ТЕЛ БАЙЛЫҒЫН ӨЙРӘНДЕМ
Мин "Киске Өфө" гәзитенең һәр һанын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алып уҡыусыларҙан.
Үҙем урыҫ теле өҫтөнлөк иткән мөхиттә тыуып үҫтем, 43 йыл буйы мәктәптә урыҫ теленән уҡыттым. "Киске Өфө" гәзите аша башҡорт теленең байлығы, халҡымдың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштым. Туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, тарихи тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, тыуған ерҙең, һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың ҡәҙерен белергә саҡырған "Киске Өфө"гә оло рәхмәтемде еткерәм.
Зәйнәп ВӘЛИЕВА.
Дыуан районы, Арый ауылы.
геройҙар дәүере
УЙЛАНЫЛҒАН ЕТДИ ҠАРАР
Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә йыйынған йәштәр ни өсөн йышыраҡ пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен һайлай? Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән әңгәмәлә Андрей Николаев (фамилияһы үҙгәртелгән) бының сәбәбен ҡыҙыҡһыныу менән аңлата.
ЯИ-КӨФӨ менән әңгәмә
ЯҘЫУСЫҒА ЯРҘАМ ИТӘ
Машина - ысын тәржемәсене алмаштыра алырлыҡ көслө түгел, ә ни бары бер телдән икенсе телгә әйләндерелгән ҡаралама эшләүсе генә. Тәржемәне еренә еткереү, әҫәргә "йән өрөү" кеше ҡулында ҡала.
донъя шаңдауы
"БЕР ҠАПҠАҒА" УЙНАУ
Тәбиғи, Тегеран Вашингтондың бындай "бер ҡапҡаға" уйнаусы шарттарын ҡабул итә алмаһа ла, киләсәктә АҠШ-тың был йәһәттән үҙ курсын үҙгәртеүенә өмөтләнә һәм конфликтты хәл итеү буйынса эште дауам итергә әҙер булыуын белдерә.
уйлыға - уй
БЕРӘҮГӘ – ХАРАМ ИКЕНСЕГӘ - ТАП-ТАМАНМЫ?
Бәлки, Аллаһ Тәғәләнең харамдың үтә яман ғәмәл икәнлеген тағы иҫкәртеп, ғаиләгеҙ һис ҡасан был аламалыҡты ғәҙәт итеп алмаған, харамлашып ғүмер итмәгән, ул һеҙгә килешмәй, ғүмергә муллыҡ булып йоҡмай, тип киҫәтеүелер?
тарих ярсыҡтары
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
Башҡорттарҙың ҡатындарына мөнәсәбәте хаҡында әйткәндә, быны гуманлы тип нарыҡларға була; ҡатын-ҡыҙҙарҙың буйһоноулы хәлдә булыуына, бар нәмәне лә бер һүҙһеҙ ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт үҙенең ҡатыны менән йомшаҡ мөғәмәлә итә һәм бер ҡасан да ҡул тейҙермәй тиерлек.
диалог
ТЕЛЕБЕҘҘЕ ФӘН ҺӘМ МӘҒАРИФ ҺАҠЛАЙ, ТИҘӘР БИЛДӘЛЕ ҒАЛИМӘ-МӨҒӘЛЛИМӘЛӘРЕБЕҘ
Башҡорт ырыуҙарының үҙҙәренә генә хас тамғалары булған кеүек, ғаилә-нәҫелде, айырым шәхесте белдергән тамғалар булыуын беләбеҙ. Йыш ҡына русса яҙылған документтарға ҡул ҡуйыусылар үҙ тамғалары менән имза һалғандар.
балаңа уҡы
АХМАҠ ТАУЫҠ
- Һммм... Килешеү? Ниндәй килешеү? Тауыҡ менән минең арала ниндәй килешеү булыуы мөмкин? Һин дә мин ашаған тауыҡтар һымаҡ ахмаҡ икәнһең! - тип хахылдай төлкө.
ижадхана
МОСТАЙ РУХЫ БЕҘҘӘ
Йәштәр театры тамашасылары ҡатмарлы темаларҙан ҡурҡмай, үҙҙәренән көлә, оялмай, илауҙан да тартынмай, тороп алҡышлай ҙа белә. Күп тамашасыларыбыҙ беҙҙең спектаклдәрҙе ҡарап үҫкән, хәҙер бында балаларын алып килә.
йән әрнеүе
ХОҘАЙ, КИСЕР, ТИГӘНДӘН ЭШ БӨТӨРМӨ?
Иман - ул Бәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ла ышаныу булһа, ә инде иман шарттары ошо ышаныуҙарға нигеҙләнә, тип аңлаталар дин ғалимдары.
дөрөҫ һөйләшәйек
"АЛЛА"МЫ, "АЛЛАҺ"МЫ?
Бынан бер нисә йыл элек интернеттағы төрлө форумдарҙа "Алла" һүҙен "Аллаһ" тип яҙырға кәрәк тигән фекерҙәр ишетелә башлағайны. Бының сәбәбен мин күркәм күренеш - милләттәштәребеҙҙең күпләп Исламға килеүе, дин менән ҡыҙыҡһына башлауы, ғәрәп телен өйрәнеүе менән бәйле тип ҡабул иттем.
рәссамға өс һорау
МИЛЛИЛЕКТЕ КИЛӘСӘККӘ ИЛТӘМ
Баш ҡаланың Ленин урамындағы "Китап" нәшриәте магазинының лекторий залында БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың "Изобилие. Муллыҡ" исемле картиналар күргәҙмәһе ойошторолғайны.
|