«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№3, 24 - 30 ғинуар 2025

ИШЕМБАЙҒА -

МАҠТАУЛЫ ИСЕМ!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Ишимбайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем бирелде. Баш ҡалабыҙ Өфөнән һуң, ул - Башҡортостанда юғары статус алған икенсе ҡала.

Исем Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда фиҙакәрлек һәм хеҙмәт батырлығы күрһәтеп, еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға тапшырыла.
"Был ваҡиғаның Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән мәлгә тап килеүе юҡҡа түгел. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нәҡ Ишембай - "икенсе Баҡы" - фронтты тәмин итте. Ул 4,5 млн тонна нефть - һуғыш йылдарында СССР-ҙа табылғандың дүрттән бер өлөшөн - бирҙе", - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Эйе, ошо арала төҙөлгән "Өләсәй-вышка" мемориаль комплексы - 70 мең кеше йәшәгән Ишембай ҡалаһының визит карточкаһына әйләнде. Уның төп элементы булып тәүге башҡорт нефтен урғылтҡан 702-се скважина тора. 1932 йылдың 16 майында, 11.30 сәғәттә, 680,15 метр тәрәнлектән 36 метр бейеклеккә тиклем күтәрелгән нефть фонтаны бәреп сыға. Скважина тәүге осор тәүлегенә 20 тоннаға тиклем "ҡара алтын" сығара. Ул 1964 йылға тиклем эшләй һәм бөтәһе 37 885 тонна сеймал бирә. Был тарих Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем бирелеүенә бер дәлил дә инде.
Дәүләтебеҙ етәксеһенең Ишимбайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеме биреү тураһындағы ҡарары күптән көтөлгән ваҡиға булды. Указ, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеп, киләһе быуындар хәтерендә илебеҙҙе һуғыш емереклектәренән тергеҙеү, республикабыҙҙың күп өлкәләрҙә алдынғылыҡҡа сығыуына тос өлөш индергән башҡорт ҡалаһы ҡаһарманлығын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Быйыл Ишембай үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Был мөһим датаны ҡала һәм район лайыҡлы ҡаршылай. Һуңғы йылдарҙа Ишембай бик әүҙем үҫешә. Ҡалала матур парктар, скверҙар барлыҡҡа килде, Башҡортостан нефтен беренсе булып асыусылар майҙаны төҙөкләндерелде. Иҡтисад, шул иҫәптән "Алға" махсус иҡтисади зонаһы һәйбәт эшләй. Бындай ҡаҙаныштарҙа Ишембайҙың социаль өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалған "Башнефть" компанияһының да өлөшө ҙур. Алда ишембайҙарҙы яңы ҡарарҙар һәм ҡыҙыҡлы проекттар көтә.

геройҙар дәүере
ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ АҠЫЛ ҺУҒЫШЫНДА ЕҢЕҮСЕЛӘР БЕҘ БУЛАСАҠБЫҘ!

Барыбыҙҙың да бер маҡсатҡа ынтылыуы, илһөйәрлек, тыуған илде һаҡларға кәрәклектең әһәмиәтен яҡшы төшөнөүе, үҙҙәрен аямай көрәшеүе еңеүҙең тик беҙҙең яҡта буласағына шик ҡалдырмай.

бынағайыш
АҘЫМ ҺАЙЫН АЛКОГОЛЬ ҺАТАЛАР

"Хәләл" ит магазинында ла һыйыр, һарыҡ, ҡош ите алырға була, ләкин унда ситтән килгән мигранттарҙың һатыу итеү ысулы һәм санитар-гигиена сараларының күҙәтелмәүе үҙенә бик саҡырып тормай.

тураһын әйткәндә
ҠАЙҘА ДАУАЛАНЫРҒА, ДӘҮЛӘТ ДАУАХАНАҺЫНДАМЫ, ӘЛЛӘ ШӘХСИ КЛИНИКАЛАМЫ?

Бер нисә йыл элек, сираттағы Яңы йыл алдынан, уны ҡаршыларға өс көн ҡалғас, миңә Өфөнөң дәүләт бюджет клиникаларының береһендә операция яһатырға тура килде.

донъя шаңдауы
ГОНАҺЫНА КҮРӘ - ЯЗАҺЫ

Дошмандан ҡасырға өлгөрмәгән ете кешене, шул иҫәптән, ҡарт-ҡоро һәм ҡатын-ҡыҙҙы йыртҡыстарса язалап, нацистар уларҙы подвалға ҡыуып төшөрә һәм унда бер нисә граната ташлай.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
ТЫУҒАН ЕРЕБЕҘҘЕ САЛАУАТ КЕҮЕК ЯРАТАЙЫҠ!

Районыбыҙ биләмәһендә башҡорт халҡы ҡомартҡылары байтаҡ. Улар араһында Лағыр-1, Ишембай һәм Иҙелбай ҡурғандарын, Тарналин ҡаласығын атарға була. Һуңғыһы башҡорт ырыуҙары тарихына туранан-тура бәйләнгән.

ата-әсәй ҡолағына
БАЛАҢ МЕНӘН АРАЛАШ, ҺӨЙЛӘШ!

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балалар психотерапевты, консультация-диагностика бүлеге мөдире, балалар табип-психотерапевты Светлана АЛЯНГИНА балалар һәм ата-әсәләр мөнәсәбәтенә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлаша.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
ПЕЛӘШТӘРҘЕ ЛӘ СӘСЛЕ ИТЕП БУЛЛА

Ирҙәрҙә пеләшләнеү башҡасараҡ, "ирҙәрсә тип"та. Улар был осраҡта сәсен тулыһынса юғалта тиерлек. Шуға ла күсереп ултыртыуға ла күбеһенсә ирҙәр мохтаж.

аһ-аһ!
ИТ АШАМАҺАҢ ТИМЕР ҠЫТЛЫҒЫ БУЛА, ИМЕШ...

Һыйыр ите һәм бауыр ашауҙан баш тартыу - тимер ҡытлыҡлы аҙ ҡанлылыҡҡа (железодефицитная анемия) килтереүе ихтимал, тип белдерҙе медицина фәндәре докторы,профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының терапия, дөйөм табиб ғәмәлиәте һәм гериатрия кафедраһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл САФУАНОВА.

һәр кем ҡолағына
НИҢӘ ТАБИПТАР ҘА ТӘМӘКЕ БОРЛАТА?

Тәмәкенән баш тартыу бөтөнләйгә мөмкин түгел, тип әйтергә йыйынмайым, әлбиттә. Ихтыяр көсө күберәктәр ундай насар ғәҙәттән тиҙерәк ҡотола.

табип кәңәше
МИЛЛӘТ КИЛӘСӘГЕ ИКӘНЕН ОНОТМАҺЫН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫБЫҘ

Бөгөнгө ваҡытта ҡыҙ балаларҙың һаулығын ҡаҡшатыусы яңы сирҙәр килеп сығып тора. Уларҙы ваҡытында дауаламағанда киләсәктә ҡурҡынысыраҡ сирҙәргә юлығыуына, әсә булыу бәхетенән мәхрүм булыуына алып килергә мөмкин.

Сабит Фазлыев
БӨРСӘ – 3

Люкты асып ергә һикергән Ғәлим бер-ике ҡыуаҡ аша ырғып өлгөрҙө, көслө шартлау тайганы шаулатты. Танктың башняһы, кәүҙәһенән айырылып, ағас бейеклек күтәрелеп торҙо ла, ағастарҙы шатырлатып, ергә тәгәрәне.

ырыуың кем?
ҺӘР БЕРЕБЕҘ ЯРҘАМ ИТҺӘ ТЫУҒАН ТӨЙӘК ЙӘШӘЙӘСӘК

Беҙ ҡайҙандыр килгән килмешәк халыҡ түгел, юҡтан бар яһап, тарихты уйлап сығармайбыҙ. Ана, шәжәрәләрҙә меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ теркәлгән, улар төп документыбыҙ. Уралда йәшәгәнбеҙ, сыныҡҡанбыҙ.

көн темаһы
МИН ҠАЙТЫРМЫН!

Һәйкәлдең эске каркасы бик насар торошта. Тикшереү барышында белгестәр монументтың болттар менән тоташтырылған урындары тутығыуын, шулай уҡ иретеп йәбештерелгән йөйҙәре ысҡыныуын асыҡлаған.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru