«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕҢ ТЕШ АРТЫНДА БУЛҺЫН
+  - 

Имеш, бер ваҡыт трамвайҙа берәү теш һыҙлауына зарлана башлаған. Барлыҡ пассажирҙар ҙа бер-береһен бүлдерә-бүлдерә уға төрлө кәңәштәр биргән. Бары тик бер генә пассажир өндәшмәүҙе хуп күргән. Ул - теш һыҙлауының сәбәптәрен һәм уларҙы дауалау буйынса универсаль ысулдар юҡлығын яҡшы белгән теш табибы булған. Уның сирлене тикшермәй тороп, аныҡ кәңәштәр бирергә ярамай икәнен белгән, шуға ла телен тештәре артына йәшереп, аҡыл һатыуҙан тыйылған... Ысынбарлыҡта теш ауырыуы шулай ҡатмарлымы? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап эҙләп, Ырымбур медицина академияһының стоматология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡортостанда башлаған һәм үҙен тиҫтә йыл эсендә тәжрибәле белгес итеп танытып өлгөргән Ырымбур егете Ришат БАЙТИМЕРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

- Ысынлап та, стоматологияла ғына түгел, ғөмүмән, медицинала һәр кемгә лә тап килгән йәки һәр кешене лә бер төрлө дарыу менән дауалап булған ысул юҡ. Быны һәр организмдың үҙенсәлеге менән аңлатырға мөмкиндер. Һәм пациенттарҙың иң ҙур хатаһы ла ошондалыр: күршеһе йәки танышы ниндәйҙер дарыу менән дауаланған, уға килешкән, тимәк, ул дарыу яҡшы, тип иҫәпләй бит күптәр. Теш пасталары ла йыш ҡына күршеләр, таныштар әйтеүе буйынса һайлана. Ләкин берәүгә килешкән теш пастаһы барыһына ла тап килә тип уйларға ярамай. Был төптө яңылыш фекер. Мәҫәлән, кемдеңдер тешенә фторлы паста, кемгәлер кальцийлыһы кәрәк, бәғзеләргә бөтөнләй фторһыҙ һәм кальцийһыҙ булһын. Сөнки теш пастаһын табип тәғәйенләүенән башҡа, үҙ белдегең менән йә хаҡы осһоҙ, йә тәме оҡшаған өсөн генә ҡулланыу тештәргә һәм теш ҡаҙнаһына зыян ғына килтереүе мөмкин. Әлбиттә, бөгөн һайлау өсөн ассортимент күп, уларҙың һәр ҡайһыһы, рекламаға ышана башлаһаң, кәм тигәндә ете ауырыуға дауа, тигәндәй. Хатта ҡайһы бер пасталар теш тамырҙарының кариесын да дауалай, имеш. Әммә был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Шуға күрә, иң мөһиме - һәр кем үҙенә тап килгән теш пастаһын һайларға һәм тештәрҙе дөрөҫ итеп таҙартырға тейеш.

Аллаһы Тәғәлә үҙе белеп биргән икән, тимәк, тештәрҙең дә организмдағы роле ҙур, ләкин уларҙы тейешенсә тәрбиәләмәйбеҙ генә...

- Эйе, тештәр кешегә аҙыҡты тешләү, өҙөү һәм сәйнәү өсөн бирелгән. Ниндәй генә ризыҡ булмаһын, ул иң элек ауыҙ ҡыуышлығында эшкәртелеү процесын үтергә, йәғни яйлап, оҙаҡ итеп сәйнәлергә тейеш. Ә беҙ, ғәҙәттә, нимә эшләйбеҙ? Ҡабалан-ҡарһалан ғына аяҡ өҫтө ҡапҡылайбыҙ ҙа, һуңынан инде ашҡаҙан, эсәктәр менән проблемалар башлана. Шуға ла һәр теш табибы тештәрҙең тәү сираттағы тәғәйенләнешенә - уларҙың сәйнәү функцияһына иғтибар итә. Пациенттар өсөн тештәр бары тик йылмайыу - имидж өсөн генә кәрәккәндәй тойола. Быға, моғайын, ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыусылар төшөрөлгән реклама роликтары ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Ошондай имидж артынан ҡыуыусыларҙың, ғәҙәттә, алғы тештәре ап-аҡ булып ялтырап тора, ә инде аҙау тештәре юҡ.
Хәҙер йылмайыу имиджға әйләнгән заманда күптәрҙең ап-аҡ тешле булғыһы килә. Шуға улар тештәрен ағартырға теләй. Дөрөҫөн әйткәндә, тештәрҙе ағартыу - зарарлы. Бының өсөн нигеҙҙә кислота ҡулланыла. Махсус нур менән дә таҙартыу ысулы бар, әммә ул бик ҡиммәт тора. Кислота менән ағартылған теш бер, ике йыл үткәндән һуң тағы ла ҡарараҡҡа һәм һиҙгерерәккә әйләнә. Әммә ҡайһы берәүҙәргә ваҡытлыса ғына булһа ла ап-аҡ тешен күрһәтеп йылмайыу ҡәҙерлерәк. Әлбиттә, хәҙер медицина көндән-көн алға бара, яңы ҡаҙаныштар яулай. Алып ҡуйыла торған тештәр, имплантанттар бар, хатта теште үҫтерергә лә мөмкин. Матурлыҡ ҡорбан талап итә, тиҙәр, әммә бындай ҡорбан кәрәкме икән?

Ниндәй генә медицина белгесе булмаһын, үҙ өлкәһенә ҡағылышлы һорау биргәндә халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә ҡарата битараф булыуына борсолоу белдерә. Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, кешеләр тештәренә бөтөнләй иғтибар бирмәй, тип әйтергә мөмкиндер?

- Ысынлап та, пациенттарға даими аңлатып торһаң да, улар үҙ һаулыҡтарына, шул иҫәптән тештәрен һаҡлауға шул тиклем битараф. Күптәр профилактика тигәнде ике ятып бер иҫтәренә лә алмайҙар. Элек ауылда беҙҙе лә теш бик ныҡ һыҙлаһа ғына дауаханаға алып баралар ине. Хәҙер ҙә шул тенденция һаҡлана. Ҡала шарттарында иһә мөмкинлектәр күберәк. Ата-әсәләр балаларының тештәре торошона етди иғтибар бирә. Әлбиттә, тештәрҙе боҙолмаҫтан алда, проблемалар булмағанда тәрбиәләй башларға кәрәк. Боҙола башлағас, уны таҙартырға, пломба ҡуйырға кәрәк. Бәғзеләр коронка ҡуйҙыра. Теш боҙола башлағас, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итмәйенсә, уның нервыға тиклем төшөүен көтөп йөрөп, тешһеҙ ҡалырға ла мөмкин.

Иң таралған теш ауырыуҙары һәм уларҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы менән таныштырып китәйек, булмаһа...

- Медицина алға бара, тиһәк тә, теш ауырыуҙары ла бер урында ғына тормай, улар ҙа арта. Шулай ҙа иң күп таралған теш ауырыуы булып һаман да кариес ҡала. Ул ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килә һуң? Мәҫәлән, ашағандан һуң тешегеҙҙе таҙартманығыҙ икән, уның эмаленә микроорганизмдар, бактериялар ултыра башлай. Улар яйлап ҡына тупланып, теш менән берләшә һәм уның эмаль структураһын ашай, емерә. Ғәҙәттә, кариес щетка барып етмәгән йәки ауыр таҙартылған урындарҙан башлана. Ул яман шеш һымаҡ: тешкә эләгә икән, ундағы бөтөн нәмәне ашай. Иң тәүҙә эмаль ҡатламын емерә. Артабан инде йомшағыраҡ ҡатлам - дентинға барып етә. Дентинды ашап, яйлап төпкә, нервыға төшә. Кариес бер төрлө генә түгел. Тәүҙә эмалде бер урындан ашап, туранан-тура нервыға төшөүе, йәиһә теште тулыһынса ашап, һуңынан ғына нервыға төшөүе мөмкин. Ҡайһы осраҡта ла белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки кариес нервыға тиклем төшһә, нервыны алырға кәрәк. Йәғни теш теренән үлегә әйләнә. Бының нимәһе насар? Тере теш даими туҡланып тора, эсендә нервыһы, ҡан тамырҙары бар. Ул үҙенә кәрәкле матдәләрҙе, йәшәү, һаҡланыу өсөн кәрәкле элементтарҙы ашаған, теш таҙартҡан ваҡытта ала. Нервыһын алғас, ул үлегә әйләнә. Ике-өс йылдан уның төҫө үҙгәрә. Теш үле булғас, уларҙа пломба ла тормай. Тештәр араһындағы кариестың икенсе тешкә лә күсеүе мөмкин. Шуға ла тештәрҙе таҙартҡанда бер генә микроб та ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Нервты алыу пульпит тип атала. Пульпиттан һуң да кариес үҙ эшен дауам итә. Тағы ла аҫҡараҡ төшөп, тамырҙы ашай башлай. Йәғни тештең нервыһы юҡ, әммә уның эсендә микробтар мыжғый һәм аҫҡа төшә. Бындай осраҡта инде киҫкенләшеү формаһы башлана, ул периодонтит тип атала. Был осраҡта кеше саҡ ҡына аяғын йәки башын өшөтһә, ауырыуҙың хроник стадияһы киҫкенләшеү стадияһына күсә, теш эренләп шешә башлай. Тештәре шешкәс тә табипҡа мөрәжәғәт итмәгәндә процесс абсцесҡа (эренле инфекцион процесс) әйләнә. Һөҙөмтәлә флегмона, периостит һ.б. башлана, йәғни эрен һөйәкте ашай. Хәҙер шундай күренеште күҙ алдына килтерегеҙ: аҫҡы яңаҡта барлыҡ тештәрҙе бер-береһе менән тоташтырып тороусы канал бар. Әгәр бер теш шешеп, эренләп йөрөп, кариес һөйәкте ашай башлай икән, ошо канал буйынса ул икенсе тештәргә лә күсә. Йәғни уларҙың һөйәген эстән ашай. Һөҙөмтәлә тештәр бушап, үҙҙәренән-үҙҙәре төшә башлай. Сөнки уларҙы тотоп тороусы һөйәк юҡ. Шуға күрә тештәрҙе бындай сиккә алып барып еткерергә ярамай. Әгәр периодонтит аҙып китә икән, ауырыуға яңаҡ-йөҙ хирургтарына барырға тура киләсәк. Улар инде каналдарҙы таҙартасаҡ. Был үҙенә күрә бәләкәй операция.

Шулай уҡ пародонтоз, пародонтит та киң таралған. Улар нимәнән барлыҡҡа килә?

- Был осраҡта күп нәмә һыуҙан тора. Хатта пациенттарҙың ҡайҙа эшләүен тештәренә ҡарап та асыҡларға мөмкин. Күптәренән "Себерҙә эшләйһеңме?" тип һораһаң, "Эйе" тип яуаплайҙар. Себерҙә, ысынлап та, һыу бик насар. Ул кемдеңдер тешенә, кемдеңдер ашҡаҙанына кире йоғонто яһай. Икенсе сәбәп - нәҫелдән күскән фактор. Үкенескә күрә, сир атайҙан йәки әсәйҙән килә. Хәҙер стоматология буйынса дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ. Содалы иретмә, хлорогексидинлы теш пасталары барлыҡҡа килде. Әммә уларҙы үҙ белдегеңә ҡулланырға ярамай, дауалаусы табип тәғәйенләргә тейеш.

Нимә генә тиһәң дә, күптәр тештәрен тикшертергә барыу ғына түгел, стоматолог һүҙенән дә уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа...

- Шуныһы ҡыҙыҡ: йәштәр түгел, ә бына өлкән быуын араһында бындай хәл йыш күҙәтелә. Улар бор-машинаны күреүгә ҡалтырап, дерелдәп төшә. Моғайын, был элекке тәьҫораттары менән бәйлелер, тип уйлайым. Ҡасандыр тешен ауырттырып дауалағандар йәки һурғандарҙыр ҙа, шул ҡурҡыу кешелә ғүмер буйына психологик эҙ ҡалдыра һәм уны еңеүе бик ауыр. Хәҙерге саралар менән кеше ауыртыуҙы һиҙмәй ҙә, әммә барыбер, ҡасан ауырта башлар икән, тип көтә. Ғөмүмән, хәҙер балаларға ла матур итеп мөрәжәғәт итеп, алдаштырып ҡына тешен һуралар йәки тикшерәләр. Элекке кеүек, ауыҙыңды ас, ауыҙыңды яп, тигән бойороҡтар юҡ. Бигерәк тә шәхси клиникаларға шундай йомшаҡ, матур һөйләшкән, балаларҙың психологияһын аңлаған, улар менән уртаҡ тел тапҡан табиптарҙы ғына эшкә алалар. Әгәр ҙә тупаҫ теш табибы эләгә икән, балаларығыҙҙы уларға йөрөтмәгеҙ, тип кәңәш итер инем, сөнки уның ошо кире тәьҫораты ғүмер буйына һаҡланып ҡала, психикаһына йоғонто яһай.

Тештәрҙе көнөнә нисә тапҡыр һәм нисек дөрөҫ таҙартырға?

- Тәү сиратта, щетканы дөрөҫ һайларға кәрәк. Уны өс ай һайын алмаштырып тороу зарур. Щетканың ҡылы уртаса ҡатылыҡта булһын. Ғәҙәттә, улар йомшаҡ, уртаса һәм ҡаты ҡыллы була. Йомшаҡ ҡыллыһы тешкә ултырған микробтарҙы, теш араһындағы аҙыҡ ҡалдығын таҙартып бөтөрә алмай, ҡаты ҡыллыһы иһә бик ныҡ таҙарта һәм ҡаҙнаны ғына түгел, эмалде лә зарарлауы мөмкин. Шулай уҡ теште таҙартҡанда щеткаға ныҡ баҫым яһарға ярамай, еңелсә генә, түңәрәк яһап таҙартыу - иң яҡшыһы. Шулай уҡ мотлаҡ рәүештә телде лә таҙартыу кәрәк.
Нисә тапҡыр ашайһығыҙ, шул саҡлы тешегеҙҙе йыуыу зарур. Мәҫәлән, күптәр иртән йоҡонан уяна ла, тәү сиратта, тешен таҙарта. Һуңынан ултырып ашай ҙа, ҡабат тешен таҙартып тормай, сайҡап ҡына ҡуя. Тәүҙә теште сайҡап, сафландырып, ашағандан һуң уны ныҡлап таҙартып йыуыу урынлыраҡ. Йә булмаһа, ашар алдынан йыуаһығыҙ икән, ашағандан һуң тағы бер тапҡыр йыуып ҡуйығыҙ. Йоҡлар алдынан теште таҙалағас, мотлаҡ теш ептәре менән араларын таҙартырға кәңәш итер инем. Хәҙер теш ебен ҡулланыу мотлаҡ, сөнки ит, балыҡ кеүек ризыҡ теш араһына инеп ҡала ла, щетка уны таҙартып сығара алмай. Һөҙөмтәлә теш араһындағы аҙыҡҡа микробтар ултырып, улар ҡарая башлай. Шулай уҡ тешеңде таҙарттың да, бер аҙ торғас, шоколад йәки кәнфит ашаның икән, һуңынан тағы ла тешеңде йыуырға кәрәк. Кариес шәрбәтте тиҙ тойомлай. Шәрбәт былай ҙа йәбешкәк була, тешкә лә шулай йәбешеп ҡала һәм тап шул урында кариес башлана. Күҙәтеп ҡараһағыҙ, кариес алғы тештәрҙә түгел, ә тап артҡы, аҙау тештәрҙә башлана. Шуға күрә, балаларҙы тәм-том ашауҙан сикләргә кәрәк.

Стоматологияла профилактика нимәнән ғибәрәт?

- Ярты йыл һайын мотлаҡ тештәрегеҙҙе табипҡа күрһәтергә кәрәк. Шулай уҡ уларҙы даими рәүештә һәм дөрөҫ таҙартыу зарур. Ярай, бер тапҡыр йыумағандан нимә булыр тиһең, тип ялҡауланғанда ла, шунда уҡ тештәргә микробтар, бактериялар ултырасаҡ. Халыҡтың менталитеты шулай: ауыртмай икән, табипҡа күренеүҙең хәжәте юҡ, тип уйлай. Академияла уҡығанда уҡытыусыларыбыҙ һөйләп аптырата ине: финдар Санкт-Петербургҡа насар, серек, ауырыу тештәрҙе китаптан түгел, ә ысынбарлыҡта күрер өсөн килә икән. Улар өсөн ауыҙ эсендә насар, боҙолған, ауырыу теш булыуы, боҙолған теш ҡаҙнаһы, ауыҙ ҡыуышлығы - башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Уларҙа ундай күренеш юҡ. Улар һәр ярты йыл һайын теш табибына килеп, тикшерелеп тора. Беҙҙә иһә бик һирәк кешеләр генә даими рәүештә табипҡа күренә. Күптәр ваҡыт етмәүгә һылтана. Эйе, быға тиклем һау тип йөрөгән тештәре боҙола, һыҙлай, борсой башлаһа, ваҡытын да табалар, әммә мөһим мәл үткән була.

Шулай итеп...
Намыҫ менән тештәр араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Кемдер: "Намыҫ та тештәр кеүек: ауырта икән, йә дауаларға, йә алып ташларға кәрәк", - тип әйтеүе мөмкин. Ләкин "намыҫыңды йәштән һаҡла!" тигән әйтем дә бар икәнен онотмайыҡ. Аҡыллыға ишара был. Үҙен ихтирам иткән кеше бер ваҡытта ла намыҫын бысратыу түгел, хатта уның тапланыуына ла юл ҡуймаясаҡ. Тимәк, ул намыҫына һәр саҡ тоғро ҡаласаҡ. Үҙен ихтирам иткән кеше һәр саҡ тештәрен ҡарап, тәрбиәләп торасаҡ һәм улар уға оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итәсәк. Бары тик шул ғына...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.14 | Ҡаралған: 2046

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru