«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№47, 19 - 25 ноябрь, 2016

МӘҘӘНИ ҠОМАРТҠЫЛАР

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ оъекттарын дәүләт ҡурсалауы буйынса идаралыҡ ойошторолоп, уның етәксеһе итеп Илһам Фәтҡуллин тәғәйенләнде. Яңы ведомствоға БР Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, файҙаланыу, популярлаштырыу һәм дәүләт ҡурсалауы өлкәһендәге эшмәкәрлеге тапшырыласаҡ.

Мәҙәни мираҫ объекттары Өфөлә лә бик күп һәм улар яҡынса 400 самаһы (тулы исемлек менән ҡала округы хакимиәтенең рәсми сайтында, "Документтар" бүлегендә танышырға мөмкин). Ғөмүмән, тотош Башҡортостанда ғына түгел, уның баш ҡалаһында ла мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын һаҡлауға етди иғтибар бирелә. Муниципалитет уларҙы реставрациялауҙы шәхси инвесторҙар иҫәбенә башҡарыуҙы ике йүнәлеш буйынса тормошҡа ашыра.
2013 йылдан Өфөлә мәҙәни мираҫ объектын реконструкциялағандан һуң, инвесторға бина ҡуртымға бирелә. Икенсе вариант иһә объектты инвесторҙың милке итеп күсереүҙе күҙаллай. Йәғни инвестор мәҙәни мираҫ объектын үҙ аҡсаһына реставрациялай һәм артабан уны үҙенә күсерә. Бындай алымдарҙың һөҙөмтәлелеге миҫалы итеп Сыуаш йәкшәмбе мәктәбе булараҡ билдәле Өфө губерна земство идаралығының Өйәҙ училищеһы бинаһын килтерергә мөмкин. Муниципалитет менән бизнестың бындай ыңғай тәжрибәһе һайланған юлдың дөрөҫ булыуына асыҡ миҫал. Шулай итеп, бер юлы ике мөһим мәсьәлә хәл ителә: бюджет аҡсаһы экономиялана һәм тарихи-архитектура ҡомартҡыһы һаҡлап алып ҡалына.
Әйткәндәй, мәҙәни һәм тарихи мираҫҡа донъя йәмәғәтселеге лә битараф түгел. Википедистар йыл һайын сентябрҙә "Вики һәйкәлдәр ярата" (Wiki Loves Monuments - Вики любит памятники) тип аталған халыҡ-ара конкурс ойоштора. Ҡатнашыусылар тарихи биналарҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы фотоға төшөрөп, Викимилеккә һала. Быйыл был конкурс Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр үткәрелде һәм унда Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре лә беренсе тапҡыр ҡатнашып, көстәрен һынап ҡараны, тәжрибә тупланы. Киләсәктә мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлауҙың һәм донъяға таратыуҙың был ысулына баш ҡаланың фотоһөйөүселәре лә, билдәле фотографтары ла ҡушылыр, тип ышанғы килә. Ҙур эштәр бит бәләкәй аҙымдарҙан башлана.

Шәрифә САЛАУАТОВА.

килешмәйем!
ҠЫҘЫҠЛЫ КИТАПТЫ УҠЫЙҘАР УЛ!

Ни өсөн ҡыҙыҡһыҙ әҫәрҙәр, уҡымһыҙ китаптар баҫыла һуң? Беренсенән, коммерция нигеҙендә эшләүсе нәшриәттәр артты, икенсенән, әҙәбиәт донъяһында тәнҡит тигән төшөнсә бөтөнләй юғалды, өсөнсөнән, китап булып ташҡа баҫылыу юлында ҡулъяҙмалар ентекле тикшереү үтмәй.

һай! һай! һай!
ҮҘЕҢДӘН ДӘ ЮҒАРЫРАҠ ҺИКЕРЕП БУЛА ИКӘН ТЫРЫШҠАНДА

Ылаҡ уйыны "Заратустра" тәғлимәте заманынан уҡ билдәле, ҡырғыҙҙарҙа традицион, милли уйын төрҙәренән һанала, алтайҙарҙа, башҡорттарҙа һәм Урта Азия халыҡтарында киң таралған, тиелә унда.

тарихи хәҡиҡәт
ҺӨЛДӘЛӘРҘЕҢ ТЕЛЕ БУЛМАҺА ЛА ТАРИХҠА ТЕЛ АСҠЫСЫ УЛАР

Беҙ үҙебеҙ генә ошо феноменды баһалап бөтөрмәйбеҙ һәм милләтебеҙҙең ырыу-ара никах потенциалын файҙаланыу урынына, милләт-ара никахтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Милләт-ара никахтар иһә, һәр осраҡта ла беҙҙең файҙаға түгел.

заман башҡорто
БЕҘҘЕ КӨТӘЛӘР, ТИГӘН СТИМУЛ БАР ИКӘН ТИМӘК, БЕҘ БАШҠОРТОСТАНҒА ҠАЙТАСАҠБЫҘ...

Әгәр мәғлүмәткә эйәһең һәм уны ала беләһең икән, ул саҡта инде башҡаларҙан алдараҡ сығаһың. Улай ғына ла түгел, ниндәйҙер ғәмәлдәргә тиҙ һәм һөҙөмтәле яуап бирә алаһың.

етмеш һөнәрле...
ИР-ЕГЕТ ДӘРӘЖӘҺЕ ОҪТАЛЫҒЫНДА

- Уҡты бала саҡтан атабыҙ уны, - тип, тәмләп, алыҫтан башланы һүҙен Хөрмәт Таһиров. - Һаҡмар буйынан ҡайтышмай торғайным: йә яр буйлап барам-барам да, осоп үткән ҡыр өйрәктәренә тап булһам, уларға атып ятып ҡалам. Тейһә - тейә, теймәһә - юҡ.

диалог
ИЖАД ИТЕР ЕРЕБЕҘ СТӘРЛЕТАМАҠ БУЛҒАНДЫР

Яңы ғына театрҙың юбилейын үткәреп ебәрҙек, бөтөн көс шуға һалынды. Яңы йылға тиклем Гөлдәр Ильясова яңы премьера әҙерләй. Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл әкиәте лә буласаҡ балалар өсөн.

әрме яҙмалары
ХЕҘМӘТТӘШТӘРЕМ ХӘТЕРЕНДӘ МИЛЛИ ГЕРОЙЫБЫҘ ИСЕМЕ МЕНӘН ИҪТӘ ҠАЛҒАНМЫНДЫР

Башҡорт икәнлегемде белгәс, йөҙө яҡтырып китте. Баҡһаң, уны фашист пуляһынан башҡорт һалдаты күкрәге менән ҡаплап һаҡлап алып ҡалған. "Был яҡты донъяла йәшәүем менән башҡорт халҡына рәхмәтлемен", - тине ул.

белем усағы
БАЛАЛАР ИЛАҺИ МУЗЫКА ДОНЪЯҺЫНА ИНӘ

Ошо көндәрҙә Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта яңы гимназистарҙы тәбрикләнеләр. Быйыл гимназист тигән ғорур исем йөрөү хоҡуғына кемдәр эйә булды икән? Беҙ буласаҡ музыканттар, инде үҙҙәре оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнгән тәжрибәле гимназистар һәм уларҙың уҡытыусылары - остаздары менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru