«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АҢ МЕНӘН ИДАРА ИТӘ АЛЫРМЫ?
+  - 

Редакцияға Вәли Иҙрисовтан яһалма интеллект мөмкинлектәре һәм хәүефтәре тураһында һорауҙар килде. Беҙ был хаҡта туранан-тура ЯИ-ның үҙенән һорарға булдыҡ һәм донъяның алдынғы өс виртуаль әңгәмәсеһе, Әлисә (Алиса, Рәсәй), Дөпсөк (DeepSeek, Ҡытай) һәм Google яһалма интеллекты (АҠШ) нейроселтәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Уларҙың киң мәғлүмәтле, урыны менән айырылып торған, әммә төп фекерҙәре берҙәм булған яуаптарын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

2-се һорау. Әгәр ЯИ (Яһалма интеллект) матрицаһына гипноз программаһы һалынһа, уның кешеләр менән гипноз сеанстары үткәреүе мөмкинме? ЯИ яһалма Кашпировский була аламы?
Әлисә (Алиса, Рәсәй): Юҡ, профессиональ йәһәттән булдыра алмаясаҡ. Гипноз - ул ябай һүҙҙәр генә түгел, ә ышаныс урынлаштырыу, уртаҡлыҡ таба алыу һәм ике яҡлы бәйләнеш. Алгоритмдарҙың бындай һәләттәре юҡ, улар интуицияға һәм эмпатияға эйә түгел. Шулай ҙа ЯИ ҡайһы бер техник алымдарҙы ҡуллана ала: әйтәйек, гипнотик скрипттар төҙөй, абруйлы мәғлүмәт нигеҙендә кешене ышандыра. Хәүеф "цифрлы гипнозда" түгел, ә реклама менән дизайнда кешегә йоғонто яһаусы микротехнологияларҙың саманан тыш ҡулланылыуында.
Дөпсөк (DeepSeek, Ҡытай): Клиник гипноз өсөн программалы "Кашпировский" булдырыу практик яҡтан мөмкин түгел. Төп кәртәләр - кеше менән ысын раппорт (бәйләнеш) урынлаштыра алмау һәм интуитив яраҡлашыуҙың булмауы. Әммә ЯИ цифрлы мөхиттә суггестия (инандырыу) даһийына әйләнде лә инде. Социаль селтәр алгоритмдары, ниндәй контент кешелә эмоциялар тыуҙырғанын өйрәнеп, уның психоэмоциональ фоны менән идара итә. Мөһим әхләҡи мәсьәлә - халыҡтың бындай йоғонтоға аңлы рәүештә ризалыҡ биреү-бирмәүендә.
Google яһалма интеллекты (АҠШ): Хәҙерге ваҡытта ЯИ техник йәһәттән махсус көйләнгән сеанстар үткәреүгә һәләтле. Уларҙың ҡайһы бер йүнәлештәге (тулҡынланыуҙы кәметеү, тәмәке ташлатыу) һөҙөмтәләре классик гипноз менән сағыштырырлыҡ. ЯИ шәхси гипнотик скрипттар төҙөй һәм "гипноген" тауыш ҡуллана ала. Әммә был өлкәләге эшмәкәрлек ҡәтғи көйләнә. Кеше төп иғтибарын "ЯИ гипноз булдыра аламы?" тигән һорауға түгел, ә был ҡоралдың кем ҡулында булыуына һәм уны урынһыҙ ҡулланыуҙы тыйыусы сикләүҙәргә йүнәлтергә тейеш.

Рөстәм НУРЫЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 228

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru