
Яҙыусы- шағирҙар, ғөмүмән, ижадсылар Өфөлә генә йәшәмәй, улар республиканың һәр районында, һәр ауылында донъя көтә. Байрам алдынан Шиғриәт күгендәге йондоҙҙарыбыҙ: Ишембайҙан - Ғәлиә Кәлимуллина, Ҡырмыҫҡалынан - Фирүзә Абдуллина, Стәрлетамаҡтан - Рита Фәтҡуллина, Бөрйәндән Айһылыу Ғарифуллина менән ситтән тороп диалог ҡорҙоҡ. Һүҙ - уларға.
Хөрмәтле шағирәләр, башта үҙегеҙҙең ижад шишмәһен урғытҡан, һеҙҙе илһамландырған төбәк тураһында һөйләп китәйек әле. Ни өсөн һеҙ унда?
Ғәлиә: Тыуған районым да, төйәкләнгән ерем дә - Ишембай районы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, 1987 йылда, "Эшкә бары үҙ районыма ҡайтам!" тигән энтузиазм менән үҙем урта белем алған данлыҡлы Маҡар урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайтҡайным, шунан бирле Ишембайҙамын. Биш йыл эшләгәс, Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт гимназия-интернатына эшкә күстем. Йәшлегемдең иң илһамлы йылдары Маҡар урта мәктәбендә үтте. Эшкә лә, ижадҡа ла ҡанатландырҙы ул ер мине. Тыуған ауылым Иҫәкәй Маҡарға тау аша ғына. Шул юлды, тәбиғәттең һәр мәлен күҙәтеп, үҙ алдыма һөйләнә-һөйләнә, шиғыр сығарып йә йырлай-йырлай эшкә барып, эштән ҡайтҡандарым әле һаман күҙ алдында.
Фирүзә: Мин Өфөнән 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында йәшәйем. Был - минең иремдең тыуған ауылы. 42 йыл элек килен булып төшкәйнем. Ирем, институтты тамамлап, диплом алғас, Мәғариф министрлығының йүнәлтмәһе буйынса биш йыл Ейәнсура районы Юлдаш ауылында эшләп ҡайттыҡ. Ир кеше үҙ илендә йәшәргә тейеш, ғаиләлә ир кеше баш булырға тейеш, тигән ҡағиҙәләр минең йәшәү фәлсәфәмә тап килә. Шуға күрә иремдең тыуған ерендә йәшәү, был ергә хеҙмәт итеү дөрөҫ тип иҫәпләнем. Ерегеп, берегеп, ғүмерем буйына ошо ергә хеҙмәт итеп, үҙ кеше булып йәшәп ятыуым.
Рита: Мин сығышым менән матур тәбиғәтле, бай тарихлы Ишембай районы Маҡар ауылынанмын. Маҡар мәктәбен тамамлағас, артабан уҡыр өсөн тыуған төйәккә яҡын ҡаланы - Стәрлетамаҡты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын һайланым. Бына хәҙер 27 йыл Стәрлетамаҡта йәшәйем. Бында - минең йортом, ғаиләм, эшем, аралашҡан кешеләрем, тормошом. Ҡаланың артыҡ ҙур түгеллеге, тыныс булыуы тәбиғәтемә нығыраҡ тап килә, күрәһең. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән әсәй менән атайҙың да ошо педагогик вузда уҡыуы, Стәрлетамаҡтың һәр урамы һайын туғандарҙың йәшәүе лә йоғонто яһаны. Ғөмүмән, мин яҙмышҡа ышанам, тап ошо ерҙе - Стәрлетамаҡты яҙмышым, тип ҡабул итәм.
Айһылыу: Тәҡдир ҡайҙа ҡуша, шунда йәшәй кеше. Мин үҙемдең тыуып үҫкән Бөрйәнемдә йәшәгәнемә бик тә ризамын - Бөрйәндән матур ер, беҙҙең халыҡтан алсаҡ, киң күңелле, эскерһеҙ һәм бер ҡатлы халыҡ бүтән бер ерҙә лә юҡ. Булмаҫ та. Булмышым менән мин - тәбиғәт балаһы. Бөрйәндән башҡа ерҙә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шиғырҙарым да күбеһенсә тәбиғәт тураһында. Күҙ менән күргәнде күңел аша үткәреп яҙам. Бәләкәй саҡтан урман-ҡырҙа үҙем генә белгән, күп ваҡытымды шунда үткәргән тәбиғәт мөйөшөм булды - бөтә донъянан, өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштән ҡасып, шул күңел утраусығында үҙем менән үҙем һөйләшеп, күккә ҡарап хыялланып ятырға ярата инем...
Ә шулай ҙа һеҙҙе нимә бәйләй Өфө менән? Ни өсөн һеҙ ҙә башҡалар кеүек Өфөлә түгел?
Ғәлиә. Өфө - ижадсылар өсөн Мәккә кеүек бит инде ул, ижад Мәккәһе. "Өф" итеп тормаһа ла, Өфөнөң бар ишек-ҡапҡалары шар асыҡ булмаһа ла, унда һинең йәндәштәрең, күңелдәштәрең күп. Тыуған яғыңда йәшәүеңде бәхет итеп ҡабул иткән сүрәттә лә күңел Өфөгә тартылып тик тора барыбер. Ҡәләмдәштәрең бер ҡор булып ҡайнап йәшәгән ижади мөхиттән ситтә йөрөүҙән күңелдә етемлек тойғоһо барлыҡҡа килә һымаҡ хатта.
Фирүзә: Өфөлә йәшәмәһәк тә, баш ҡалала ойошторолған мәҙәни сараларға, спектакль-концерттарға өфөләргә ҡарағанда йышыраҡ йөрөйбөҙҙөр әле, моғайын. Балаларыбыҙ Өфөлә булғас, ейәндәребеҙҙе һағынабыҙ ҙа, машинаға ултырып сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Ләкин мине Өфө бик тиҙ туйҙыра: машиналар ташҡыны мине тапар һымаҡ, бейек-бейек өйҙәр өҫтөмә ауырға иткәндәй. Ҡаланың бер ҡасан да тынмай торған шау-шыуы ялҡыта, арыта. Бер тәүлек торһам, ауылымды, үҙ йортомдо һағынып, ашҡынып ҡайтып киләм.
Рита: Өфө - күңелемә яҡын ҡала. Ул минең эске булмышым, донъяға ҡараштарым формалашыуына ҙур йоғонто яһаны. Башҡорт дәүләт университетында остазым, профессор Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов етәкселегендә аспирантурала уҡыным. Уның менән аралашыу оло тормош һабағы булды. Уҡытыусым шәхесенең юғарылығын, уның һүҙҙәренең мәғәнәһен йылдар үткән һайын тәрәнерәк аңлайым. Бер осор, йәшерәк саҡта, Өфөгә ай һайын бер барып ҡайтмаһам, күңел булмай торғайны. Яҙыусылар, журналистар мөхитендә, әҙәби сараларҙа ҡатнашып, ағай-апайҙар менән, бәләкәйме-ҙурмы, ижади эҙләнеүҙәрем хаҡында һөйләшеп, ҡанатланып ҡайта инем. Өфө үҫтерҙе беҙҙе, ысынлап та. Һағындыра, ныҡ һағындыра шул саҡтар. Ваҡыт үтә, кемдер китә, Өфө лә, беҙ үҙебеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ.
Айһылыу: Өфө мине тарта, тип әйтә алмайым. Хәҙер ижад иткәнеңде баҫтырыр, яҙмаларыңды китап итеп сығартыр өсөн ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй - интернет заманы. Быйыл йәй Өфөлә операция эшләтеп яттым - ундағы ығы-зығылы тормош, ҡолаҡты тондорғос шау-шыу, миллионлы ҡалала япа -яңғыҙ булыу мине шундуҡ ялҡытты. Ана, оҡшатҡандар йәшәһен ҡалала, Бөрйәнем һау булһын, тип ашҡынып ҡайтып төштөм. Әллә ниндәй уңайлыҡтары, өҫтөнлөктәре һәм башҡаһы булһын - Өфө ылыҡтырмай, тартмай һәм минең күңел зауҡыма тап килер ер түгел.
Өфөлә йәшәүсе әҙиптәр нығыраҡ танылыу алған, ә һеҙҙең кеүек райондарҙа йәшәүселәрҙе халыҡ бик үк белеп-танып бөтмәй, тигән менән килешәһегеҙме?
Ғәлиә: Килешәм. Элегерәк мин "Әйтер һүҙең булһа, ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер түгелме ни?" тип уйлай инем, ә хәҙер, зарланырға теләмәйем, шулай ҙа хәҡиҡәтте танырға мәжбүрмен: шағирҙарҙың үҙҙәре әйтмешләй, "Өфөлә йәшәп, тыуған яҡтарын һағынып шиғыр яҙыусылар" был йәһәттән күпкә бәхетле. Интернет ситтә йәшәүселәрҙең хәлен күпкә еңеләйтте: яҙ ҙа, "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүеңә һал йә әҙәби төркөм асып ебәр, әйтер һүҙең булһа, һине ҡайҙа ла ишетәләр. Әммә виртуаль донъя менән рухи бәйләнеш юҡ, ҡәләмдәштәрең менән йәнле аралашыу ҙа түгел ул, бары тик уҡыусыларың менән бәйләнеш булдырыу, интернет киңлектәрендә танылыу мөмкинлеге генә, ә ижадсы илһамды рухи бәйләнештән ала. Өфөлә йәшәүселәр ҡәләмдәштәренең ижад кисәләре, яңы сыҡҡан китаптарының исем туйҙары айҡанлы әле бер, әле икенсе районға ижади командировкаларға йөрөп, халыҡ менән осрашып тора. Уларҙың исем-шәрифтәре һәр ваҡыт тел осонда. Эшләгән урындары ла, башлыса, гәзит-журнал редакциялары, радио, телевидение - шулай уҡ ижади мөхит. Ә ситтә йәшәгән ижадсылар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай. Унан һуң, халҡыбыҙҙа "үҙ илендә бәйғәмбәрҙәр булмай", тигән әйтем дә бар. Урындарҙа ғүмер буйы үҙ районына хеҙмәт итеү менән бергә ҡәләменә лә тоғро ҡалған ижадсыға ҡарағанда Өфөнән килгәндәр күпкә баһалыраҡ - улар баш ҡалала йәшәй бит! Шуға ла, тыуған яғыңа ҡайтһаң да, Өфөләрҙә ижади багаж, тәжрибә туплағас, ҡәләмең үткерләнеп, зиһенең ҡеүәтләнеп, тамам йышылып бөткәс кенә, ижад итер өсөн күңелеңә бары тик һиллек, тыныслыҡ кәрәк була башлағас ҡына ҡайтырға кәрәк, тигән фекерҙәмен.
Фирүзә: Әлбиттә, Өфөлә йәшәү ижад кешеһе өсөн уңайлыраҡ инде: төрлө күргәҙмәләр, китап туйҙары, ижади осрашыуҙар... Китап магазиндары йәнәшәлә генә. Ләкин ҡалала йәшәүселәр ауылдағы тыныслыҡты, тынлыҡты күрмәйҙәр. Мин ерҙә соҡонорға яратам, сәскәләр үҫтереүҙән ләззәт алам. Өйҙән сығыу менән тәбиғәт ҡосағына сумам: ағастар, сәскәләр, төрлө емеш-еләк, йәшелсә һәм саф һауа. Былар бөтәһе лә миңә күңел күтәренкелеге бирә, бәхет тойғоһо уята. Хәҙерге интернет заманында танылыу алыу өсөн Өфөлә йәшәү бөтөнләй кәрәк түгел. Мин ауылда йәшәһәм дә, халыҡ мине белмәй тип әйтә алмайым. Интернетҡа, социаль селтәрҙәргә рәхмәт!
Айһылыу: Һорауығыҙҙағы фекер менән килешеп үк бөтмәйем. Элек, бәлки, был фекер дөрөҫлөккә тап килгәндер, сөнки республиканың бөтә ҡәләм әһелдәре баш ҡала ҡаҙанында ихлас ҡайнай, төрлө сараларҙа ҡатнаша, редакциялар, нәшриәт һуҡмағын таҡырайтыуҙа тиҙлек һәм ара яҡын булыу сәбәпле ота ине. Хәҙер заман башҡа - заң башҡа. Интернет заманында яҙған нәмәңде минуты-секунды менән тотош донъяға таратыу форсаты төпкөлдә ятып ижад иткәндәр менән үҙәктәгеләрҙе тигеҙләне. Илһамың килә икән - яҙ ҙа һал! Әлбиттә, Өфөлә йәшәп ижад итеүселәр бер яғы менән бәхетле - төрлө сара, осрашыуҙарҙа бергә ҡайнай алалар, улар етәкселектең дә күҙ уңында. Беҙҙең иһә үҙ өҫтөнлөгөбөҙ бар: беҙ һәр саҡ әҙиптең төп ҡоралына - һутлы тел үткәргесе, һаҡсыһы булған халыҡ араһында, тәбиғәт менән бер бөтөн. Мин, мәҫәлән, Яҙыусылар союзы ағзаһы булһам да, күп ҡәләмдәштәрҙе йөҙгә белмәйем, ул сама күп ижад әһелдәрен танып-белеп тә бөтөп булмайҙыр.
Хикмәт ҡайҙа тыуыу, йәшәү, ижад итеүҙә түгел бит ул. Хикмәт - нимә ижад итеүҙә. Ун китап сығарып та халыҡ күңелендә ҡалмауың бар, бер әҫәрең менән дә әҙәбиәт асманында яҡты йондоҙ булып янырға мөмкин. Талантты иң бөйөк Ижадсы - Аллаһ бирә. Ул биргән өлөшөң ниндәй - ижадың шундай инде. Һәр хәлдә, мин ошо фекеремдә ҡалам.
Рита: Эйе, райондарҙа йәшәүселәрҙе халыҡ бик үк белеп-танып бөтмәйҙер. Кемгәлер танылыу маҡсаты мөһим булһа, бөгөнгө заманда быға интернет аша ла өлгәшеп була. Миңә иһә танылыуҙан бигерәк, ижади процесс, уның һөҙөмтәһе ҡыҙығыраҡ. Был һорау менән икенсе мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтке килә - ул төбәктәрҙә йәшәп ижад иткән яҙыусыларға иғтибар. Заман шарттары менән бәйле, урындағы яҙыусылар ойошмалары бөтөрөлдө йәки ижад кешеләренең үҙ иркенә ҡуйылды. Бөгөн ҡала-райондарҙа ижади берекмәләр эшләй икән, был - айырым кешеләрҙең оло фиҙаҡәрлек менән башҡарған хеҙмәте. Стәрлетамаҡта ла ҡасандыр яҙыусыларҙы туплар офис, штатта эшләгән хеҙмәткәрҙәр бар ине. Стәрлетамаҡ ҡына түгел, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Ишембай, Ауырғазы, Ғафури ижадсылары бер ҡор булып аралашып йәшәй ине. Бөгөн ошо гөрләп торған ижади мөхит бик һағындыра. Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы үҙ эшен дауам итә ул, тик шарттар, мөмкинлектәр башҡа.
Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы, әлбиттә, килен булып төшкән ергә бәйле инде. Һеҙҙе ниндәй килен, тиҙәр?
Фирүзә: Килен булып төшкән йылда уҡ, ҡайным, ҡайнағам менән ярышып, бесән сабып, шәп килен итеп танытҡайным инде үҙемде. Өй һала башлағас, ауыл халҡы тағы аптыраны. Нигеҙенән башлап йортто тулыһынса ирем менән икәүләп эшләнек (өмә менән бураны ғына күтәреп ултырттыҡ), хатта ҡыйыҡты ла икәүләп кенә яптыҡ. Мин аҫтан ҙур ырғаҡҡа эләктереп шиферҙы алып биреп торам, иптәшем тартып алып, кәрәкле урынға нығытып ҡаҙаҡлап ҡуя бара. Йортобоҙҙоң бөтә эше минең дә ҡулым аша үтте. Ир-ат эшләй торған бөтә эште лә беләм һәм ҡурҡмай тотона алам. Ә ҡатын-ҡыҙ эше былай ҙа минең үҙ иңемдә. Ҡурҡмай әйтә алам: ирем минән уңды.
Ғәлиә. Килен булып төшкән ерем дә - Ишембай. Ҡулдан килгән тиклем килен булырға тырышылды инде. Ҡалала йәшәһәк тә, тормош иптәшемдең тыуған ауылында үҙ көсөбөҙ менән өй һалдыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, шунда ҡайтып йәшәрбеҙ, балаларыбыҙҙың ҡайтып-китеп йөрөр ере, миңә ижад менән генә шөғөлләнер өсөн һил донъя булыр, тигән ниәттәребеҙ бар ине. Үҙ ҡулдарым менән һалышҡанғамы, шул тиклем яраттым мин ул өйҙө! Ишеге ҡояш сығышы яғына ҡарап торһон тип, урынын үҙем һайланым. Хыялымдағы ғына өй булды ул: иртән ишек асып ебәрһәң, ҡояш үҙе өйөңә килеп кергән һымаҡ. Ишек ҡаршыһына ғына сәскә түтәлдәре эшләнем. Инвалид коляскаһында ултырған ҡәйнәм шул сәскәләргә ҡарап кинәнһен тип, ҡалалағы фатирыбыҙҙа ярты ҡыш сәскә үҫентеләре тәрбиәләнем. "Ерҙәге ожмах ошо була", тиер ине ҡәйнәм дә шул сәскәләргә ҡарап. Эшкә күмелеп, нимәнелер күрмәй-абайламай ҡалдым - бер көн килеп бар хыялдар селпәрәмә килде. Ул өйҙә хәҙер башҡа берәү хужабикә булып йөрөй...
Айһылыу: Мин үҙем килен булып төшкән Ҡолғанала 11 йыл йәшәнем, мәктәптә балалар уҡыттым. Мәктәп, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаштым. Нәҡ шул осорҙа Ҡолғана айырым ауыл биләмәһе булып Ҡыпсаҡтан айырылып сыҡты. Район советы депутаты, ауыл биләмәһенең тәүге совет рәйесе булыуым, балалар менән экоһуҡмаҡтар һалыуыбыҙ, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы үткәргән "Парктар маршы"нда мәктәбебеҙҙең призлы урындар алыуы, мин уҡытҡан күп уҡыусыларҙың үҙем етәкләгән әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнеүе - ошоға дәлил.
Рита: Салауат районы килене булһам да, шаяртып әйткәндә, төшкән ерем, йәшәгән төйәгем - Стәрлетамаҡ. Шуға ла килен хоҡуғында түгел, бында мин ҡаланың ҡыҙы хоҡуғында йәшәйем. Ҡайны-ҡәйнәмдәрҙән алыҫ торабыҙ. Ниндәй килен булыуымды улар баһалай инде.
Әсәйлек бәхетегеҙ ҙә һеҙҙе ошо төбәккә бәйләгән бит инде?
Ғәлиә: Аллаға шөкөр, улым, ҡыҙым бар. Кейәүгә һуң ғына сыҡтым, шуға микән, "әсәйлек бәхете", "балаларымдың атаһы" тигән тойғолар көслө булды миндә. Әсәй булғас, шиғыр булып урғылырға торған хис-тойғоларымды яҙһам, уларҙы тәләфләп ҡуйырмын тип, ҡағыҙға күсерергә ҡурҡып ултырғанымды иҫләйем. Бөтә наҙымды, ваҡытымды балаларыма бирергә тырыштым. Уларҙың күңеленә "атай", "атай һүҙе" тигән төшөнсәне лә һалдым, ошо төшөнсәләрҙе тормошта төп ориентир тип ҡабул итеп үҫте улар. Хәҙер иң ҙур теләгем - балаҡайҙарымдың яҙмыштары яҡты булһын, уларҙың һаулығын, бәхетен бирһен Хоҙайым.
Фирүзә: Әсәйлек - минең өсөн юғалтыуҙар, әрнеүҙәр, яралар аша бирелгән оло бәхет, йәшәүемдең маҡсаты ла, мәғәнәһе лә. Тәүге улыбыҙ Уралдың ҡәбере ошо ауылдың зыяратында. Улымдың ҡайындары тәҙрәмдән күренеп тора, көн дә ҡарап алам. Икенсе улыбыҙҙы Ейәнсурала ерләп ҡалдырҙыҡ. Аллаға шөкөр, ике ҡыҙ үҫтереп, шәп егеттәргә кейәүгә бирҙек. Кейәүҙәребеҙҙе үҙ улдарыбыҙ итеп ҡабул иттек. Рәхмәт ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға: аҡыллы, тырыш, әҙәпле улдар тәрбиәләгәндәр. Дүрт ейәнебеҙ бар. Балаларыбыҙ ауылға ҡайтырға ашҡынып торалар.
Айһылыу: Ике балам да Ҡолғанала тыуып, район үҙәге Иҫке Собханғолда үҫте. Уларҙың саф башҡорт мөхитендә, үҙем диндә булғас, мосолмандар солғанышында үҫеүе - ҙур бәхет. Мин балаларыма, дингә килегеҙ, намаҙ уҡығыҙ, ураҙа тотоғоҙ, тип тыҡыманым. Ике балам да минең шәхси өлгөм-дә тәрбиәләнде. Ҡыҙым дүртенсе курста уҡығанында яулыҡ ябынды, улым әрмелә лә ураҙа тотто. Әлхәмдүлилләһ, бер ваҡытта ла балам төнөн сығып китте, ҡайҙа, нимә эшләп йөрөй, тигән һорауҙар борсоманы мине. Мин яҙмышымдан, балаларымдан ризамын.
Рита: Ике бала әсәһемен, Нәркәс исемле ҡыҙыбыҙ, Нур исемле улыбыҙ бар. Балаларҙың тыуған ере булғас, икеләтә ҡәҙерле инде ул Стәрлетамаҡ. Бәләкәй баланың донъяны ҡабул итеүе ҡыҙыҡ бит, ауыл, ҡаланы улар тәүҙә өй, һуңынан - урам, үҫә, аңлай бара - ауыл, ҡала итеп ҡабул итә. Кеше күңелендәге иң йылы урын - атай-әсәйгә, олатай-өләсәйгә, бала саҡҡа бәйле тыуған йорт тойғоһо шулай ярала, күрәһең.
Эш урынына бәйлелек тә бәхетле итәлер һеҙҙе?
Ғәлиә: Башҡалар нисектер, ә мин эш урынына, ысынлап та, бәйле. Маҡар мәктәбенә ҡайтып эш башлағас, Ғайса Хөсәйеновтан, аспирантураға уҡырға саҡырып, хат килеп төштө. Ул беҙҙең курстың диплом эштәрен яҡлау комиссияһы рәйесе булғайны. Бер йыл эсендә Ғайса ағайҙан өс хат алғас, икенсе йылына аспирантураға киттем, әммә өс-дүрт айҙа эшемде, минең күҙҙәремә генә ҡарап ултырған уҡыусыларымды һағынып, мәктәпкә кире ҡайттым...
Фирүзә: Мин үҙ эшемдең фанаты булдым. Һәр нәмәне еренә еткереп эшләргә тырыштым. Предметымды, уҡыусыларымды яратып, йөҙөп йөрөп эшләнем. Үҙ эшемә ғашиҡ инем. Уҡыусыларым мине һаман да онотмайҙар, шылтыратып хәл белешеп, байрамдарҙа ҡотлап торалар, өйөмә килеп рәхмәт әйтеп китәләр. Уҡытыусы кеше өсөн ошо үҙе иң ҙур бәхеттер, моғайын. Мин сәскән изгелек орлоҡтары мул итеп уңыш бирҙе, бер уҡыусым өсөн дә оялырға тура килгәне юк. Киреһенсә, яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп, уҡыусыларым менән ғорурланып йәшәйем.
Айһылыу: Эйе, эштән дә уңдым мин. Мәктәптә лә ихлас эшләнем. Райондың "Таң" гәзитендә 23 йылға яҡын бүлек мөдире булыуым бер көн кеүек кенә. Эшемде яратып эшләнем. Яҙғандарым, әсәйем әйтмешләй, күптән Ер шарын урап сығырға еткәндер. Районда мин бармаған бер генә ауыл ҡалды - Иҫке Аҡбулат. Башҡаларын арҡырыға-буйға иңләнем. Эш аралаш дүрт китап сығарҙым. Балалар өсөн әкиәттәрем, хикәйәләр, шиғырҙар, йомаҡтар күп кенә, бер китаплыҡ парсалар ята. Хәҙер яҙғандарымды китап итеп сығарғы ла килмәй китә - кем уҡый һуң, тигән һорау борсой. Шулай ҙа киләсәктә башҡортса-русса һүҙлек тотоп булһа ла уҡырҙар, тигән өмөт тә бар ул...
Рита: Хеҙмәт юлының башында дүрт йыл Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһында башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы булып эшләнем. 2003 йылдан алып Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында уҡытам. Эшемдең ҡайһы яғы бигерәк тә ҡәҙерле: беренсенән, йәштәр менән эшләйем, йәшлек донъяһы, йәшлек дәрте көс бирә. Беҙҙең башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында башҡорт, татар, сыуаш йәштәре туған тел, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнә. Башҡорт мөхитендә башҡорт телендә киләсәк быуын менән башҡорт әҙәбиәте хаҡында һөйләшәм, яҙыусы ижады, әҫәрҙәр, әҙәби процесс хаҡында фекерҙәр менән уртаҡлашам, йәштәрҙең ҡараштарын тыңлайым, уларҙың һүҙгә, сәнғәткә, тормошҡа мөнәсәбәтен күҙәтәм. Был да минең өсөн бик мөһим. Фәнни эҙләнеүҙәрем дә әҙәбиәт, шиғриәт ғилеме менән бәйле. Шуға ла эштең, фәндең, ижадтың бер нөктәлә киҫешеүе - үҙе үк яҙмыш түгелме ни!
Иң мөһиме, һеҙҙең кеүек шәп ҡыҙҙарҙың милләт әсәләре булыуы. Был бурысығыҙҙы үтәгәнһегеҙ, тип әйтәбеҙҙер, шулаймы?
Ғәлиә: Милләт әсәһе тигәндә, иң тәүҙә үҙ туған телен белгән балалар үҫтереү, тәрбиәләү күҙ уңында тотолалыр, моғайын. Был бурысым үтәлде: балаларым башҡорт телендә һөйләшә, уларға ла милли тойғо телебеҙ аша ла, йыр-моңдарыбыҙ аша ла, йәшәү рәүешебеҙ аша ла һалынған. Алдан нимәлер юрай алмайым, бары тик балаларым үҙ милләтебеҙҙән үҙ яртыларын табып, өләсәй булыу бәхетен татырға, балаҡайҙарымдың балаларын бағышырға яҙһын, тип теләйем үҙемә.
Фирүзә: Милләт әсәһе - ул бик юғары исем. Уға лайыҡ булыу өсөн ғүмер буйы милләтеңә хеҙмәт итергә, уны күтәрергә, ошо уҡ тойғоларҙы балаларыңа ла һеңдерергә кәрәк. Моғайын, был бурысты үтәгәнмендер, һаман да үтәйем тип әйтә алам.
Айһылыу: Милләт әсәһе тигәнде кем нисек аңлай бит әле. Был исемде ниндәйҙер конкурстар уҙғырып, уңлы-һуллы таратыуҙы мода итеп алдылар. Милләт әсәһе үҙ ғаиләһе, даирәһендә генә түгел, тотош оло донъяла бар яҡтан танылыу алған ҡатын-ҡыҙ, минеңсә. Был ҙур исемде йөрөтөү өсөн тотош милләтте әйҙәр, уға ҡыйын сағында күңелен имләр, тоғро һүҙ әйтер, күпселек араһында хаҡлы абруй яулар, сал аҡылға, рухи көскә, милләтеңде күтәрер, ҡурсыр сифатҡа эйә булырға кәрәк, минеңсә. Мин үҙемде был яуаплы һәм оло исемгә эйәмен, тип уйламайым. Милләтеңдең ҡыҙы була алһаң да шәп әле ул...
Рита: "Милләт әсәһе" минең өсөн бик юғары төшөнсә. Милләт әсәһе образында мин тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән, лайыҡлы балалар үҫтереп, абруйлы өләсәй булған, рухи көсө, эшмәкәрлеге, бар тормошо менән йәмғиәттә оло ихтирамға лайыҡ апайҙарҙы, инәйҙәрҙе таныйым. Улар - минең әсәйемдең быуындаштары. Әсәй мәрхүмә булып киткәс, уның быуындаштары булған ҡатындарға, уларҙың яҙмыштары яҙылған йөҙҙәренә, рух көсөн сағылдырған ҡараштарына иғтибар итәм һәм һеҙ әйткән милләт әсәһен таныйым.
МХО ла йөрөгән ир-егеттәрҙең әсәләренә, ҡатындарына әйтер һүҙегеҙ ниндәй булыр?
Фирүзә: Улдарыбыҙҙың үҫкәнен күреү бәхете тәтемәне беҙгә. Шулай ҙа, әгәр улым булып, МХО-ға үҙ теләге менән китәм тиһә, мин ҡаршы булмаҫ инем. Улдарын, ирҙәрен яуға оҙатҡан әсәләргә, ҡатындарға оло рәхмәтемде әйтеп, улар алдында башымды эйәм. Һеҙ ысын ир-егет тәрбиәләгәнһегеҙ. Иҫән-имен генә әйләнеп ҡайтһындар инде батырҙарыбыҙ. Яуҙа вафат булған егеттәрҙең йәндәре йәннәттең түрендә булһын. Уларҙың яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашам, минең дә йөрәгем илай, әрней, һыҙлай. Бына әле генә хәрби хеҙмәткә китеп, Белгородта ил сиген һаҡлап батырҙарса һәләк булған йәш егетте ер ҡуйынына һалдыҡ. Егерме генә йәшлек һомғол, сибәр егет. Йән әрней, күҙҙәр-ҙән йәштәр аға ла аға. Нихәл генә түҙә икән әсәһенең йөрәге? Ил башлыҡтары тиҙерәк үҙ-ара килешеп, илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын ине. Илен яҡлап изге яуҙа башын һалғандарҙың йәндәре йәннәттә була тиҙәр. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел булһын шәһит булған улдарыбыҙҙың.
Ғәлиә: Барыбыҙҙың да теләк бер төрлөлөр ул: донъялар тиҙерәк тынысланһын, башҡа бындай мәхшәр ҡабатланмаһын, бер кемдең дә күҙ йәше түгелмәһен ине.
Рита: Ауыр һорау. Кисә генә ҡала китапханаһында яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары ҡатнашҡан сарала булдым, түңәрәк өҫтәлдә ҡапма-ҡаршы ултырып, әйткән һүҙҙәрен тыңланым, кисерештәрен уртаҡлаштым. Саранан ҡайтһам, үҙебеҙҙең туғаныбыҙҙың МХО-ла һәләк булыуы хаҡында ауыр хәбәр килеп етте. Һеҙ биргән һорауға яуап биреп, ниндәйҙер һүҙҙәр һөйләү ҙә артыҡ һымаҡ. Ҡәҙерле улдарын яуҙан көткән әсәләргә, яҡындарын көткән һәр кемгә һаулыҡ, рух ныҡлығы, сабырлыҡ теләйем. Ғәзиз кешеләрегеҙгә еңеү менән иҫән-һау ҡайтырға яҙһын
Айһылыу: Минең атай яғынан өләсәйемдең Баязит атлы улы 18 йәшлек кенә сағында Бөйөк Ватан һуғышына алынған. Әлкәлә бер-ике аҙна самаһы әҙерлек үтеп ятҡандар. Балаһының әле Өфө тирәһендәлеген нисектер ишеткән өләсәйем, уны бүтән күрә алмаҫын әсә йөрәге менән һиҙепме, Бөрйән һынлы Бөрйәндән (Мәһәҙей ауылынан) Стәрле аша Әлкәгә йәйәү юлланған. Күпселеген йәйәү, бәғзе мәлдә юлаусылар арбаһына эләгеп, оҙаҡ ҡына барған ул. Иң үкенеслеһе - өләсәй Әлкәгә кискә саҡ барып ауған, ә улғынаһын ошо көндө иртән һуғышҡа алып киткәндәр... Өләсәй ғүмер буйы көттө Баязит улын. Бер ваҡытта ла ҡайтырына өмөтөн өҙмәне. Хәбәрһеҙ юғалған, тигән хәбәр әсә һөйөүенә, фиҙаҡәрлегенә кәртә була алмай - өләсәйем Баязит улының тешләмен (һуғышҡа киткәнендә бер һыныҡ икмәкте тешләтеп алып ҡалған була) һандығы төбөндә аҡ ҡулъяулыҡҡа төрөп һаҡланы. Уны иҫләмәгән көнө булманы. Баламдың исеме ерҙә ятып серемәһен, тип, атайымдың улына, кесе ағайыма, Баязит исемен ҡуштыра. Мәһәҙейҙә хәҙер яугир Баязиттың исемен йөрөтөүсе биш бала атаһы Баязит Ғарифуллин йәшәп ята. Был хәтирәне иҫкә төшөрөүем - әсәләр фиҙакәрлегенә һәйкәл ҡуйырлыҡ, тигәнгә бер дәлил генә.
Ғәзиздәре МХО-ла йөрөгән әсәйҙәргә әйтер һүҙем - Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе лә, йәнегеҙҙең яртыһы булған ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе лә Үҙе генә һаҡлап йөрөтһөн! Тотош ил өҫтөнә төшкән һынауҙы Раббыбыҙҙың ярҙамы менән лайыҡлы үтергә насип итһен. Ир-егеттәр ғаиләләренә имен-һау, камил аҡылдарында, үҙ аяҡтарында, имандары нығынып әйләнеп ҡайтһын. Ғәзиздәрен юғалтҡандарға иһә Раббым Мәүләм сабырлыҡ бирһен. Уларҙы йыуатыр, күңелдәрен имләр һүҙҙе иң шәп ҡәләм әһеле лә таба алмаҫтыр. Сабырлыҡтан, иман байлығынан айырмаһын ғәзиз балаларын юғалтҡан әсәләрҙе.
Гөлбаныу ГӘРӘЕВА
ойошторҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА