биләй һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә. Һаулыҡ һағындағы врачтарҙы ла был система үҙенең орбитаһына ала, бергәләп аҡса эшләй.
Быны ябай халыҡ, әлбиттә, һиҙә, Аллам һаҡлаһын, дауаханаға барырға Хоҙай ҡушмаһын, тиҙәр, клиент итеп күрмәй, кешегә һанаған табиптарға күренергә тырышалар. Был дөрөҫ түгел, сөнки белем биреү, тәрбиәләү, фән, кеше һаулығы - улар фундаменталь факторҙар. Кешенең үҙен дә бер бөтөн итеп күҙ алдына килтереп, бер бөтөн итеп аңлау ҡеүәһе түбән һәм уны аңларға тырышыу ҙа юҡ. Һәр кем үҙенең симптомдары буйынса, йөрәге ауыртһа - кардиологҡа, үпкә ауырыуы менән пульмонологҡа бара. Уларҙың һәр береһенең үҙ өлкәһендә яҡшы белгес булыуы хуплап ҡабул ителә. Мәҫәлән, офтальмолог тик күҙҙе генә белә һымаҡ. Әммә күҙҙәр организмдың башҡа ағзалары менән тығыҙ бәйләнгән бит, сөнки кеше организмы бөтөн бер системаны тәшкил итә. Ул ғына түгел, хәҙер бөтә фәндәрҙә лә үҫеш шундай юҫыҡта бара, конвейерҙағы һымаҡ. Маркс яҙған бит, кеше хеҙмәте машинаның ҡушымтаһына әйләнә, тип. Ундай кеше үҙен-үҙе итирам итмәй башлай, үҫеше булмай. Шуның арҡаһында йәмғиәт артҡа тәгәрәй, кешеләр робот һымаҡ эшләй башлай. Шундай хәлдәр бара хәҙерге заманда.

Үҙойошоу системаһы

Дөйөмләштереүсе фән булараҡ, синергетика төрлө йүнәлештәрҙе бергә ҡушыуҙы беренсе урынға ҡуя. Ғалим шул юҫыҡта эшләһә генә был фәндең кәрәклеген, мөһимлеген аңлай ала. Ҡыҙғанысҡа, ундайҙар әлегә күп түгел, беҙҙә ғәҙәт буйынса тар белгестәргә һәм анализаторҙарға өҫтөнлөк бирелә, синтезлаусылар ситтә ҡала килә. Шуға күрә фәндең үҫеше кәрәккәнсә тиҙ бармай.
Рәсәйҙә әлегә синергетиктарҙың төрлө фән эйәләрен туплаған формаль булмаған ойошмаһы барлыҡҡа килде. Хакендан, нимә ул синергетика, тип һорағандар. Төрлө фән ғалимдарының бер форумға йыйылып, ҡатмарлы системалар тураһында фекер алышып, уртаҡ тел табыуы синергетика була, тип яуап биргән ул. Беҙ төрлөсә тәрбиәләнгәнбеҙ, мәҫәлән, мин, политэкономист булараҡ, Маркс теорияһының нигеҙендә уҡығанмын. Уның "Капитал"ы капитализмды система тип анализлай. Ул социаль-иҡтисади формация булып, бөтә илдәрҙә лә таралған. Бында капиталистарҙың власын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында иҡтисад та, сәйәсәт тә, мәҙәниәт тә - бөтәһе лә бер йүнәлештә эшләй.
Социализмдың ундай системалы теорияһы булманы, булыуы мөмкин дә түгелдер. Әммә антикапиталистик система булырға тейеш. Октябрь революцияһына тиклем кооперация теорияһы яҡлылар башлыса Рәсәй ғалимдары булған, көнбайыш ғалимдары практик яҡтан үҫешен ҡайғыртҡан. Социализмдың нигеҙе ана шул кооператив система булырға тейеш булған. Был системаның ҡайһы йүнәлеше коммунистар менән уртаҡ тел таба алмаған һуң? Ленин бит кооперацияға ҡаршы булмаған. Яңы иҡтисади сәйәсәт (НЭП) ваҡытында ул уға үҫергә мөмкинлек биргән. Рәсәй бер нисә йылда бөтөн күрһәткестәр буйынса революцияға тиклемге кимәлгә ҡайтҡан хатта. Тик 1921 йылда башланған был сәйәсәт коллективлаштырыу осоронда юҡҡа сыға. Сөнки ундай системала йәшәү, уны төҙөү өсөн кеше үҙе лә үҫешергә, шул кимәлгә тейешле белем алырға, әхлаҡи яҡтан юғары булырға тейеш.
Үҙҙәре аңлап, кооперативты кешеләр үҙҙәре төҙөргә тейеш, кемдеңдер өҫтән төшөргән күрһәтмәһе буйынса түгел. Ул аҫтан килә, үҙойошоу системаһы шулай эшләй, бындай иҡтисад синергетик ҡарашҡа тап килә. Шул шарттар булмағас, донъяла иң алда барған Рәсәй 1930 йылдарҙа барған юлынан ситкә тайпыла. Әлбиттә, быны башҡа күп сәбәптәр менән дә аңлаталар, әммә был социаль-иҡтисади тәжрибә булып тарихҡа ингән, ҡайһы бер ярсыҡтары аҙаҡтан да һаҡланған. Мәҫәлән, кәсеп итеүсе һөнәрселек кооперациялары һәр бер районда булды, ат сбруйы, арба-сана эшләүсе айырым кооперативтар уңышлы эшләйҙәр ине. Хрущев заманында уларҙы ла бөтөргәндәр. Урындарҙағы локаль иҡтисад шулай юҡҡа сыҡҡан. Уны бөтөрөү - бер нәмә, юлдан тайпылыу аяныслыраҡ.
Административ системаның бөтә нәмәне үҙ мәнфәғәтенә бороуы, үҙ ихтыяжына яраҡлаштырып үҙгәртә башлауы ҙур хата. Рәсәйҙең дөрөҫ юлы булған. Үҙойошоу системаһы тиң коммуникацияға, йәмғиәттең бөтә өлөштәренең дә тиң хоҡуҡлы булыуына таяна. Административ-дәүләт структураһына монополия булғанда, ул, аҙаҡҡы сиктә, үҙ ихтыярын көсләп таға башлай, күп һәйбәт башланғыстар юҡҡа сыға.

Физиктармы, лириктармы? Уртаҡ дөйөм ҡиммәттәр, уртаҡ маҡсаттар, принциптар диалогта барлыҡҡа килә, һәр кеше, төрлө ойошмалар, төрлө конфессиялар, профессиональ ойошмалар шул диалогта тигеҙ ҡатнашалар, кемдер берәү юғарынан бойороҡ бирмәй. Административ система ла тигеҙ шарттарҙа диалогта ҡатнашырға тейеш, шундай мөхит булмаһа, кем власты ала, шул идара итә башлай. Бер мәл технократтар өҫтөнлөк алды, гуманитарийҙар, йәмғиәт белгестәре ситкә этәрелделәр. Физиктар һәм лириктар араһында ла аңлашмаусанлыҡ осоро булып алды. Педагогика фәнме ни, иҡтисад фән түгел, социология тигән фән булмай, психологтарҙы, генетиктарҙы репрессияларға кәрәк, улар фән менән шөғөлләнмәй, әллә ниндәй юҡ-бар менән була, тигән мәлдәр ҙә булды. Фән өлкәһендә шундай хәл ҡабатланыуы мөмкин.

Етештереүсәнлек файҙағамы?

Үҙойошҡан системаларҙы халыҡ күтәреп алып китһә, күҙәтеп тороусылар күп, улар тиҙ генә шул йүнәлеште ҡулдарына ала ла, үҙҙәренең файҙаһына боралар ҙа ҡуялар. Әйтәйек, йәшел иҡтисад шуның арҡаһында донъялағы финансты, иҡтисадты ҡулдарында тотҡан транснациональ компанияларҙың ҡоралына әйләнде. Йәнәһе, тик уларҙың ғына бөтөн донъяла тәртип урынлаштырыуға хоҡуҡтары бар, тик улар ғына күберәк файҙа алырға тейеш. Миҫалға углекислый газ ташландыҡтары менән һатыу итеүҙе алайыҡ. Билдәле, бөтөн бысраҡ производство - артта ҡалған илдәрҙә. Улар баҡырҙы таба, иретә, ә ҡатмарлы производствоға ҡарағаны - алдынғы илдәрҙә. Парадокс нимәлә? Һауаға зарарлы матдәләр сығарған өсөн артта ҡалған илдәр штраф түләргә тейеш, ә производствоның уңайлы, аҙаҡҡы циклындағылар килем ала, экологтарҙың санкциялары уларға ҡағылмай. Ауыл хужалығы, сеймал табыу сәнәғәте беренсел тармаҡҡа ҡарай, производствоның нигеҙен тәшкил итә, үҙҙәре өсөн бик комфорт булмаған шарттарҙа эшләй.
Ғиллә нимәлә? Улар етештереүҙе арттырһалар, тауарҙың хаҡы төшә, сеймалдың ҡәҙере булмай, улар үҙҙәренә үҙҙәре зыян эшләй килеп сыға, масштабты арттырыу һөҙөмтә бирмәй. Ә бына ҡатмарлы, аҙаҡҡы циклдағы продукциялар һөҙөмтәле масштаб арттырып ала. Мәҫәлән, Microsoft компанияһы, йә башҡа шундай компаниялар программалары ни тиклем киңерәк ҡулланылһа, шул тиклем күберәк килем ала. Юғары технологик тармаҡтарҙа етештереүсәнлек уларҙың файҙаһына, беренселдәр зыян күрә. Был тәртипте тота килеп бер көндә үҙгәртеп булмай.

Һинең ҡайғың төштән һуң

Синергетика фәнен таратыуы ҡыйын, сөнки бөгөнгө ваҡытта фәндең үҫеше икенсе юҫыҡта, тар специализация юлы менән бара, йәмғиәтте бер бөтөн итеп күҙ алдына килтереү юҡ. Гуманитар, социаль фәндәрҙе хәҙер нисек ҡулланалар? 90-сы йылдарҙа Рәсәйҙәме, сит илдәме, ниндәйҙер яңы теория тәҡдим итһәләр, яңылыҡ асһалар, уның асылы иң тәүҙә китаптың исемендә сағыла. Мәҫәлән, ошоноң кеүек исем булыуы ихтимал: "Иҡтисади психологияны ҡулланып, нисек итеп тиҙ генә байырға була?" Шулай итеп, замана ғалимдары үҙҙәренең асыштарын кешенең индивидуаль файҙаһына бороп яҙалар, шәхси йүнәлеш бөтәһендә лә төп роль уйнай, йәнәһе, мин йәмғиәттәге, иҡтисадтағы шарттарҙы үҙемдең файҙама ҡулланырға тейешмен. Бына шуның арҡаһында гуманитар, иҡтисад фәндәрендә үҙенә күрә бер кризис барлыҡҡа килде, сөнки был төп принципҡа яуап бирмәй. Социаль-гуманитар фәндәр йәмғиәттә берҙәмлек, ойошҡанлыҡ булһын өсөн эшләргә тейеш, һәр кем үҙен генә ҡайғыртырға тейеш түгел, ә йәмғиәттең киләсәген ҡайғыртырға тейеш. Йәмғиәтте һәм кешене өйрәнгән фәндәр ҙә ана шул төп, кәрәкле йүнәлешкә бик ауыр киләләр. Шуның арҡаһында фәндең йәмғиәтте камиллаштырыуҙағы роле бик түбән.

Бөтөн өлөштән мөһим

Синергетика дөйөм принциптарҙы, талаптарҙы, маҡсаттарҙы алға ҡуйып үҫешә - бөтөн өлөшкә ҡарағанда һәр саҡ мөһим. Әгәр глобаль кимәлдә ошо конфликтты хәл итмәһәк, уны һуңғы сигенә еткерһәк, әгәр фән шул йүнәлештә бармаһа, беҙҙе донъя кимәлендәге катастрофа көтә. Бер-беребеҙҙе юҡ итәбеҙ, тип, бөтөн кешелекте юҡҡа сығарырға мөмкин. Ул катастрофа һуғыш, экология арҡаһында булыуы ихтимал. Йә иһә ниндәйҙер технокатастрофа көтә беҙҙе. Хәҙерге капиталистик донъя ҡоролошон олигархик донъя ҡоролошо тип атайҙар. Капитализмдың тәүге ҡайһы бер этаптары, кешелек өсөн, бәлки, файҙалы ла булғандыр. Мәҫәлән, конкуренцияны алайыҡ. Әммә уның донъялағы ҡара көс булып ойошоуы, сәйәси, иҡтисади, әхлаҡи яҡтан башҡалар тик уларға буйһонорға тейеш тип, үҙҙәрен юғары ҡуйыуы бөтөн кешелеккә ҡаршы эшләй. Донъя тарҡау булһа, йәмғиәттәр ыҙғышып йәшәһә, уларға үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырыуы шул хәтле еңелерәк. Гегемон булыр өсөн улар аҡса йәлләмәй, санкциялар ҡуллана, локаль һуғыштар башлай.

Уйландыра уйсан ирҙәрҙе

Ҡыҙғанысҡа, фән менән шөғөлләнгәндәр һирәгәйгәндән-һирәгәйә, фәнгә аҡса биреүҙән файҙа юҡ, тигәндәр, киреһенсә, күбәйә бара. Үҙҙәренә үҙҙәре аҡса эшләгән лабораториялар файҙалы бөгөн, матди килем килтермәгән социаль-гуманитар фәндәр ситкә тибелә. Әлбиттә, беҙҙән матди төшөм юҡ, беҙ фекер үҫтерәбеҙ. Матди нәмәләр була ла бөтә, ә фекер конструкциялары ғүмерлеккә ҡала, артабанғы үҫешкә нигеҙ була. Әгәр синергетика фәне үҫешһә, идара итеү системаһы һөҙөмтәле системаға әйләнәсәк, хатта дәүләт ҡоролошо үҙгәреп китеүе лә ихтимал. Әлбиттә, былар тиҙ генә, бөгөн-иртән була торған хәл түгел. Уның өсөн дәүләттә, йәмғиәттә лә интеллектуаль үҫеш булырға тейеш. Шул фекерләү өлкәһендә тәрбиәләнгән етәкселәр, лидерҙар сыҡмаһа, алға китеш булмай, бар йәмғиәт юғары кимәлдә уйлай башламаһа, үҙ-ара аралашмаһа, илдә үҫеш тә булмай.

Шулай итеп...
Башҡорт халыҡ йыры "Уйыл"да шундай һүҙҙәр бар: "Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы уйландыра уйсан да ирҙәрҙе". Уйланырға күптән ваҡыт түгелме, йәмәғәт? Еңел-елпе тормошҡа йәбешеп, хаттин ашып киттек түгелме? Уйлылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru