ҮҘӘК КЕНӘ ТҮГЕЛ
СИТТӘГЕ БИҪТӘЛӘР ҘӘ ОНОТОЛМАҺЫН
Уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында тәүге тапҡыр баш ҡалаға килдем. Үҙәктә эштәрҙе тамамлағас, атайым менән Инорс биҫтәһенә юлландыҡ. Беренсенән, райондың исеменә аптыраным. Икенсенән, Телеүҙәктән Инорсҡа тиклем юл шул тиклем оҙаҡ тойолдо, хатта яңылышып, Өфөнән бөтөнләй ситкә сығып китмәнекме икән, тигән уйҙар башҡа килеп бөттө. Ниһайәт, Инорс тип аталған районға килеп ингәс, кәрәкле туҡталышҡа тиклем тағы ла байтаҡ барҙыҡ. Шул ваҡытта уҡ әле Инорс биҫтәһенең ҙур район икәне күңелгә һеңеп ҡалған. Икенсе көнөнә БДУ-ға тиклем юл да оҙаҡ булды һәм мин "Башҡаса бер ҡасан да был яҡҡа килмәйем", тип уйлап ҡуйҙым.
(Дауамын уҡырға)
бынағайыш
САНКЦИЯҒА БЕҘҘЕҢ ЯУАП
...Икенсе яҡтан, был санкция тигәне күп нәмәгә күҙҙе аса түгелме? Бер заман уянып китһәк, ни күрәбеҙ: беҙҙе ашатыусы Ашан да, Макдоналдс менән KFC ла юҡ; өҫтөбөҙҙө бөтәйтеүсе сит ил кейем-һалым брендтарының бутиктары ла ишектәрен бикләгән; хатта косметикаһы ла беҙҙе йыуындырып-биҙәндереүҙән баш тарта, имеш.
ә һеҙ беләһегеҙме?
ЭСКӘН ҺЫУЫБЫҘҘА УРАН НИНДӘЙ КИМӘЛДӘ?
Урандың һаулыҡ өсөн зарарлы икәнен ишетеп тә, уҡып та беләбеҙ. Ләкин Менделеев таблицаһында 92-се һан аҫтында торған уран (U тип билдәләнә) ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килгән, беҙ эскән һыуға ни рәүешле барып эләгә һәм, иң мөһиме, Башҡортостан райондарында уның күрһәткесе ниндәй миҡдарҙа икәнлегенә күптәр хәбәрҙар түгелдер.
көнауаз
ЭШСЕ ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ АБРУЙЫН КҮТӘРЕҮ ХӘСТӘРЕ БЫЛ
Эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырырға, эш кешеләренә лайыҡлы хеҙмәт шарттары, эш хаҡы менән тәьмин ителгән юғары етештереүсәнле заманса эш урындары булдырырға кәрәк.
ырыуың кем?
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН
Унан башҡа, ғалим-этнолог һыҙғы, һеңрән, терһәк, бәкәтин ырыуҙарының төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан территорияһына көньяҡ-көнбайыш Урал алдынан - боронғо башҡорт этносы формалашҡан төп райондан күсеп килгән, тип иҫәпләй.
заман башҡорто
ВАҠЫТ, ТАРИХ БАР НӘМӘНЕ ХАТТА ЙЫРҘАРҘЫ ЛА ҮҘ УРЫНЫНА ҠУЯСАҠ
Йылдар үтер, донъялар һилләнер, яңы быуын кешеләре үҫеп сығыр. Шул ваҡытта бөгөнгө эстрада йырҙарының береһе лә тороп ҡалмаясаҡ, бары тик халыҡ йырҙары һәм профессиональ композиторҙар әҫәрҙәре тороп ҡаласаҡ.
Наил Ғәйетбай
ЙӘН
Уйламағанда ҡатындың үҙ теләге менән икеһе өсөн дә тыйылған сетерекле темаға күсеүе егетте ҡаушатты. Был минутта Хәкимә уны үтәнән-үтә күрә, егеттең ниндәй маҡсат менән бында йөрөүен һиҙә кеүек ине.
башҡорт мәҙәниәт йылы
БЫНА ШУНДАЙ ТЕАТР БАР!
Ул беҙгә башҡорт телендәге тәүге документаль театр емеше булыуы менән ҡыҙыҡлы һәм йәш ижадсыларҙың тап башҡорт халҡы йәшәгән төпкөлдәрҙә рухи хазиналар эҙләүе ҡиммәт.
ағинәй һүҙе
КАРТУФ ҮҪТЕРӘЙЕК, МАЛ ҠУРАЛАРЫБЫҘҘЫ ЙӘНЛӘНДЕРӘЙЕК!
Ауылдаштарыбыҙға бөгөнгө ҡиммәтселек осоронда дәүләттән генә ярҙам көтөү мәғәнәһеҙлек икәнен төшөндөрәйек. Тырыштар сараһын табыр, ас-яланғас ултырмаҫ, аҡса етмәй тип мыжымаҫ.
ураҙа
ТУҠЛАНЫУҘЫҢ ҮҘ РӘТЕ БАР
Ураҙа тотҡанда тәү сиратта күбебеҙҙең ҡанына һеңгән зарарлы ғәҙәттәрҙән арыныу кәрәк. Бөтөн тәмле-баллы, ыҫланған, ҡыҙҙырылған, майлы, тоҙло ризыҡтар хаҡында онотоп торорға тура килер. Ураҙа ваҡытында организмға былай ҙа ауыр, уға туҡланыуҙың яңы режимына күнегеү мөһим.
рамаҙан айы
УРАҘАҢ ҠАБУЛ БУЛҺЫН!
Намаҙ уҡымаған, башҡа дини бурыстарҙы үтәмәгән кешенең ураҙаһы ҡабул буламы? Рамаҙан айында, ғәҙәттә, ураҙаға ҡағылышлы бына ошондай һорауҙар күбәйеп китә.
сәләмәт бул!
ҮПКӘ СИРЕ
Сир һәм уның билдәләре ниндәй? Уны нисек иҫкәртергә була? Ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса врач Маргарита УТИЦКАЯ ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
ҡыҫҡа әңгәмә
МИЛЛИ ЙӨҘӨН ҺАҠЛАҺЫН ИНЕ
Миллилегебеҙҙе һаҡлап ҡалыу төп бурысыбыҙ булһын. Хатта бөгөн балалар, үҫмерҙәр урыҫ эстрадаһын, башҡа сит ил йырсыларын күберәк тыңлаһа ла, үҫә төшкәс, барыбер асылына яҡын булған йыр-моңға әйләнеп ҡайтасаҡтар.
|