НИҺАЙӘТ, ҠЫШ КИЛДЕ!
Өфө урамдарына, ниһайәт, ҡар ятты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре урамдарҙы таҙартыу эшенә тотондо. Көн һайын был эшкә 200-300 самаһы берәмек махсус техника йәлеп ителә. Ғөмүмән, миҙгел һынауҙары менән көрәшкә 408 берәмек техника әҙерләнгән.
Хеҙмәтләндереү территорияһы 21 миллион квадрат метр юлдарҙы һәм эргә-тирәләге участкаларҙы үҙ эсенә ала. Быйыл был майҙандар 10 процентҡа, йәғни 2 миллион квадрат метрға артҡан. Бер техникаға 52 мең квадрат метр майҙанды хеҙмәтләндерергә тура килә. Муниципалитет ҡала территорияһының 30 процентын таҙартырға бурыслы. Был, нигеҙҙә, урамдарҙың машиналар йөрөгән өлөшө, автомагистралдәр, парктар, скверҙар. Йорт алды участкаларын идара итеү ойошмалары таҙартырға тейеш. Ә инде "ҡыҙыл һыҙат"та урынлашҡан участкалар бина милекселәре йәки ҡуртымға алыусыларға беркетелгән. Был ойошмалар хужалары үҙҙәренә ҡараған территорияларҙа тәртип урынлаштырырға тейеш. Шулай уҡ төҙөкләндереү кимәленә бәйле клиенттарҙың һәм ҡулланыусыларҙың именлеген тәьмин итеү ҙә уларҙың туранан-тура бурысы булып тора.
Тейешле хеҙмәттәр тротуарҙарға һәм юлдарға һибелгән боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттар файҙаланыуҙың оптималь вариантын да ҡараясаҡ. Һуңғы ваҡытта ҡарҙы иретеү һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡулланылған бындай реагенттар хаҡында күп бәхәстәр ишетергә тура килә. Ошо химик ҡатнашмаларҙың артығы менән тротуарҙарға, урамдарға һибелеүе бигерәк тә ҡалаларҙа йәшәүселәргә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, аяҡ кейемдәренә, автомобилдәрҙең кузов деталдәренә зарар итә, ҡар "бутҡаһы" барлыҡҡа килтерә.
Өфө ҡала округы хакимиәтендә лә ошондай проблема булыуын таныйҙар, уны хәл итеү өсөн төрлө варианттар өйрәнелә. Ҡар иретеүсе реагенттарҙы дөрөҫ ҡулланыу, уларҙың ҡулланылышын ҡыҫҡартыу маҡсатында Ҡытай, Финляндия, Скандинавия ярымутрауы илдәренең тәжрибәһе өйрәнелә. Мәҫәлән, Ҡытайҙың тәбиғәт шарттары буйынса Өфөгә оҡшаш Цицикар ҡалаһында реагенттарҙы бөтөнләй ҡулланмайҙар, ҡарҙы "ҡоро" юл менән таҙарталар. Шулай уҡ ҡышын был ҡалала махсус тиҙлек режимы ҡулланыла, һәр кем көн торошона ныҡ иғтибар итә.
Өфөлә лә ҡом-тоҙ ҡатнашмаларын, реагенттарҙы ҡулланыуҙы кәметергә ҡарар ителде. Урамдарҙы, йорт араларын, тротуарҙарҙы таҙартҡанда механик юлға өҫтөнлөк биреләсәк.
- Ҡаланы ҡарҙан махсус техника ярҙамында механик юл менән таҙартабыҙ. Ныҡ кәрәк саҡтарҙа ғына самалап ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын ҡулланабыҙ, был ҡышҡа 96 тонна ҡатнашма әҙерләнгән. Һуңынан бөтә ҡарҙы ла махсус полигондарға һәм ҡар иретеү пункттарына сығарабыҙ. Ҡыш башынан алып 60 мең тоннанан ашыу ҡар сығарылды ла инде. Ошондай ҡарар ҡабул итеү арҡаһында юлдарҙы таҙартыу сифаты кәмемәне, - тип һөйләне журналистар менән осрашыуҙа Өфө ҡала округы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Плотников.
Азамат ӘБҮТАЛИПОВ.
тураһын әйткәндә...
ХӘЛДӘРЕҢ НИСЕК, АУЫЛ ДАУАХАНАҺЫ?
Һаулыҡ һаҡлау һәм Социаль үҫеш министрлыҡтарын берләштереү һәм шул министрлыҡҡа һөнәре-белеме менән медицинаға ҡағылышы булмаған белгестәрҙе тәғәйенләү хата булды.
... ғәҙәттәре күркәм
ӨФӨ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ ЯРЫШҠА СӘМЛӘНДЕ
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы һәм "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурсы старт алды.
президент әйтте!
СУВЕРЕНИТЕТ - УЛ МОТЛАҠ ШАРТ!
...Алда ауыр, көсөргәнешле мәл, һәм күп нәмә һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ урынында нимә эшләүенән тора. Санкциялар һәм тышҡы сикләүҙәр - ҡуйылған маҡсаттарға тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк өлгәшеү өсөн стимул ул.
тарихи хәҡиҡәт
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
Башҡорттар төрки этностар араһында иң боронғоһо. Улар хаҡында тәүге телгә алыуҙарҙы VII быуатҡа ҡараған Ҡытай яҙмаларында табабыҙ. Ошо оҙаҡ ваҡыт эсендә башҡорт халҡы үҙенсәлектәрен һаҡлап алып ҡала алған.
монолог
АҠБУҘАТ ОРАН ТАШЛАЙ – БАТЫРЫН ЭҘЛӘЙ
"Ҡайҙа батыр?" - тип, Аҡбуҙат үҙе оран ташлай. Киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләү өсөн ел-дауыл ҡуптарып, артынан мал ҡотон алып сыҡҡан шундай арғымаҡты ауыҙлыҡлаған Урал батыр кеүек герой кәрәк.
һай! һай! һай!
РУХЫН ЮҒАЛТҠАН ТҮГЕЛ МӨНӘЖӘТ ҺӘМ НӘСИХӘТТӘР ӘЙТКӘН ХАЛЫҠ БЕҘ!
Мин үҙемдең Мөкәрәмә өләсәйемдең намаҙҙан һуң мотлаҡ аҙ ғына булһа ла мөнәжәт әйтеп, эргә-тирәһендәгеләрҙе илатыуын хәтерләйем. Ул саҡта тыңлаусыларҙың ниңә илағанын аңламағанмын.
ил-йорт хәбәрҙәре
ЙОҠО БАҪМАҺЫН ӨСӨН ХӘТЕРҘЕ УЯТЫП АЛЫУ ҘА КӘРӘК
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһындағы башҡорт милли хәрәкәтенең башында тороусы "Аҡбуҙат" ойошмаһының 25 йыллығына арналған тантаналы сара уҙғарылды.
|