«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№49, 8 - 14 декабрь, 2018

ЫШАНЫСЛЫ БАҪМА

Бала саҡтан уҡырға яраттым. Өйгә килгән район гәзитен барыһынан да алдараҡ уҡыр өсөн хат ташыусыны тышҡа сығып көтөп йөрөр инем. Үҙемдең донъямды ҡорғас та, гәзит-журналдарҙы күп алдырҙым. Ләкин йылдар үтеү менән уларҙың һаны ҡыҫҡарҙы.

Эш бында яҙылыу хаҡының ҡиммәт булыуында ла түгел (әлбиттә, ул да үҙ ролен уйнай), ә уларға булған ышанысымдың кәмеүендә. Ташҡа баҫылған һәр хәреф, өтөр өсөн яуаплы икәнен онотоп китә ҡайһы бер баҫмалар. Уға өҫтәп, өҫтән-мөҫтән генә яҙылған мәҡәләләрҙең күбәйеүе, төплө тикшерелмәгән, ә күберәген имеш-мимешкә таянған мәғлүмәткә урын бүленеүе, мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡараш - ошондай етешһеҙлектәр ваҡытлы матбуғат сараларының бәҫен төшөрә, уҡыусыны ситкә этәрә. Һанап үтелгән кәмселектәрҙе үҙем яратып уҡыған "Киске Өфө"лә осратҡаным юҡ былай. Был баҫмала нигеҙле фекерҙәр ярылып ята. Бөгөн бөтә өлкәлә лә тәнҡит көслө. Гәзит-журналдар ҙа был күренештән ситтә ҡалмай. Ләкин тәнҡиттең дә төрлөһө бар - кешене бөгөп һалырҙай аяуһыҙы ла, уға үҙенең ҡылығы, хәбәре тураһында уйланырға этәргес булғаны ла. "Киске Өфө"ләр иһә әҙәпле һәм тәрбиәле генә итеп тәнҡитләү һәләтенә эйә булыуҙары менән алдыра.
Баҫмалағы күп төрлө рубрикалар араһында иң яратып уҡығаным - "Заман башҡорто". Башҡортомдың тарихында үҙ исемдәрен яҡты эҙ итеп ҡалдырыр милләттәштәребеҙ хаҡында яҙып барыуығыҙ бик тә урынлы, сөнки улар йәштәргә үрнәк, ә ололарға ғорурлыҡ. Төрлө үләндәр менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ, "Халыҡ дауа"һын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Ғөмүмән, һаулыҡҡа бәйле бөтә яҙмалар ҙа уҡымлы. Тарих менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаһам да, гәзиттәге ошо йүнәлештәге һәр мәҡәлә менән танышып барам һәм үҙем өсөн күп мәғлүмәт алам. "Тарихнамә" - ошо өлкәлә махсус шөғөлләнмәгән кеше өсөн кәрәкле бит. Ҡыҫҡа, ләкин шул уҡ ваҡытта бай мәғлүмәтле ул.
Ҡайһы бер теләктәремде лә әйтеп үтәйем. Үҙ баҫмағыҙҙа халыҡты иҡтисади, хоҡуҡи өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырып барыуығыҙ яҡшы булыр ине. Бигерәк тә һалым, банк эшмәкәрлеге, ипотекаға бәйле һорауҙарға аңлатмалар биреүсе рубрикалар булдырыу үҙен аҡлар. Шулай уҡ ҡануниәтте белмәү һөҙөмтәһендә күптәр төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарый; тимәк, "Һорау - яуап" рубрикаһын яңынан тергеҙеү бик урынлы булыр. Республикала күп балалы ғаиләләр бихисап. Улар хаҡындағы яҙмалар ҙа гәзит уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы, минеңсә. Шулай уҡ фермерлыҡ, баҫыу эше менән булған эшһөйәрҙәр тураһында ла күберәк уҡығы килә.

Шәриф СӨНӘҒӘТОВ.

ҡала хакимиәтендә
ЙӘШБЕҘ ҘӘ УЛ ТИК ҠАРТБЫҘ ШУЛ...

Әммә медицина, мәғариф һ.б. өлкәләрҙәге кадрҙар ҡытлығына, төрлө тармаҡтарҙа хаҡлы ялдағы йәки пенсия йәшенә етеп барыусылар эшләүенән һәм йәштәрҙең күпләп ситкә китеүенән сығып ҡарағанда, ҡыуанырлыҡ һандар юҡ.

тарихыңды таныт...
КҮПТӘН БИЛДӘЛЕ ХӘҠИҠӘТ, ЙӘҒНИ IX-X БЫУАТТАРҘАҒЫ БАШҠОРТ ҠАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА

Ул ваҡытта башҡорттар бөтә Көньяҡ Урал территорияһын биләп йәшәгән һәм үҙҙәренә яҡын һәм алыҫыраҡ күршеләре менән әүҙем иҡтисади-сауҙа, мәҙәни, сәйәси бәйләнешкә ингән.

хәтер яңыртып...
АҒАЙҘАРЫБЫҘ - ДӘРӘЖӘ ТОТ ҠАН, Ә БЕҘ УЛАРҘЫ ХӨРМӘТЛӘЙ БЕЛГӘН БЫУЫН БУЛДЫҠ

Тәнҡитһеҙ үҫеш тә юҡ - уныһы билдәле. Яҡшы тәнҡит ижадсыны тейешле ыҙанға төшөрә белергә тейеш. Бөгөнгө әҙәбиәтте әрһеҙҙәр, йылғырҙар, һәләтһеҙҙәр баҫып алды. Был мине бик борсой.

ҡыҫҡа әңгәмә
БЕҘҘӘ ЛӘ ҺӘР ТЕАТРҘАҒЫ КЕҮЕК

Бына бит телдең көсө, ҡөҙрәте ҡайһылай: кешегә ҡағылмайынса ла арауыҡ аша яман һүҙ, әшәке әр менән түбәнһетеп, кәмһетеп, уны йә өнһөҙ балыҡҡа әүерелдереп була… йә аңра һарыҡҡа!

һай, башҡорт аштары!
ОҘОН-ОҘОН АҒАЙҘАР КИЛЕР, ҺУҒЫМЫҢ ҠАЙҘА, ТИЕР...

"Һуғым-һуғым" тип һөйләһәк тә, ул һуғымдың нисек һуйылғанын һәм эшкәртелгәнен беләбеҙме беҙ? Ошо темаға тотонғас, таныштарымдың күбеһенән һораштым - береһе лә аныҡ ҡына яуап бирә алмай.

афарин!
РОМАНДЫҢ СӘХНӘ ЯҘМЫШЫ

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә башҡорт театрҙары репертуары яңы әҫәрҙәр менән тулылана. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы ла шундайҙар рәтенән.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru