«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№17, 2 - 8 май 2025

ЙӘШӘҮ - УЛ ХЕҘМӘТ

Йәмле майҙың беренсе көнө ай календарында "Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы. Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө" тип билдәләнгән.

Эйе, Беренсе май - тәбиғәттең уяныуын, яңырыуын һәм кеше хеҙмәтенең ошо яңырыуға бәйле тантанаһын билдәләүсе дата. Белеүегеҙсә, тәү башлап боронғо римляндар был көндө уңыш Алиһәһен хөрмәтләп, хеҙмәт емештәренең ишле, бай булыуын теләп, байрамға әйләндергән. Байрамдың икенсе бер тарихы 1886 йылда 1 майҙа Чикаго эшселәренең, 8 сәғәтлек эш көнө талап итеп, урамдарға сығыуына бәйле. Шунан башлап иһә ул көн Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнөнә әйләнгән. Ҡыҫҡаһы, Яҙҙың һәм Хеҙмәттең тантанаһы булып ҡабул ителә Беренсе май.
Гәзитебеҙҙең был һанын тап ошо Хеҙмәт темаһына арналған шиғыр менән асмаҡсы булып, китаптар аҡтарҙыҡ, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен барланыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер был темаға яҙмайҙар икән. Уның сәбәптәрен һанап тормайбыҙ, был темаға ишаралар, кинәйәләр былай ҙа баҫылып тора гәзит биттәрендә. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның:
Йәшәү - хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.
Унан башҡа тормош юҡ миңә.
Ҡул ҡаушырып түрҙә ултырырға
Килмәнем бит, донъя, мин һиңә, - тигән юлдарын күңелендә йөрөткәндәр, хеҙмәт ҡәҙерен белгәндәр бөтмәгән әле. Бөтмәҫ тә!
Әйткәндәй, өлкән быуын яҙыусыларыбыҙҙың өлкән быуынға бик тә билдәле тағы бер шиғыр юлдарын уҡып үтәйек әле. Ҡадир Даяндың ошо шиғыр юлдарындағы һүҙҙәр менән хеҙмәткә дан йырлайыҡ, уның тормош асылы икәнен иҫкә төшөрәйек.

Ҡадир ДАЯН
БЕҘҘЕҢ БӘХЕТ - ХЕҘМӘТТӘ

Еңел килгән мал ҡәҙерһеҙ,
Ләззәте лә аҙ була.
Тәмле һәм ҡиммәт була
Эшләп тапҡан мал ғына.
Нимә ауыр, нимә еңел,
Үҙең табып, бел, бала.
Хеҙмәт менән ғүмер итеү -
Иң ҙур бәхет донъяла.

донъя шаңдауы
УТЛЫ ДУҒА ЕҢЕЛМӘЙ

Американы өйрәнеүсе сәйәсмән Константин Блохин иһә Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү Трамп эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе, тип иҫәпләй һәм ике аралағы ярайһы уңышлы дипломатик һөйләшеүҙәр алып барылыуҙың юҡҡа ғына түгеллеген раҫлай.

сетерекле...
АЙЛЫҒЫМ - БАЙЛЫҒЫМ, ФӘҠИРЛЕГЕМ - МӘҢГЕЛЕГЕМ...

Юғары сифат менән башҡарылған эшең генә намыҫлы хеҙмәт күрһәткесе була алды ул заманда. Хәҙер сифат күрһәткесе бөтөнләй юҡ, уның ҡарауы, хеҙмәт түкмәйенсә генә төрлө банк операциялары, тауарҙы арттырып һатыу ярҙамында, йәғни хеҙмәт итмәйенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күберәк аҡса эшләү баһалана.

уйлыға - уй
КЕШЕ АТЫНА МЕНГӘН ТИҘ ТӨШӨР

Ат һүҙенең икенсе бер мәғәнәһе "исем"де аңлата, шуға күрә башҡа кеше ирешкән уңыш, хеҙмәт емеше менән оҙаҡ йәшәп булмай, һәр кешенең үҙ атына, үҙ исеменә бәйле үҙенсәлекле тормош үҙәне, яҙмышы бар.

тел төбө...
ӘҘӘМ АСЫЛЫ – ХЕҘМӘТТӘ

Ғаиләңә, халҡыңа, илеңә тоғро хеҙмәт итеүҙән дә ҡиммәтлерәк ни бар икән? Арып-талып эшләмәһәк, иген икмәһәк, йәшелсә-емеш үҫтермәһәк, мал ғына түгел, бала баҡмаһаҡ - йәшәйешебеҙҙән ниндәй ләззәт табыр инек?

тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР

Башҡорт полктарын ойоштороуға Ырымбурҙа күп ваҡыттар буйына бер эшһеҙ йәшәгән күп кенә регуляр офицерҙар йәлеп ителә. Яҡшы дворян ғаиләләренән сыҡҡанлыҡтан, улар Ырымбур йәмғиәтендә урын ала, шуға күрә ул йылдан йыл үҫә барҙы.

тарихыңдан дан тап!
БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ

Яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙарға, дипломатия өлкәһендә үҙҙәрен танытҡан илселәргә, ғөмүмән, ил алдындағы күренекле хеҙмәттәре өсөн ил ағаһы булырҙай башҡорттарға ла шәхси тарханлыҡ дәрәжәләре бирелер булған.

заман башҡорто
ӨФӨ ДАНЫН ҺӨНӘРМӘНДӘР БАР ДОНЪЯҒА ТАРАТА

Креативлыҡ тигән заман термины бар. Ә бит уның нигеҙендә халыҡ ижады ята. Халыҡ ижадынан юғары булып булмай. Аллаһҡа шөкөр, боронғолоҡ мәҙәниәтенә дәүләт иғтибары көсәйҙе, шул юҫыҡта эшләү зарур.

Гөлсирә Ғиззәтуллина
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 4

Ошонан башлап башы бөтөнләй башҡаса фекер йөрөтә башланы. Дрондан йәшенеү генә түгел, уны нисек бәреп төшөрөү тураһында. Дошманды ҡырып һалыу өсөн иң йәтеш урынды табыу тураһында...

заман бәләһеме?
КЕМДӘР ИКӘН ЮҒАЛЫУҒА ДУСАР ҺӨНӘРҘӘР ИСЕМЛЕГЕНДӘ

Теге йә был уҡыу йортон тамамлап, дипломды кеҫәгә һалып алабыҙ ҙа, ошоноң менән ғүмерлеккә һөнәрле булдым тип тынысланабыҙ, ғәҙәттә. Хәҙерге тормош талаптарына тура килмәй бындай ҡараш.

хеҙмәт мәктәбе был!
БӘХЕТ СЕРЕ ЯБАЙ:

Иң элек, үҙебеҙҙең тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә иғтибар бирһендәр. Башҡортостандың ҡәҙерен белеү уның матур урындарын барып күреүҙә, танышыуҙа сағыла. Һәм, әлбиттә, сит илдәргә лә йөрөргә кәрәк.

Киске Өфө
 
Улың менән биш йәшенә саҡлы батша һымаҡ, ун биш йәшкә саҡлы - хеҙмәтсе һымаҡ, ун биш йәштән һуң дуҫ һымаҡ күреп аралаш.

(Боронғо һинд аҡылы).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru