«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№33, 16 - 22 август, 2014

ТАЯҠ - ИКЕ БАШЛЫ,

миҙал ике яҡлы була...

Евросоюздың төрлө санкцияларына яуап итеп, Рәсәйҙең ҡайһы бер сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуы беҙҙе ас-яланғас ҡалдырыу урынына, киреһенсә, үҙебеҙҙә етештереү ҡеүәттәрен арттырып, яҡшы эштәргә генә юл асылыуға өмөт уята. Сөнки, шағир әйтмешләй, Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмағандай, уның халҡы һәр осорҙа ла үҙенсә тормошҡа яраҡлашып, үҙенең стандарттары менән йәшәй. Аслыҡ, һуғыш афәттәре йылдарында ла ҡырылып бөтмәгән һәм артабан йәшәргә көс тапҡан халыҡ, бигерәк тә ауыл халҡы, был юлы ла аптырап ҡалмаясаҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыуын ул әле лә онотмаған һәм ташламаған, ә инде яңы технологиялар булдырыуға килгәндә, аҡыллы баштар беҙҙә лә етерлек.
"Российская газета"ға биргән интервьюһында БР Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов был темаға ентекле туҡталды. "Импортты алмаштырыу ауырыраҡ барасаҡ сәнәғәт өлкәләренең береһе - машиналар эшләү, - тине ул. - Ләкин ғалимдарыбыҙҙың машиналар эшләүҙә иғтибарға лайыҡ яңылыҡтары ла юҡ түгел. Әммә уларҙы ҡулланылышҡа индереү өсөн заманса технологиялар кәрәк. Ә һуңғы йылдарҙа фәнгә аҡса аҙ бүленде, ҡайһы бер предприятиеларҙа фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүсе бүлектәр юҡҡа сыҡты. Киләсәктә был хатаны төҙәтеп, һуңғы 15-20 йылда илебеҙ сумған импорт бәйлелегенә төшөргә ярамай. Был һәр яҡтан да хәүефле.
Идеаллаштырып ҡарағанда, беҙ барлыҡ тармаҡтарҙа ла үҙ аллы эшләй алабыҙ. Мәҫәлән, элемтә тармағында бөгөн сит ил тауарҙары яҡынса 95 процент тәшкил итә икән, Өфө предприятиелары был бәйлелекте 50 процентҡа кәметә ала. Ләкин был тармаҡ сит ил, шул иҫәптән Америка компаниялары тарафынан монополизацияланған. Беҙ үҙебеҙҙең элемтә ҡорамалдары баҙарында бөтөнләй юҡбыҙ тиерлек. Быға юл ҡуйырға ярамай.
Химия өлкәһендә лә шундай уҡ хәл. Бөгөн ил химия сәнәғәте өсөн сеймал запасының 20 процентына эйә, әммә химия продукцияһының донъя кимәлендәге күләмендә ни бары бер процентты алып тора. Сит илгә йөҙҙәрсә мең тонна беренсел эшкәртелгән продукция оҙатабыҙ, ә уларҙан медицина аппараттарының һәм көнкүреш техникаһының корпустарын, автомобиль тышлыҡтарын, ауыл хужалығы техникаһының комплектлаусы деталдәрен һ.б. алабыҙ. Ғәмәлдә, был импортты яртылаш ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бар".

(Дауамын уҡырға).

көнауаз
АЛМА, ИТ, ҺӨТ...
бары тик үҙебеҙҙеке!

Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар менән берләшкәндә, Башҡортостан был өлкәлә сит ил продукцияһын үҙенекенә уңышлы алмаштыра аласаҡ. Шулай уҡ алдағы 2-3 йылда ҡош итен сит өлкәләргә сығарыу мөмкинлеге лә бар.

килешмәйем!
ӘҘӘМ БУЛАЙЫМ ТИҺӘҢ...
аҡсаға йән һатма

Совет осоронда, дефицит булыуға ҡарамаҫтан, кеше бүләккә берәй иҫтәлекле әйбер алырға тырыша, уны алдан эҙләй торғайны. Хәҙер иһә баш ватаһы ла, алдан әҙерләнәһе лә юҡ: аҡса - конвертта, әйтәһе ҡотлау һүҙең - открыткала.

фекер төйөнө
ЭШҠЫУАРЛЫҠ НИҢӘ ЙӘЛЕП ИТМӘЙ?

Күпселек эшҡыуарҙарҙың тап алып-һатыу юлында икәнен күреүе ауыр түгел. Ә бына халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә - торлаҡ-коммуналь, юридик, туризм, ял һәм һаулыҡты нығытыу буйынса үҙ эшен асырға теләүселәр күренмәй.

диалог
ХӨБӨТДИН ҠАРТ ҺӘМ МИЛЛИАРДЕР АБРАМОВИЧ...
икеһе лә натураль ризык ашай

Һөт натураль түгел. Күп кенә һөт продукты ҡабының тышына: "Нормалләштерелгән һөттән эшләнгән", - тип яҙыла. Нимә менән нормалләштерәләр? Ҡаймаҡ менәнме? Юҡ. Майын, аҡһымын алып бөтөрәләр, шунан һыу ҡушалар.

сәләмәтлек әлифбаһы
ТЕЛЕҢ...
теш артында булһын

- Ысынлап та, пациенттарға даими аңлатып торһаң да, улар үҙ һаулыҡтарына, шул иҫәптән тештәрен һаҡлауға шул тиклем битараф. Күптәр профилактика тигәнде ике ятып бер иҫтәренә лә алмайҙар.

был йылда
МИЛЛИ РУХҺЫҘ...
милли театр булмай

Минеңсә, театр эмоцияларға ҡоролорға тейеш, залдағы тамашасының эске кисерештәренә ҡағылмаһа, уны тетрәндермәһә, күңеленә өмөт сатҡылары һалмаһа, артист үҙенең маҡсатына тулыһынса өлгәшә алмай.

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru