«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘЙКӘЛДЕ ТЕРГЕҘЕҮ БАШЛАНҒАН!
+  - 

Был көндәрҙә бер төркөм журналистар Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы менән танышты.

Постаменттан һүтеп алынған скульптура фрагменттары Черниковка биҫтәһендәге ангарҙа урынлаштырылған. "Әлеге этаптың төп бурысы - скульптураны иҫке буяуҙан тулыһынса әрсеү, иретеп йәбештерелгән йөйҙәрҙе таҙартыу һәм бөтә етешһеҙлектәрҙе асыҡлау. Беҙ 60-сы йылдарҙағы тәүге проектҡа таянып эш итәбеҙ, әммә эштәр барышында уның кәүҙәләндерелгән һәйкәлдән ныҡ айырылыуы асыҡланды", - ти реставраторҙар төркөмө етәксеһе Андрей Кудрявцев.
Данлыҡлы скульптураның хәле шәптән түгел, бының сәбәбе - материалда, тигән һығымтаға килгән белгестәр. "Моғайын, беҙҙең бөтәбеҙҙең дә баҡсаһында олатай-өләсәйҙәребеҙ заманынан ҡалған ҡаҙан йәки башҡа суйын һауыт-һаба барҙыр. Улар тулыһынса тутыҡҡан булһа ла, ныҡ һәм бөтөн көйө ҡалған. Сөнки сифатлы суйын ҡулланып эшләнгән. Әгәр ҙә скульптураны шундай уҡ суйындан ҡойһалар, ул мәңгелек булыр ине", - тигән фекерҙә эксперт.
Андрей Кудрявцев һүҙҙәренсә, тәүҙә һәйкәлде бронзанан ҡойоу планлаштырыла. Әммә 60-сы йылдарҙа төҫлө металл сәнәғәттә киң ҡулланыла һәм ул етешмәй. Бронза бирмәйҙәр, ә ваҡыт үтә, гипс модель дә емерелә башлай. Ахырҙа, скульптураны суйындан ҡойорға ҡарар итәләр. Ваҡыт тар, ноябрь байрамдарына һәйкәлде асырға кәрәк. Ашығалар, скульптураны ҡойоу өсөн сифаты бик үк шәптән булмаған күп шлаклы суйын файҙаланыла. "Хәҙер ни әйтеп була инде, булдыра алғансы эшләгәндәр. Уның ҡарауы, Ағиҙел буйында Өфө ҡунаҡтарын ҡаршылаған һыбайлы һәр кемгә таныш. 1967 йылда һәйкәлде урынына алып барғанда уҡ ҡайһы бер өлөштәре киҫелеп төшә. Уны баҡыр ямау менән беркетергә тура килә. Шуға ҡарамай, ел һәм ямғырҙар аҫтында ул 58 йыл тора. Лак һәм буяу ҙа күп урындарын һаҡлай алмаған", - ти Андрей Кудрявцев.
Таҙартыу һәм тергеҙеү өсөн иң һаҡсыл механик һәм химик технологиялар ҡулланабыҙ, тип ышандыра реставратор. Һөҙөмтәлә, һәйкәл тәүге төҫөн аласаҡ.
Реставрация эштәре профессиональ яҡтан РФ Художество Академияһы ҡарауы аҫтында, бынан тыш, эштәр барышын йәмәғәтселек фекере лидерҙары ингән Күҙәтеү советы контролдә тота.

Ольга МОРТАЗИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 81

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru