Ун биш йыл элек БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булараҡ, Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булдым. Шуға ла бөгөн башҡорт теле тирәләй барған шау-шыуҙар мине лә борсой.
Берҙән, бөгөн туған тел һәм дәүләт теле төшөнсәләренең төрлө булыуын онотабыҙ. Телдәр мәсьәләһендә иң мөһим ике хоҡуҡи акт бар - Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы. Шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" Федераль закон һәм "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон бар. Һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһынан башлайыҡ һәм тәүҙә "дәүләт теле" терминына аныҡлыҡ индереп үтәйек. Дәүләт теле - ул дәүләттә өҫтөнлөклө булған тел. БР Конституцияһынан цитата килтерәм: "Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының хакимиәт даирәһе сиктәренән һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәренән тыш, дәүләт власының бөтә тулылығына эйә булыуында, үҙ территорияһы, халҡы, дәүләт власы органдары системаһы, үҙ Конституцияһы һәм закондары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм дәүләт символдары булыуында сағылыш таба", - тиелә унда. Башҡорт теле, үҙ дәүләтселеген булдырған халыҡ теле булараҡ, дәүләт теле статусына эйә тип танылған һәм ошо дәүләт территорияһында бөтәһе тарафынан да өйрәнелергә тейеш. БР-ҙың "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законда ике дәүләт телен дә бер тигеҙ эшләтеү бурысы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Ил Президенты Владимир Путин туған телдәр тураһында һөйләгән саҡта дәүләт телдәрен дә күҙ уңында тотҡандыр, тип уйламайым. Сөнки Рәсәйҙә бөтәһе 21 субъект, шуларҙың ун һигеҙенең үҙ дәүләт теле бар. Әле үрҙә әйтелгән законда дәүләт власы органдарының башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә булышлыҡ итергә тейешлеге тураһында ла әйтелә, быға тиклем республикала был йөкләмә үтәлә килде. Ә беҙ бөгөн дәүләт үҫешендә яңы баҫҡысҡа күтәрелергә торған кеүек эш итәбеҙ. Улай түгел, барыһы ла үҙ урынында ҡала: Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ла, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ла эшләй. Беҙ ошо документтарға ярашлы, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу тураһындағы йөкләмәне иҫкә төшөрөп, ошо бурысты үтәүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 5-се статьяһы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға гарантия бирә, был Конституцияның төп бурысы. Бында Рәсәй Федерацияһының тигеҙ хоҡуҡлы субъекттары һаналып китә, улар төрлө һәм һәр береһе үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы бар, ҡайһы бер субъекттар уставтарға ярашлы йәшәй. Әгәр кемдер дәүләт теле һәм туған тел төшөнсәләрен бутай икән, бары тик уларға аңлатырға ғына кәрәк. Дәүләт белем биреү стандарттарын төҙөгән кешеләргә мөрәжәғәт итеп, Рәсәй Федерацияһының егерме бер субъектында үҙ дәүләтселеген һәм үҙ дәүләт телдәрен билдәләргә хоҡуҡлы халыҡ йәшәй, тигән уйҙы еткерһәк, был мәсьәләгә асыҡлыҡ инер, тип уйлайым.
Светлана ПАРФЕНОВА,
хоҡуҡ фәндәре кандидаты, БДУ доценты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|