«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ УЛЫ БУЛЫУЫН ҺҮҘ МЕНӘН ТҮГЕЛ, ЭШ МЕНӘН ДӘЛИЛЛӘНЕ
+  - 

Башҡорт халҡының, ырыуҙарының һәм уларҙың үҫешенең тарихын төплө һәм фактик рәүештә өйрәнеүсе, уларҙы халыҡҡа еткереүсе, баҫмалар ижад итеүсе ғалимдарыбыҙ, тарихсыларыбыҙ күп түгел. Улар алтын бәрәбәренә булып, киләсәктә милләт хәтерен һынландырыр китаптары ла ҡәҙерләп һаҡлана. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе Йәдкәр Әхәт улы Бәшировтың "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш" тигән тикшеренеү хеҙмәте тарихтың ҡайһы бер биттәренә яңы ҡараш, яңы фекер тыуҙырҙы. Баҫманы өйрәнгәндән һуң, ҡайһы бер ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы уның үҙенә лә бирҙек.

Йәдкәр ағай, беҙ һеҙҙе татар милләтенән, тип беләбеҙ, ә һеҙ башҡорт тарихы хаҡында шундай ҙур хеҙмәт яҙғанһығыҙ. Был фәндең милләт айырмауы билдәһеме, әллә икенсе төрлө аңлатма бармы быға?

- Әйҙәгеҙ, асыҡлайыҡ һуң улай булғас. Мин Башҡортостанда, Көйөргәҙе районының Яңы Аллабирҙе ауылында тыуғанмын. Метрика ҡағыҙында "татар" тип яҙылғанмын. Башта Ырымбур өлкәһенең Троицк районында - урыҫ, артабан VII кластан һуң Мораптал урта мәктәбендә татар класында уҡып, аттестат алдым. Яҙышҡанымды, төбәк, халыҡ яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғанымды белгәнлектән, 2004 йылда ауылдаштар менән осрашыу алдынан ауылыбыҙҙың тарихын яҙыуымды үтенделәр. Шул мәлдән тыуған ерем тарихын Өфө, Ырымбур, Ҡаҙан архивтарында ҡаҙынып өйрәнә башланым. Атай-әсәйемдең, нәҫелемдең башҡорт милләтенән икәнлеге архивтарҙағы "Ревизские сказки" тип аталған документтарҙан, метрика һәм никах ҡағыҙҙарынан билдәле булды. Мине ниңә татар тип яҙҙырғандарҙыр - белмәйем. Шуға күрә, ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағанға тиклем үҙемде татар тип иҫәпләнем. Ә инде уны төплөрәк өйрәнеү, әлбиттә, башҡорт һәм татарҙарҙың ҡайҙан килеп сығыуын асыҡлауға этәрҙе. Үҙ-үҙемә бик күп һорауҙар биреп, уларға яуап эҙләнем. Күңелемдә тыуған ҡаршылыҡлы тойғоларҙы аңларға, ҡайһы берҙәрен хатта еңергә кәрәк булды. Ғөмүмән, психологик һынылыш кисерҙем, был минең өсөн еңел булманы. Һө-ҙөмтәлә тыуған яғымдың тарихын сағылдырған "Быуаттар ҡатламы аша" тип аталған китабым донъя күрҙе.

Башҡорт һәм болғар атамаларының бәйләнешен төрлөсә дәлилләйҙәр. Һеҙҙең китапта ул нисек бирелә?

- VII быуаттың уртаһында көнбайыш төрөк ҡағанаты йәшәүҙән туҡтай һәм уны Европа өлөшөндә Дуло династияһы етәкләгән Болғар дәүләте, Ашин төрөктәре династияһы етәкләгән Хазар дәүләте барлыҡҡа килә. Ошо саҡта башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын тәшкил итеүсе ҡәбиләләр төркиҙәр һәм болғарҙар килгәнсе үк көнсығыш Европа һәм урта Волга буйын биләй. Болғарҙар һан яғынан һәм хәрби көс буйынса хазарҙарға ҡарағанда күпкә юғары була. Урта Волга буйына килгән хазар болғарҙары яйлап урындағы көнбайыш башҡорттары менән ҡушыла. Хазар Болғары составына ингән болғар ҡәбиләләре артабан бер дәүләттең халҡы булып китә. Бында "болғар" атамаһы йыйылма этноним ролен үтәй.
Болғарҙарға башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары булған хонтурсылар, унығырҙар, утриғорҙар, ҡотриғурҙар, биләрҙәр, бөрйәндәр, шулай уҡ сыуаштар, фин-уғыр вәкилдәре һ.б. ҡараған. Башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларына ҡараған хотурсылар, биләрҙәр, бөрйәндәр вәкилдәренең Болғарҙың хакимы булып китеүе хаҡында Салауат Хәмиҙуллиндың фекере менән тулыһынса килешәм, ханлыҡҡа ҡараған башҡа ҡәбиләләр араһында улар кеүек ҡеүәткә эйә берәмектәр булмай. Шуға күрә лә "болғар" атамаһы тиҙҙән телдән төшөп ҡала башлай. VII быуаттан үҙаллы боронғо башҡорт дәүләттәре, конфедерацияға берләшеп, Тамта дәүләтен барлыҡҡа килтерә. Ә инде XI-XII быуаттарҙа легендар юлбашсы Башҡорт хан тарих аренаһына сыҡҡас, күп кенә ырыу-ҡәбиләләр уның ҡанаты аҫтында Евразияның төньяғында бөйөк державаны барлыҡҡа килтерә. Боронғо башҡорттарҙың ата-бабаларын тәшкил итеүсе уғырҙар "башҡорт" атамаһын ала. Бөйөк Башҡорт иленә Урта Волга - Урал - Евразияның Көнбайыш Себер өлөшөндә йәшәүсе табын, барын, бөрйән, ғәйнә, иштәк, бәшәнәк һәм башҡа ҡәбиләләр инә. Мәшһүр әрмән тарихсыһы Гевонд яҙыуынса, был дәүләттең төп халҡын башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларынан хонтурсылар, бүләрҙәр, ҡоман-ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр тәшкил иткән.

Башҡорт ҡалаһының бөгөнгө Өфө ерлегендә булыуын һеҙ ҙә иҫбатлайһығыҙ, шулай бит?

- XIV быуаттың карталарын өйрәнеүсе Ф.К. Брун боронғо Паскарти (Башҡорт) ҡалаһын башҡорттар менән бәйләгән. Билдәле булыуынса, хәҙерге Өфө ҡалаһы тирәһендә башҡорттар ҡәлғәләр һәм нығытмалар төҙөгән. М. Өмөтбаев яҙыуынса, ҡыпсаҡтарҙың ғәскәр башлығы Яуыш хан төҙөлөш менән үҙе шәхсән шөғөлләнгән. Башҡорттарҙың боронғо дәүерҙәренән алып йәмғиәт, берләшмәләр төҙөүҙәре хаҡында хатта боронғо "Авеста"ла бөрйән ырыуы миҫалында бәйән ителә. Ошо ҙур территорияла башҡорттар йәшәүе, уларҙың бер нисә дәүләте булып, һуңынан бер Бөйөк Башҡорт иле барлыҡҡа килеүе - тарихи хәҡиҡәт, тик фән донъяһы был хаҡта әйтергә һаман да ҡыймай килә.
Мәҫәлән, "Көнһәл әл-әхбәр" тигән төрөк сығанағында башҡорттарҙың ҡасандыр 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы әйтелә. V быуаттан алып XVI быуат уртаһына тиклем йәшәгән Өфө-II был ҡалалар араһында иң ҙуры һәм үҙәктәгеһе булып һанала. Эксперт булып сығыш яһаусы Мәскәү археологтары был ҡаласыҡ комплексын көнсығыш Европаның урта быуаттарға ҡараған ҡалалары араһында иң ҙуры тип билдәләгән. Урта быуат сығанаҡтарында "Башҡорт" тип билдәләнгән ҡаланың хәҙерге Өфө ҡалаһы икәнлегенә шик ҡалмай. Башҡорт ҡалаһы бөйөк Башҡорт иленең сауҙа-иҡтисади, мәҙәни-сәйәси баш ҡалаһы булып торған. "Башҡорт" атамаһы ҡалаға нигеҙ һалыусыларҙың башҡорттар икәнлеген раҫлай. Башҡорт халҡы, башҡорт иле төшөнсәләре IX-X (XII) быуаттарҙа уҡ көньяҡ Урал төбәгендә рәсми рәүештә йәшәгән.

Һеҙҙеңсә, ниндәй тел булған икән Бөйөк башҡорт илендә?

- XII быуатта йәшәгән бөйөк болғар лингвисы Сөләймән ибн Дауыт әл-Болғари әс-Саҡ сини яҙыуынса, уларҙың күбеһе "сабан-болғар теленең бәшәнәк һәм ҡыпсаҡ диалекттарынан ҡушылған телдә аралашҡан. Ошо уҡ телдә XIII-XX быуаттың башҡорт шағирҙары һәм мәғрифәтселәре Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Тажитдин Ялсығол, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов һ.б. ижад иткән. Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымта яһарға була: башҡорт халҡы бәшәнәк диалектындағы төрки-болғар телендә, ә көнкүрештә күберәген "сабан" телендә аралашҡан. М. Өмөтбаев шулай яҙған: "Татар теле боронғо сығатай һәм истәк (башҡорт) теленән килеп сыҡҡан... Был телдә һөйләшеүселәр үҙҙәрен төркиҙәр тип атай. "Ҡыса Рабғузи", "Әбү-л- Ғәзи", "Бабурнамә" китаптары боронғо башҡорттарҙың ошо телдә һөйләшеүенең дәлиле булып тора... Сығатай һәм истәк телдәренән сыҡҡан был телдең дөйөм атамаһы - "төрки". Бәшәнәктәр, ҡыпсаҡтар, истәктәр һәм сабандар шулай уҡ башҡорт ҡәбиләләре төркөмөнә инә, ә сығатай, күрәһең, татарҙарға ҡарайҙыр. Тимәк, Болғар халҡы, асылда, башҡорт телендә аралашҡан.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1203

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru