АРТАБАН ДА ҠЫУАНДЫРҺЫН
"Киске Өфө" гәзитен 2002 йылдан алдырып уҡыйым. Гәзит миндә бер ҡасан да ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ҡалдырғаны булманы. Ун көнлөк иғлан ителгәс тә, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланыу менән яҙылып та ҡуйҙым.
Эйе, хаҡтар йылдан-йыл арта. Уға иғтибар итмәҫкә тырышам. Гәзит сығыуҙан туҡтап, почта йәшнигенә килмәй ҡуймаһын, тип хәүефләнеп тә алам. Быны күҙ алдына килтереп булмай. Туған телде һаҡлауҙа, халҡыбыҙ тарихын барлағанда гәзиттең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Мин - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Мәктәптә эшләгән йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрендә, ойошторолған төрлө сараларҙа "Киске Өфө"нө яратып ҡулландым. Шул тиклем ҙур ярҙамсы һәм кәңәшсе булды миңә гәзит. Артабан да матур, тәрән аҡыллы, тарихи ысынбарлығыбыҙҙы асып биргән мәҡәләләре менән беҙҙе ҡыуандырһын әле.
Рәсимә САФИНА.
Салауат районы Урмансы ауылы.
баш ҡалам
МИН - ЧЕРНИКОВКАНАН!
Бөгөнгө көндә Черниковкала иҫке йорттарҙы һүтеү әүҙем алып барыла. Әлбиттә, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, заманса йорттарға күсереү бик яҡшы, ләкин ошо ике ҡатлы һары йорттар менән бергә Черниковкаға ғына хас булған үҙенсәлек юғала бара төҫлө.
тәрбиә мәктәбе
ҒАИЛӘ ҠОРОР АЛДЫНАН АТАЙ-ӘСӘЙ КӘҢӘШЕН ТЫҢЛА, ЙӘШ КЕШЕ!
Кешенең рухи-әхлаҡи асылы үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Әммә бөгөн беҙ Көнбайыш йәмғиәте миҫалында аҙғынлыҡтың һуңғы сиккә еткән төрҙәрен социумдың тигеҙлек, эгоцентризм рәүешендә күрһәтергә маташыуҙарына шаһитбыҙ.
уйлыға - уй!
ӘСӘ БУЛЫУ БУРЫСЫН ОНОТМАЙЫҠ!
Икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында "Йәмғиәттә һәм ғаиләлә башҡорт ҡатын-ҡыҙының роле" тигән секцияны асып, атаҡлы ғалимәбеҙ, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова ошо һүҙҙәрҙе әйткәйне:
башҡорт ғаиләһе
ӨЙЛӘНЕШЕҮСЕЛӘР ӨСӨН ТӨП ШАРТ – БЕР МИЛЛӘТТӘН БУЛЫУ ҺӘМ ҒӨРӨФ-ҒӘҘӘТТӘР УРТАҠЛЫҒЫ
Кеше яҙмышына нигеҙ ғаиләлә һалына. Ғаилә ныҡлы, татыу, һәр яҡлап сәләмәт булғанда ғына бала ла тормошта үҙен шул тиклем ышаныслыраҡ һиҙә һәм унан тәрбиәле, яҡшы кеше сығырына ла өмөт ҙур.
сабыйҙар донъяһы
ТЕЛЕ АСЫЛҺЫН ӨСӨН...
Әсә телендә аралашып үҫкән бала зиһенлерәк тә, аҡыллыраҡ та, теремегерәк тә була. Башҡорт теле бик бай тел! Әгәр сабыйығыҙҙың киләсәктә ҙур шәхес булып үҫеүен теләһәгеҙ, уны туған теленән мәхрүм итмәгеҙ.
Рәсүл Байгилдин
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (3-сө бүлек)
Нәҡ ошо мәлдә ул артабан гел уңыштар килтергән үҙ стиленә нигеҙ һалды. Кейемгә, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороуға, һүҙ әйтеүгә, йәмәғәт алдына сығып баҫыуға, атлап йөрөүгә бәйле сифаттарын өҫкә сығарҙы…
ҡул белгән шөғөл
ҠОРАМА - ЙОРТ ҠОТО
Төрлө туҡыманан сыбарланған әйбер шайтан күҙен яҙлыҡтыра, күҙ тейеүҙән, сир-зәхмәттән һаҡлай, тигән ырым да булған халыҡта. Йәнә лә бетеү тигән әйбер ҙә бар. Бетеү- йән һаҡлағыс. Бетеү эсенә йән доғаһы яҙыла.
афарин!
ЙӘШТӘР БИТАРАФ ТҮГЕЛ!
Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Драмквадратик" балалар һәм үҫмерҙәр өсөн театраль лаборатория" мәғариф проектының йомғаҡлау кисәһе булды. Тамашасылар йәш драматург Әнгизә Ишбулдина етәкселегендә ижад иткән ҡыҙҙарҙың тәүге пьесалары буйынса сәхнәләштереүҙәрҙе ҡараны.
|