МИЛЛӘТЕМ
Милләтем!
Бишегендә Ерҙе тибрәлтер,
Ғәмлеләрҙең йәнен иңрәтер,
Ғәмһеҙҙәрҙең йәнен көйрәтер,
Көйләгәндә тарих һөйләтер,
Сабырлыҡҡа йәнде өйрәтер
Моңдарың бар һинең, милләтем!
Милләтем!
Толстой әйткән дә һуң нимә тип?
Геродотлыҡ аңҡый һинән, тип.
Тарих арғымағын тирләтер
Ҡиммәттәрҙән ҡиммәт һиммәтең.
Тарихтарҙа күпме имгәтеп
Ҡуйһалар ҙа, барһың, милләтем!
Милләтем!
Күңелең аҡ, юҡ һис негатив,-
Ихласлыҡта һин тик фанатик.
"Урал" йыры - һинең лейтмотив,
Уралтауың - үҙе логотип.
Тик бер уйлы булһа өммәтең,
Тоҡос булмаҫ ине дәүләтең.
Милләтем!
Йөрәгең дә өнгә типә-тиң,
"Аллаһ" тиеп кенә тибә тик.
Көйләнгән ул ошо көйгә тик,
Көйләнгән ул ошо өнгә тик.
Йәшәмәйһең, тимәк, тикмә-тик,
Хоҙайға һин кәрәк, милләтем!
Милләтем!
Башҡорт булыуҙарым - йәннәтем,
Бер көн йәшәүҙәрем меңгә тиң.
Киләсәктә урын һиңә тип
Әҙерләйем, ғәзиз милләтем,
Ваҡыт толпарҙарын тиҙләтеп,
Йыһан ҡапҡаларын киңәйтеп.
көнауаз
КҮП ТЕЛ БЕЛЕҮ УҢЫШЛЫ БУЛЫУҘЫҢ БЕР ШАРТЫ БИТ
Башҡорттар төрөк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, әзербайжан, төркмән, уйғыр, хакас, йәғни 30-ҙан ашыу төрки телле халыҡтар менән иркен аралаша бит, тимәк, ул әле үк халыҡ-ара аралашыу теле була түгелме?..
һай! һай! һай!
ЙӘШ СӘСӘНДӘР УРАЛ БАТЫР ЕРЕНДӘ БӘЙГЕ ТОТТО
Бында бер йыллыҡ ҡына хеҙмәт һәм тәрбиә түгел, бында ныҡлы системаға һалынған эш барышын, мәғариф, мәҙәниәт һәм фәнде бергә үреп ишелгән арҡан ныҡлығын тояһың.
донъяуи мәшәҡәт
САРАҺЫҘЛЫҠ ЙӨРӨТӘМЕ СИТТӘ?
Тик ситтә эшләүҙе күпме генә маҡтаһаң да, үҙ ереңдә күкрәк киреп эшләүгә етмәй. Ситкә китеүселәрҙең 90 процентын тиерлек нужа йөрөтә. Кемеһелер уңып, икенсе береһе туңып ҡайта.
тарихи хәҡиҡәт
УН ИКЕ ЙЫЛЛЫҠ ҮҘАЛЛЫЛЫҠ
Уларҙың, идарала хан торған үҙ дәүләтен төҙөү мөмкинлеге лә була. XVIII быуаттың башындағы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, башҡорттар хан урынына дәғүә итеүселәрҙә лә ҡытлыҡ кисермәй.
фекер ҡоро
ШУҠ БАЛАНЫ ТЫЙМАҒЫҘ, ЙӘКИ АУЫЛДА СПОРТСЫЛАР ТӘРБИӘЛӘҮ СЕРЕ ТУРАҺЫНДА
Әлбиттә, етеҙ, шуҡ, тиктормаҫ булыуҙары өсөн балаларҙы һис әрләргә ярамай. Улар сәғәттәр буйы уйлау талап ителгән бер төрлө "эш" менән булып, арый, шуға организмдары хәрәкәт талап итә.
йәштәр - йәштәрсә
УРАМ МУЗЫКАНТТАРЫН ТЫҢЛАУСЫ ЛА, ТҮЛӘҮСЕ ЛӘ БАР, ИМЕШ
Мин, мәҫәлән, фотоаппарат, Илшат - велосипед, ә Йәмил ноутбук һатып алдыҡ. Кино, театр, концерт, төрлө күргәҙмәләргә йөрөү, ҡыҙҙарыбыҙға сәскә һатып алыу өсөн аҡсаны атай-әсәйҙән һорап ултырып булмай бит инде.
ижадхана
ҺҮРӘТ ТӨШӨРӘ БЕЛМӘГӘН ДӘ ҺҮРӘТ ТӨШӨРӨРГӘ ӨЙРӘНӘ БЫНДА
Ижад өлкәһендә үҙ эшен асырға теләүселәргә шундай иҫкәрмә яһағым килә: әгәр ҙә ҡулланыуҙан артҡан ирекле аҡсағыҙ булмаһа, был эшкә бик һаҡ тотоноғоҙ, сөнки ул тиҙ һәм күп килем килтереүсе бизнес сығанағы түгел.
күңел мөһөрө
ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ
Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, үҫмер сағында арҡаланыр, яҡлар кешеһе булмауына эстән генә һыҙып, атайлы балаларға көнләшеп үҫкән бала ғүмере буйына һуғыш яланында һәләк булған ғәзиз кешеһенең сит ерҙәрҙәге ҡәберен табыу теләге менән йәшәне.
афарин!
ҠЫҘҘАРЫБЫҘ МИЛЛИ ТУЙ КҮЛДӘГЕ КЕЙҺЕН!
Беҙҙең студенттар башҡорт тирмәһе нисек биҙәлергә тейешлеген, ырыуҙарҙың һәр береһенең милли кейемен яҡшы белә. Халыҡтың тормошон, тарихын, көнкүрешен, рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүҙә быларҙың ярҙамы сикһеҙ.
|