ГЕНЕРАЛ БҮЛӘГЕ
БАШҠОРТОСТАНЫНА ҠАЙТТЫ
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашыуы ваҡытында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының архив документтарын республикаға тапшырыу тантанаһы ла үтте. Был изге миссияны Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Латипов башҡарҙы.
- Халыҡ йөрәгендә йәшәгән данлы шәхестең исемен мәңгеләштереү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки ул - республиканың символына әүерелгән генерал! - тине Рөстәм Зәки улы иҫтәлекле награданы ҡабул итеп. Владимир Ростиславович үҙ сиратында Рәсәй Президентының Дәүләт наградалары буйынса идаралығына эҙләнеү эштәре алып барып, ошо оло шәхестең орденын Башҡортостанға ҡайтарыу өсөн башҡарған эше өсөн рәхмәтен белдерҙе.
(Дауамын уҡырға)
уйлыға - уй
БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ҺЫУЫҠТАН, ЕЛДӘН, ЯМАН КҮҘҘӘН ДӘ ҺАҠЛАҒАН
Ә бит башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең иплелеге, инсафлығы менән айырылып торған. Шуға ла борон бөтә күлдәктәре лә елпелдәкле, кәштәкле, иҙеүле, ҡойроҡло булған.
етәксе һүҙе
ҠАЛА ЭСЕНДӘГЕ ПАРК ТҮГЕЛ, Ә ПАРК ЭСЕНДӘГЕ ҠАЛА БУЛАСАҠ!
Өфө - миллионлы ҡалалар араһында иң таҙа һәм йәшел ҡала. Бер кешегә бында 200 квадрат метр йәшеллек тура килә. Беҙ был байлыҡ менән ғорурланабыҙ, уны һаҡларға һәм арттырырға тырышабыҙ.
йәшлек йәшнәүҙәре
КҮҢЕЛ АСТЫЛАР ҺӘМ ФӘҺЕМ, ТӘЖРИБӘ ЛӘ ҮҘЛӘШТЕРҘЕЛӘР
Ул һанаулы ғына ваҡыт эсендә нисек күберәк аҡса эшләргә, кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолоп, кәрәклеһен алырға өйрәтте. Отҡорлоҡ, зирәклек, етеҙлек һәм кеше менән аралаша белеү талап иткән был уйын барыһына ла оҡшаны.
тарихи хәҡиҡәт
ХАЛЫҠ УЛЫ БУЛЫУЫН ҺҮҘ МЕНӘН ТҮГЕЛ, ЭШ МЕНӘН ДӘЛИЛЛӘНЕ
"Көнһәл әл-әхбәр" тигән төрөк сығанағында башҡорттарҙың ҡасандыр 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы әйтелә. V быуаттан алып XVI быуат уртаһына тиклем йәшәгән Өфө-II был ҡалалар араһында иң ҙуры һәм үҙәктәгеһе булып һанала.
эшлекле әңгәмә
ТӘНЕҢ ҺАУ БУЛҺЫН, ТИҺӘҢ ЙӘНЕҢДЕ ПОЗИТИВҠА КӨЙЛӘ
Туҡтауһыҙ тәмәке тартыусы ауырымай, ә уның янында шул төтөндө һулап йәшәүсе ҡатыны йә балаһы зарарлана. Төтөн һулауҙан үпкә сирҙәре генә түгел, йөрәк, ҡан баҫымы, эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙары ла баш ҡалҡытырға мөмкин.
йыл темаһы
ҮҘ ХАЛҠЫНЫҢ ҺӨЙӨКЛӨ УЛЫ
Билдәле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ижады һәм тормошо хаҡында тулы метрлы нәфис фильм төшөрөлә башлай. Проект БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыласаҡ.
афарин!
ҠУРАЙСЫЛАРҘЫҢ ИҢ МӘРТӘБӘЛЕ БӘЙГЕҺЕ
Бер сәнғәт сараларынан да ситтә ҡалмаған, ҡурайҙы пропагандалауҙа ижтиһатлыҡ ҡылған, сит илдәрҙә ҡурай тауышын ишеттергән, бына тигән шәкерттәр тәрбиәләгән арҙаҡлы ҡурайсы лайыҡлы баһа алды.
мосолман донъяһы
ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР ХИСАПҺЫҘ ТАПҠЫРҒА АРТТЫРЫЛҒАН АЙ
Кеше Рамаҙандың ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын белһә, уның йыл буйы дауам ителеүен теләр ине. Ысынлап та, изге ғәмәлдәр хисапһыҙ тапҡырға арттырылған тағы ниндәй ваҡыт бар икән? Шуға күрә, Рамаҙандан да бөйөгөрәк ай юҡ.
иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
|