«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№13, 29 март - 4 апрель, 2014

БЫЛ ДОНЪЯЛАР ҠАЙҘА БАРА УЛ?

Урал урманында әжәл йөрөй,
Япраҡтарын ура ел-дауыл,
Йәне ҡанһыраған сал Уралдың
Аяныслы ауыр хәлен күреп,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Атайсалдың ҡот-ырыҫы кәмей,
Нигеҙенән ҡуба күп ауыл,
Тере килеш һалҡын гүргә ингән
Аҡ мәсетле ауылдарҙы йәлләп,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Тыуған ер бауырын һулҡылдатҡан
Ҡанһыҙ заман һалған яра ул,
Шул яраны йәһәт бәйләгеҙ тип,
Ватандаштарыма һөрән һалып,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Үҙ илемдә телем етем минең,
Был донъялар ҡайҙа бара ул?
Нисә йылдар буйы рәнйетелгән
Башҡортомдоң сәсән телен яҡлап,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Хәйер һорар сиккә етте илем,
Йөрәккәйем шуға яна ул,
Янған йөрәгемә сыҙай алмай,
Ҡытлыҡтарҙан, сираттарҙан биҙеп,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Беҙ Ватандың үгәй балаһымы -
Тиң хоҡуҡлы булыу ҡайҙа ул?
Ошо хаҡта ҡат-ҡат уйлай-уйлай,
Һәр милләткә рухи ирек даулап,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Һанға һуҡмай беҙҙе ҙур түрәләр,
Шәфҡәт ҡулы һуҙыу ҡайҙа ул?
Фенолдарҙан, диоксиндарҙан сарсап,
Мәскәү абзый үҙе ишетһен тип,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Мин намыҫҡа таянып баҫып торам,
Ҡоламаҫҡа һуңғы сара ул,
Хәлем бөтөп ҡапыл аумаҫ борон,
Күҙ йәшемде йөрәгемә йотоп,
Башҡайымды тағы ғорур тотоп,
Ил иманын иблестәрҙән ҡурсып,
Ҡысҡыраһым килә ҡарауыл!

Илдәштәрем, ғәзиз ҡәрҙәштәрем,
Әйтегеҙсе, зинһар, әйтегеҙсе,
Был донъялар ҡайҙа бара ул?
Был донъялар ҡайҙа бара ул?!

шул да булдымы ғәҙәт!
БЕРӘҮҘӘРҘЕ КӘМҺЕТЕП...
үҙең юғары булып булмай

Был, әлбиттә, барыбыҙ өсөн дә хурлыҡ! Әшәкелек. Тотош коллектив, режиссер, актерҙар ниндәй хәлгә барып еткән. Уларҙың фекерләүе шулай. Башҡорттарҙың был күренеште шулай һағайып ҡабул итеүе, минеңсә, дөрөҫ. Был, ысынлап та, халыҡты кәмһетеү.

тураһын әйткәндә...
АТА - АТАЙ, ӘСӘ - ӘСӘЙ, БАЛА - УЛ ҺӘМ ҠЫҘ…
Ошондай ғаиләлә генә бәхет сәскә ата

Ошо ҡараш арҡаһында француз, инглиз, немецтар дәүләттәрен килмешәктәр баҫып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Толерантлыҡ, сәйәси корректлыҡ, мультимәҙәнилек талаптары менән генә ҡотола алмаясаҡ хәҙер улар.

ҡоролтай зыңғыры
ТАРИХИ ВАҠИҒА ЭҘЕ...
Темәскә, Йылайырға, Ишембайға алып барҙы

Ләкин ул, тәү сиратта, ауыр сәйәси шарттарҙа яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, халыҡты ойоштора, үҙәк власть менән уртаҡ тел табып, килешеү төҙөй алған мәшһүр сәйәсмән, юлбашсы.

тарихи хәҡиҡәт
БАШҠОРТОСТАН АВТОНОМИЯҺЫ -
башҡа милләттәргә үҙбилдәләнеш өлгөһө була

Башревком етәкселеге менән большевиктар араһында власть өсөн көрәш башлана. Мәскәүҙә ныҡлы терәге булған коммунистар әле тәжрибә туплап өлгөрмәгән Башҡорт хөкүмәтен етәкселек органдарынан ситләтеүгә өлгәшә.

йәшлек йәшнәүҙәре
ҮТӘ ЕТДИ БУЛЫРҒА ЛА ЯРАМАЙ –
донъя ауырлығы билеңде һындырыуы бар

Сибай ҡалаһында музыка мәктәбендә, аҙаҡ Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында, БДУ-ның журналистика факультетында белем алдым. Фортепианола, ҡурайҙа, баянда уйнай, йырлай беләм.

күңел мөһөрө
ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ,
йәғни Мифтахетдин мулла тураһында бер хәтирә

Эйе, алдашыу, һүгенеү, урлашыу, тәртипһеҙлек һәм енәйәт ҡылыуға әүәҫлектәр - былар бөтәһе лә үҙ ваҡытында киҫәтелмәгән рухи ауырыуҙар. Быларҙы һүҙ көсө, гипноз, йәғни әүлиәлек ҡөҙрәте менән генә дауалап була.

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru