«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ КӨНӨ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән 8 июндә "Урал батыр" эпосы көнөн булдырҙы.

- Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эше халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса донъя әҙәбиәтенең үҙенсәлекле боронғо әҫәре - үҙебеҙҙең "Урал батыр" эпосы тураһында әйтергә теләйем. Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыһын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн йыл һайын июнь айында "Урал батыр" эпосы көнө үткәреләсәк, - тине Радий Хәбиров.
"Урал батыр" эпосы - башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы, ул 4576 шиғри һәм 19 прозаик юлдан тора. Эпос күп меңәр йылдар дауамында формалашҡан. Текст быуындан-быуынға күсә килгән. Мөхәмәтша Буранғолов эпосты 1910 йылда Ырымбур губернаһы Этҡол волосы (Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы) Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев һәм Бәләкәй Этҡол ауылында Хәмит Әлмөхәмәтов исемле ике сәсән-ҡурайсынан яҙып алған. Төп нөсхәһе (ҡулъяҙма) һаҡланмаған. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, "Урал батыр" эпосы тәүге тапҡыр 1968 йылда "Ағиҙел" журналында баҫылған. Башҡорт телендәге тулы баҫмаһы "Башҡорт халыҡ ижады" китабының беренсе томында донъя күргән. "Урал батыр" күп телдәргә тәржемә ителгән. Эпос фәнни яҡтан өйрәнелә, эпосты яттан һөйләү конкурсы үткәрелә, спектаклдәр, анимация фильмдары бар.
Әйткәндәй, 8 июндә "Урал батыр" китабының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһына тапшырыла. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 224

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru