ШУЛАЙ БУЛА КҮРҺЕН!
Башҡорт теле, ҡымыҙ, милли көрәш, башҡорт туй йолалары, башҡорт тирмәһен ҡороу технологияһы, башҡорт халыҡ музыка-поэтик ижады һәм башҡалар Башҡортостан Республикаһының Милли мираҫы дәүләт реестрына индерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға тәҡдим иткән тейешле закон проекты көҙгө сессияла ҡарала.
Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, башланғыс ата-бабалар хәтерен, быуындар күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлауға, шулай уҡ үҙенсәлекле рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән. "Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына айырым яҡлау аҫтында булған объекттар индерелгән. Улар араһында - "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, "Асылыкүл", "Ҡандракүл", "Мораҙым тарлауығы", "Ирәмәл" тәбиғәт парктары, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Милли мираҫ дәүләт реестрына ингән башҡа объекттар ҙа ошондай һаҡлау статусына эйә була. Республиканың тәбиғәт ҡомартҡыларынан һәм архитектура йәһәтенән иҫтәлекле урындарынан тыш, был республиканың милли мәҙәниәтенең төрлөлөгөн билдәләгән үҙенсәлекле продукттар һәм алымдар", - тине спикер.
әйтер һүҙем
ТЫУҒАН ЙОРТТО ТАШЛАП ҠУЙМАЙЫҠ
Хужалары булып та, ташландыҡ хәлдәге йорттарҙы, ихаталарҙы күреү күңелде әрнетә. Кемдер шунда йәшәп тә илтифат итмәй, ҡайһы берәүҙәр йылына бер килеп әйләнә, өсөнсөләр йылдар буйы күренмәй.
донъя шаңдауы
ҠАР БАШЫНА – ҠАР ХАН БАШЫНА ХАН ЕТЕР
Үткән аҙнаның һуңғы көнөнә ҡарата РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй яугирҙары Донецкиҙың Прогресс һәм Евгеновка тораҡ пункттарын азат итте.
...ғәҙәттәргә күркәм
КӘЙЕФ ТУПҺАНАН БАШЛАНА
Радий Хәбиров: "Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефе ниҙән ғибәрәт булыуы хаҡында телгә алам. Мәҫәлән, ул иртә менән тора һәм бысраҡ подъезға сыға, ә ихатала шул уҡ хәл: тубыҡтан бысраҡ - бына кәйеф шунан да боҙола бит".
ә һеҙ беләһегеҙме?
ДӘҮЛӘТ ЯҠЛАУЫНДА БУЛЫУ ҒАИЛӘ НИГЕҘЕН ЫШАНЫСЛЫ ИТӘ
17 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙең нигеҙ күләме - 6 670 һум (балалар өсөн тәғәйенләнгән йәшәү минимумының 50 проценты).
ғаилә мәктәбе
ИГЕҘӘКТӘР АТА-ӘСӘ УЛАРҘЫҢ ИКЕҺЕ ИКЕ ШӘХЕС ИКӘНЕН ОНОТМАҺЫН
Игеҙәктәрҙең шулай йөрөүҙәре ата-әсәләре өсөн уңайлылыр, сөнки һәр ваҡыт бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ булалар; икенсенән, кейендергәндә лә артыҡ һайланмайһың - икеһенә бер төрлө кейем алаһың да бирәһең.
ата-әсәләр йыйылышы
БАЛАМ ӨСӨН ЙӘЛ ТҮГЕЛ. БЫНДАЙ ҠАРАШ ДӨРӨҪМӨ?
Балағыҙҙың дуҫтары ниндәй булыуын белегеҙ. Өс йәше тулғандан һуң сабый тормошонда дуҫлыҡ иң мөһим ролдәрҙең береһен уйнай башлай. Ул донъяны дуҫтары менән бергә уйнау аша танып белә.
уйлыға - уй
ҠУШАҒАҢ МЕНӘН ҠУША ҠАРТАЙ!
"...Бер кем дә икенсе кешенең гонаһын күтәрмәҫ, ауырлыҡ төшкән кеше уны күтәреүен һораһа ла, хатта яҡын туғаны булһа ла..."- тиелә. Ошо аяттан күренеүенсә, һәр кем үҙ гонаһы өсөн фәҡәт үҙе генә яуаплы. Кеше нисек кенә фаразламаһын, ата-әсәнең гонаһы балаһына, башҡа туғанына, ейән-ейәнсәрҙәренә төшә тип һанау Ислам дине ҡанунына тап килмәй!
кинәйәне киңәйтеп...
ӘТӘСКӘ ЛӘ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ!
Әтәскә лә абруйлы Әтәс булыуы еңелдән түгел, улым. Тәү мәлдә йәш Әтәс матур итеп һөрәнләй ҙә алмай әле ул. Күп ваҡыт уның зәғиф тауышы үҙенән әллә ни ары китә алмай, ярты юлда өҙөлөп ҡала.
хәтеркитап
АТАЙ ЙЫЛЫҺЫ
Ғүмерҙе, фанилыҡты тәбиғәттең йылы миҙгелдәре менән күңелемә һеңдерәм, хәтеремә беркетәм. Ә ул йылылыҡтың сығанағы йыл миҙгеленән, көн торошонан бигерәк, иң ҡәҙерле, ғәзиз кешем - атайым ул.
мөғжизәле донъя
ҠОЛАҒЫҢ МЕНӘН ТЫҢЛА ЛА КӨЙ МЕНӘН ДАУАЛАН
Борон-борондан медиктар, иң беренсе осраҡта мосолмандар, көйҙө дауалау сифатында ҡулланған. Ислам донъяһында ла махсус дауалау үҙәктәре асылған: VIII быуаттың башында уҡ Фес (Марокко) ҡалаһында; IX быуатта Бағдадта һәм Дамаскта; 1279 йылда Алеппола был үҙәктәр үҙ көсөнә ингән. Бында ауырыуҙарҙы үҙенә тура килгән көй менән дауалағандар.
йәшел дауа
ҠАРБУЗ
Күп ауырыуҙарҙан дауа булып торһа ла ҡарбуздың кире яҡтары тураһында ла оноторға ярамай. Ҡарбуз менән ағыуланыу осраҡтары күп. Әгәр ҡарбуз йомшағында бер нисә һарғайған урын булһа, уны һис кенә лә ҡулланырға ярамай.
|