
Тормош үтә ябай бер сюжетҡа ҡоролған - ул да булһа, изгелек менән яуызлыҡтың көрәше. Яҙмышыбыҙ маңлайыбыҙға яҙылғас, шул сюжеттың ҡатмарлы бормалары араһында дөрөҫ юлдан яҙмаҫ өсөн беҙгә һайлау мөмкинлеге бирелгән - ожмахҡа илтер юлдан бараһыңмы, тамуҡҡа илтеренәнме - уныһы һинең эш. Шуға ла беҙгә аҙашмаҫ өсөн өлгө кәрәк. Улары күктән төшмәй, эргәбеҙҙә йөрөй. Сибай
ҡалаһындағы "Башмаркет" магазиндар селтәре етәксеһе Зифа Нәдип ҡыҙы ЯҠУПОВА менән һөйләшкәндә, ул ана шундай өлгөләрҙең береһелер, тип уйланылды.
Берәүҙән өсәү яҡшы
Башланғыс класта уҡығанда "Кем булырға теләйһең?" тигән темаға һүрәт төшөрөргә ҡушҡайнылар. Үлсәгес артында торған һатыусыны эшләгәнем хәтерҙә. Эшләнем һәм магазин тураһындағы уй-хыял шуның менән онотолдо. Мәктәпте тамамлағас, атай-әсәйем уҡытыусы һөнәрен һайларға күндерҙе, һәм мин Сибай институтына уҡырға индем. Диплом алыу осором йәш белгестәр артыҡ кәрәкмәгән мәлгә тура килде. Шулай ҙа тыуған Әбйәлилемә ҡайтып (мин үҙем Рысҡужа ауылынан), ике йыл Әбдрәш урта мәктәбендә эшләнем.
Буласаҡ тормош иптәшем Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы егете менән студент саҡтарҙан дуҫ инек. Өйләнештек. Ирем дә мәктәпкә эшкә килде. Бер йылдан ул, ғаиләмде мәктәптәге эш хаҡына аҫырай алмайым, тип, сауҙа өлкәһенә эшкә күсте, бер бәләкәй генә павильон алып, мине лә һатыусы булырға өгөтләне. Ул ваҡытта ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙыбыҙ үҫә ине. Балалар бәләкәй булһа ла, яңы эш башларға батырсылыҡ иттек. Сауҙа өлкәһе минең өсөн бөтөнләй ят ине. Шулай ҙа яңы һөнәрҙә хеҙмәт итергә тәүәккәлләнем.
Бер йыл эшләгәс, магазинды икәү итергә булдыҡ. Ирем күптән "Башмаркет" селтәре ойошторорға хыяллана ине. Кешелә ниндәйҙер көслө ынтылыш булһа, Аллаһы Тәғәлә уның юлдарын аса - икенсе магазиныбыҙ, шунан өсөнсөһө еңел генә асылып китте... Өс магазин араһындағы бөтә эштәрҙе үҙем алып барҙым, һатыусы ауырып эшкә сыҡмаһа, һатыусы булдым, бухгалтер урынында ла, дворник урынына ла эшләнем. Ал-ялһыҙ, ҡай саҡ төнгә тиклем эшләйем. Шул арҡала ирем менән аңлаша алмаған мәлдәр йышайҙы. Мөнәсәбәттәр ҡатмарлашып, ғаиләбеҙҙе тарҡатыуға тиклем барып еттек. Ғәйеп сыбыҡтың ике осонда ла булғандыр инде... Ә милек бүлешкәндә, магазиндар миндә ҡалды...
Заман талаптары
Фатир, машина һатып алып, матди яҡтан ихтыяждар кәмегәс, киләсәккә маҡсаттарым юғала, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуым кәмей һымаҡ тойола башлағайны. Эшкә бирелеп китеп, һаулығым тураһында ла уйламағанмын. Берҙән-бер көндө шуны шәйләнем һәм иң беренсе сиратта психологтарға мөрәжәғәт иттем. Психологтар менән эшләй башлағас ҡына миңә нимәләр етмәгәнен, ни эшләргә кәрәклеген аңланым. Баҡтиһәң, институтты бөткәс, ун һигеҙ йыл буйына бер китап та уҡымағанмын, шәхси үҫешем өсөн көс һалмағанмын, көрсөккә килеп төртөлгәнмен икән. Минең бит ошо сауҙа өлкәһенә ҡағылышлы курстарҙа ла уҡығаным булманы. Хәҙер килеп, замандан артта ҡалмайым, үҫешәм тиһәң, үҙ өҫтөңдә эшләргә, уҡырға, өйрәнергә кәрәк, тигән һығымта яһаным...
Яңы юлға баҫтырған остазым барлыҡҡа килде. Ул бер йыл буйына көн һайын иртәнге сәғәт биштән ун километр ара йәйәү йөрөргә ҡушты. Уның һүҙен тыңлап, энергиямды, хәлемде, һаулығымды нығытыр өсөн, бер йыл буйына йәйәү йөрөнөм. Шул бер йыл эсендә күңелем таҙарынды, һаулығым нығынды, йәйәү йөрөүҙең яңы тормошома юл асыуын, ихтыяр көсө тәрбиәләүен, ялҡаулыҡты еңергә ярҙам итеүен тойҙом. Һаулығым ҡаҡшауының сәбәбе бөтә эште яңғыҙ һөйрәүемдән булған икәне лә аңлашылды. Остазым кәңәшен тыңлап, үҙемә бер ышаныслы ярҙамсы алдым. Ярҙамсым булғас, ысынлап та, күҙҙәрем асылып, тирә-яҡҡа ҡарарға мөмкинлек барлыҡҡа килде - бөтә эште бер елкәгә һалыу ярамай икән...
Алып-һатыу һәм етештереү
Киң таралған үҙенсәлекле магазин селтәрҙәре араһында эшләйем. Тик айырмабыҙ бар: беҙ Сибай халҡына үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән тауарҙарҙы, мәҫәлән, ҡомалаҡҡа бешерелгән икмәктәр, ит комбинатында етештерелгән Сибай колбасаларын һатабыҙ. Күберәк хәләл йүнәлешкә өҫтөнлөк бирәм. Беҙҙә күп байрамдар, мәжлестәр бишбармаҡһыҙ үтмәй, шуға ҡулдан эшләнгән һалмаларҙы ихлас һатып алалар. Башҡорттар етештерә белә, тик сауҙаға артыҡ оҫталыҡтары юҡ, шундайҙар ҡымыҙ, буҙа, ҡорот кеүек ризыҡтары менән беҙҙең магазиндар аша сауҙа итә ала. Әлегә алып-һатыу менән генә шөғөлләнәм, етештереү өлкәһе тураһында төрлө уйҙарым, идеялар бар былай.
Етеш тормош - егәрлелектән
Элек шулай фекерләй инем: мин үҙемә эшләйем, эшкә ҡасан барырға теләйем, шунда барам, ҡасан теләйем, шунда ҡайтам, үҙемә үҙем хужа. Хәҙер аңланым: ҡайҙа эшләһәң дә, иртә тороп, йоҡларға иртәрәк ятырға кәрәк - иртә башлаған эш иртә бөтә. Эшкә ваҡытында барып, ваҡытында ҡайта белергә кәрәк, үҙемә эшләйем, тигән хәлдә лә, аныҡ эш графигы булырға тейеш.
Беҙ булмаған ерҙә һәйбәт, тиһәләр ҙә, һәр эштең дә ауырлығы, еңеллеге бар. Еңел урын эҙләп, үҙ урынын тапмаған кешеләр былай ҙа артҡандан-арта бара. Минең ул яҡтан ҡаратырышлығым бар, әгәр тәүге ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡып, эшемә ҡул һелтәһәм, күптән магазиндарым ябылған булыр ине. Бер эште башлағас, урынына еткерергә кәрәк, шуға әлеге мәлдәге кимәлем менән ҡәнәғәтмен, киләсәктә яңы үрҙәргә өлгәшергә кәрәк, тип уйлайым, сөнки балаларыма етеш йәшәгән әсәй кәрәк. Мин уларҙы иркәләтәм, әммә етешлек менән үгел. Ул яҡтан, алай ҙа, балаларым талапсан түгел, әсәй беҙгә артығы кәрәкмәй, тиҙәр. Бәләкәй саҡтарында әле кеше фатирында йәшәгәндә үк, әсәй, беҙгә артыҡ уйынсыҡ алма, ти торғайнылар. Өйлө булғас, машинаға аҡса йый, аҡсаңды беҙгә түкмә, кейемебеҙ бар, артығы кәрәкмәй, тип аптыраттылар. Ул нимәнән киләлер, белмәйем. Тәүге павильонды асҡас, бар, магазинға инегеҙ, нимә теләйһегеҙ, шуны алып ашағыҙ, тинем. Әгәр шул мәлдә, бер нәмәгә лә теймәгеҙ, тигән тыйыу булһа, улар мине аңламаҫтар ине. Бер-ике тапҡыр ашап туйып сыҡтылар ҙа, ҡабат магазинға барып та ураманылар, бала бит тыйған һайын киҫәткән ергә ынтыла.
Былтырҙан үҙем өҫтөндә эшләй башлап, үҫеш юлына иғтибар йүнәлткәс кенә, Хоҙайға рәхмәт әйтергә өйрәндем, сөнки юлыма осраған кешеләрҙең һәр береһе ниндәйҙер һабаҡ бирә. Баҡтиһәң, төрлө хәл-ваҡиғаны, ситуацияны төрлө яҡтан ҡарарға кәрәк икән. Негатив хәлдә булһаң, һәр ситуацияны минусҡа көйләп, үҙеңә ҡыйынлыҡ килтергәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Әгәр шул мәлдә, был һынау миңә яңы юл асыу өсөн бирелгән, тип ҡараһаң, ул икенсе яҡтан еңел генә хәл ителә икән. Ҡыҙыҡ, әммә шулай.
Ауырыу һәм ғәҙәт
Иртәнге йәйәү йөрөүҙәр энергияны ныҡ күтәрә, ярҙамға мохтаж кешеләр үҙҙәре һине эҙләп килә. Кем өсөндөр өлгө булып, башҡаларҙы яҡшылыҡҡа әйҙәү ҙур бәхет, ҡыуаныс тойғоһо бирә. Беҙҙә бит яҡшы юлға әйҙәүгә ҡарағанда, насар юлға этәреүселәр күберәк. Аллаһы Тәғәлә беҙгә туранан-тура мәғлүмәт бирмәй, уны эргәләге кешеләр аша ебәрә. Әле телеграмм-каналда иртәнге йәйәү йөрөүҙәр, тормошомдағы үҙгәрештәр тураһында "Мин - ҡатын-ҡыҙ" тигән бит алып барам. Остазым йыш ҡына, ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҫтерергә кәрәк, уларҙы үҫтерһәң, аң бирһәң, уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре лә ыңғайлана, тормоштары ла үҙгәрә, тип ҡабатлай, шуға ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙе күңел талабым һымаҡ күрәм. Еңел түгел, аңлайым, остазым да, бөтә кешеләр ҙә эшләй белә, әммә үҙ-үҙең өҫтөндә эшләүе иң ауыры, ти. Бик һирәктәр генә был юлға баҫырға үҙендә көс таба ала, был тормошта насар ғәҙәттәрҙән арыныуы иң ауыры. Ауырыу китһә лә, ғәҙәт ҡалмай, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер
Күңел ҡушҡанса...
Үҙ өҫтөмдә эшләмәгәндә миндә бер Зифа ғына йәшәй ине, үҙен, аҡыллыға һанап, шул Зифа минең менән идара итә торғайны. Үҙ өҫтөмдә эшләй башлағас, икенсе Зифа килеп сыҡты ла, икеһе ике яҡтан кәңәш бирә башланы. Ҡай саҡ яйлап ултырып, икеһенең дә кәңәшен уйҙан үткәрәм. Икеһе лә хаҡлы һымаҡ булып китә ҡайһы саҡта. Остазыма: "Был ике Зифа бер-береһе менән бәхәсләшәләр ҙә китәләр", - тиһәм, ул: "Ҡатын-ҡыҙ аң менән түгел, күңеле менән йәшәргә тейеш, күңелеңдә ҡайһыныһы дөрөҫ тип уйлайһың, шуны тыңла", - ти. Ысынлап та, күңелгә килгән аҙымды эшләһәм, шул юлдан тағы ла ниндәйҙер яңы юл асыла, күңелде тыңламаһаң, юлдар ябылған һымаҡ була. Шуға күңелгә килгән хис-тойғолар менән йәшәргә кәрәк.
Шулай итеп...
Иртәнге биштә тороп, ун саҡрымлыҡ юлға сығырға йыйынманығыҙмы? Йыйынһағыҙ, уныһы һеҙҙең һайлау, бар ихтыяр көсөн туплап, тормошҡа ашырыу - яҙмыш бүләге, яңы юл. Хәйерле юл һеҙгә!
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА