ИЗГЕ ЭШ ЭШЛӘНДЕ!
Республика көнө алдынан баш ҡаланың Дим районында яңы белем усағы - 161-се лицей асылды. Йыйылыусыларҙы оло ваҡиға айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
- Һеҙ бассейны, спорт залдары булған, иркен класлы, иркен коридорлы һоҡланғыс мәктәпле булдығыҙ. Унда шаярырға, йүгерергә була. Бер һүҙ менән әйткәндә, хөрмәтле уҡыусылар, һеҙ матур бүләк алдығыҙ, - тине төбәк етәксеһе, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп. - Мәктәп төҙөлөшө - иң изге эш. Вәғәҙәләрендә торған төҙөүселәргә рәхмәт, уларҙың тырышлығы арҡаһында быйыл мәктәп үҙ ишектәрен асты, бик мөһим һәм яҡшы эш башҡарылды.
(Дауамын уҡырға).
тел төбө - хазина
ҠӘЙНӘ МЕНӘН ТЕЩА АРАҺЫНДА АЙЫРМА БАРМЫ?
Кейәүҙәр ҙә ҡәйнәләренә бар яҡлап та ихтирам күрһәтә, уларҙың абруйын аша атламай. Шуға ла "теща" менән "ҡәйнә" араһындағы ҙур айырманы ла күрә белергә кәрәктер
сәхифәнамә
УНДА САЛАУАТТЫ ҘУРЛАЙҘАР, УНДА САЛАУАТ РУХЫ МЕНӘН ЙӘШӘЙҘӘР!
Валерий руханиҙың әйтеүенсә, Салауат хатта урындағы Изге Георгий сиркәүен реконструкциялауҙа ҡатнашҡан. Иң күп иғәнә индергән кеше ул. Әлбиттә, һорау тыуа: һөргөндәге кешенең ҡайҙан ундай аҡсаһы булған?
заман башҡорто
ШӘХЕС АЗАТЛЫҒЫ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ, ЙӘКИ ИМӘНДЕ НИСЕК БӨГӘЛӘР?
Тирмә булғас, ул мотлаҡ ҡаты ағастан: имәндән, сағандан, йыланан, дардарҙан бөгөп эшләнергә тейеш, тинек. Монгол тирмәләре һымаҡ, терәүҙәр ҡуйыуға, кирәмде "һындырыу"ға юл ҡуймаясағыбыҙҙы күңелдәребеҙгә һеңдерҙек.
сит илдәргә барып...
ҠЫРҒЫҘСТАНДА ҠУНАҠТА
Ҡырғыҙстанға сәйәхәтебеҙ йәй көнө булғайны. Ләкин унда күргәндәр, алған тәьҫораттар барыбер тынғы бирмәй, күңелдә йөрөгәс, ҡағыҙға төшөрөп, "Киске Өфө" гәзите уҡысылары иғтибарына тәҡдим итергә булдым.
ҡайтауаз
ШӘРИҒӘТ ҠАНУНДАРЫ ЛА МӨХӘББӘТЛЕ ҒАИЛӘ ЯҒЫНДА
Яратҡан кешене артыҡ идеаллаштырмай ғына, балаларыңа булған мөхәббәтте иң алғы планға ҡуйып, бер-береңде балаларыңдың атаһы йә әсәһе итеп яратыу ғаиләне һаҡлап алып ҡалыуҙың төп ысулы булалыр.
ҡыҫҡа интервью
ҠУРАЙСЫЛАР ЯҢЫСА ЯРЫША
Көҙ миҙгеле төрлө мәҙәни сараларға айырыуса бай булмаҡсы. Шуларҙың береһе 27 октябрҙә Конгресс-холл сәхнәһендә үтәсәк һәм "Ҡурай battle" тип аталасаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сараның ҡуйыусы режиссеры Альмира Әғзәм ҡыҙы СӘФӘРҒОЛОВА менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.
|