«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘСЕПЛЕ БУЛҺЫН ҠАТЫН-ҠЫҘ
+  - 

Ошо көндәрҙә Йылайыр ағинәйҙәре район мәҙәниәт йортонда яулыҡҡа арналған тағы бер матур сара үткәрҙе. Унда Йылайыр, Матрай, Юлдыбай, Ҡашҡар, Байғужа, Яманһаҙ ауылдарының ҡул оҫталары ҡатнашты.

Мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулы булды. Юлдыбайҙан беҙ дүрт ағинәй барғайныҡ. Күргәҙмәгә өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы - ҡара кәшемир шәлдәр, сәсәкле шәлдәр, һандыҡ төптәрендә һаҡланған яулыҡтарҙы ҡуйҙыҡ. Әғинәйебеҙ Ғәлимә Айытҡолова өләсәһенең яулыҡты боронғоса ябынып төшкән фотоһүрәттәрен, шулай уҡ өләсәһенең түшелдереген күргәҙмәгә сығарҙы. Һарауыс һәм таҫтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо был милли кейем элементтарын районда тәү башлап беҙ эшләй башлағайныҡ. Маңғайҙы ҡаплаусы һарауыс туҡымаға ҡыҙыл, шулай уҡ көрән төҫтәге кизе ептәр менән орнамент сигеп эшләнә. Атамаһы, моғайын, "һырлау" һүҙенән алынғандыр. Ә таҫтарҙы иһә оҙонлоғо 3 метрлыҡ асыҡ төҫтәге киндер йәки кизе-мамыҡ туҡыманан тегәләр. Уны олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар кейә. Баш тирәләй ике ҡат уратып, бер осон арҡаға, икенсеһен алға төшөрөп ябыналар. Таҫтар менән һарауысты сиккәндә төйөн ҡалдырмай ике яғын да бер иш итеп эшләйбеҙ. Бындай алым оҫталыҡтың бер билдәһе һанала. Беҙ шул оҫталыҡ менән уртаҡлашып, ҡыҙыҡһыныусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы шатландырҙыҡ. Хәҙер беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ошо өләсәйҙәр кәсептәренә ылыға, күңел һала, шуның өсөн тәжрибәле ағинәйҙәрҙең өйрәткәндәрен, оҫталыҡ дәрестәрен ихлас ҡабул итә.
Баһалама ағзалары ағинәйҙәр алып килгән һәм күргәҙмәгә ҡуйылған эштәрҙе "Тарихлы шәлдәр", "Ажурлы шәлдәр һәм башлыҡтар", "Креатив яулыҡтар", "Ҡатын-ҡыҙ тормошон биҙәгән яулыҡтар" номинацияларында баһаланы. "Ғаилә ҡомартҡыһы" тип аталған фотокүргәҙмә айырым билдәләнде. Беҙҙең Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре командаһы тергеҙелгән боронғо яулыҡ өсөн 1-се урын алды, ә дөйөм күргәҙмә буйынса 3-сә урынға сыҡтыҡ.
Юлдыбай ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә ныҡ маһир ул. Дебет шәлдәр бәйләйбеҙ, һуғабыҙ, ҡорамыш ҡорабыҙ. Шуға ла күргәҙмәлә ҡатнашыу, унда үҙ оҫталығыбыҙҙы күрһәтеү бер ниндәй көсөргәнеш талап итмәне беҙҙән. Сара шул тиклем сағыу һәм йылы мөхиттә үтте.

Мәғәзирә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru