ӘСӘ БУЛЫРҒА
ЙЫЙЫНЫУСЫЛАРҒА...
Өфәлә яңы республика перинаталь үҙәге асылып та өлгөрмәне, унда иң беренсе сабый - ҡыҙ бала донъяға килде. Был ваҡиға айҡанлы Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов баш табип Фирғәт Байрамғолов аша өсөнсөгә әсә булған Ләйсән Вәлинуроваға сәскә гөлләмәһе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Перинаталь үҙәк 2003 йылдан башлап эшләһә лә, бала табыу мәле еткәс, ҡатын-ҡыҙҙар икенсе клиникаларға ебәрелгән булған. Хәҙер инде бындай ихтыяж юҡ, тимәк, был үҙәктең асылыуы буласаҡ әсәйҙәр өсөн генә түгел, медицина персоналы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға. Заманса үҙәк 2014 йылда төҙөлә башлай һәм ошо ваҡыт эсендә Республика Башлығының иғтибар үҙәгендә тора. Яңы үҙәк 130 пациентҡа иҫәпләнгән һәм иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
кәңәшмәлә ҡаралды
ТУҒАН ТЕЛДӘ УҠЫТЫУҘЫ БЕР КЕМ ДӘ ТЫЙМАЙ ҘАҺА!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сараның ни тиклем мөһим булыуын яуаплы урын биләүселәр аңлап етмәгән, күрәһең. Һөйләшеүҙә министр ҙа, уның урынбаҫары ла, хатта милли телдәр буйынса бүлек мөдире лә булманы.
ил-йорт хәбәрҙәре
МИН ДӘ МАҠАРҘА ТЫУҒАН БУЛЫР ИНЕМ...
Тәрбиә эшен тик ғаиләгә генә ҡайтарып ҡалдырмайыҡ, иң тәүҙә ауылыбыҙҙа тәрбиәле мөхит булдырайыҡ, етәкселәрҙән генә ярҙам һорап ултырмай, атай-олатайҙар нигеҙ һалған һөнәрҙәрҙе, шөғөлдәрҙе тергеҙәйек.
тарихи хәҡиҡәт
ҺӨЛДӘЛӘРҘЕҢ ТЕЛЕ БУЛМАҺА ЛА ТАРИХҠА ТЕЛ АСҠЫСЫ УЛАР
Беҙҙең халыҡ тәбиғәткә яҡын торған. Шуға күрә һәр бер әйберҙең йәне бар тип уйлап, шуға табыныр булған. Зороастризм һундар килеүе менән юҡҡа сыҡһа ла, беҙҙең йолаларҙа һаҡланып килә ул.
бәхес ҡоро
СӘСӘНЛЕК - ЭПОС ЙӘКИ ҠОБАЙЫР ҺӨЙЛӘҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, СӘСӘНЛЕК - УЛ БУЛМЫШ, УЛ - ХАЛЫҠТЫҢ ТЕЛЕ
Сәсәнлекте үҫтерергә тырышыусылар иң тәүҙә уның тәбиғәтен дөрөҫ күҙ алдына килтерергә тейеш. Ә был иһә башҡаларҙың ижад емештәрен ятлап, уларҙы юғары кимәлдә башҡарыусынан ысын сәсәнде айырырға ярҙам итәсәк.
милләт балҡышы
ҺӘР ХАЛЫҠТЫҢ МОҢО ЙЫҺАНДАН ТӨШӨРӨЛГӘН ЙӘШЕРЕН МӘҒЛҮМӘТ
Нью-Йорк ҡалаһында быйыл ТӨРКСОЙ ойошмаһының милли музыка ҡоралдары ансамбле булдырылған икән. Унда бөтөн донъяға билдәле оҫталар йыйылған. Улар менән бергә концерт ҡуйып сәйәхәт итеү бәхете тейҙе беҙгә.
o, спорт
БЕРЕНСЕҺЕН ДӘ ЯУЛАРБЫҘ!
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Республика спортсылар әҙерләү үҙәгендә кикбоксинг буйынса Рәсәй кубогы һәм Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ярыштарҙы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәй һәм Башҡортостан кикбоксинг федерациялары менән берлектә Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы ойошторған.
тәүбә һүҙе
ТЕРЕ ҠАЛҺАМ, НАМАҘ УҠЫР ИНЕМ...
Бер заман төнгө сәғәт өстә "Эсеп үлгән, эсеп үлгән" тигән бик шат һәм тантаналы итеп ҡысҡырышҡан тауыштарға уяндым да, кемдең эсеп үлгәнен аңламай ыҙаландым. Ә тауыштар артҡандан-арта барҙы.
иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәсимә Алламоратова Закир Һаҙыйҙың "Йыһанша хәҙрәт" повесын тәҡдим итә.
хушлашыу һүҙе
ИЖАДИ МӨХИТКӘ ӘЙҘӘНЕ
"Киске Өфө" гәзите коллективы һәм уның меңәрләгән уҡыусылары исеменән күренекле ғалим-фольклорсы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы
Сөләймәновтың
вафаты айҡанлы уның балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
|