Хәҙер һәр кем ваҡыт ағымының тиҙерәк елеүен раҫлай. Ысынлап та, донъя арбаһы йылдан-йыл шәберәк тәгәрәй кеүек шул, йәтешләп ултырып өлгөрмәгәндәр этелеп-төртөлөп төшөп ҡала бара. Ошо йән-фарманға елеп барған арбаның бер мөйөшөндә, шөкөр, башҡорттар ҙа ултырып килә. Тамырҙарын онотҡан, быуындар араһындағы күсәгилешлек һәм рухи бәйләнешен юғалтҡан милләттәрҙең яҙмышы аяныслы булыуын күреп, аңыбыҙға килә, асылыбыҙға ҡайта башланыҡ кеүек, ниһайәт. Был көндәрҙә Сибай ҡалаһында үткәрелгән Мөнәжәт башҡарыусыларҙың 2-се асыҡ ҡала бәйгеһен тамаша ҡылғанда ошо турала уйланылды.
Башҡорт халҡының холоҡ-фиғеле тураһында боронғо рус ғалимдарының да, хәҙерге заман тикшеренеүселәренең дә яҙмалары байтаҡ. Кемдең баһаламаһын ғына алма, бөтәһе лә башҡорттар тураһында ҡунаҡсыл, ҡыйыу, эскерһеҙ, баҫалҡы, түҙемле, ғорур, үтә ғәҙел, тыныс холоҡло, үҙенсәлекле фәлсәфәле булыуҙары тураһында яҙа. Күп кенә рус яҙыусылары башҡорт кешеһенең бөгөнгө көн менән генә йәшәүен, киләсәк тураһында уйланмауын да билдәләй. Билдәле этнограф һәм фольклорсы, крайҙы өйрәнеүсе Сергей Рыбаков үҙенең яҙмаларында башҡорттарҙы: "Башҡорттар, тәү сиратта, тәбиғәт балалары. Ышаныусанлыҡ, шәфҡәтлелек, ярҙам итергә әҙер булыу, алсаҡлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ уларҙың йөҙөнә сыҡҡан, ҡиәфәттәре шундай эскерһеҙ һәм йәшерен уй-ниәтһеҙ, ҡырағайлыҡ һәм ажарланыу һис кенә лә юҡ", - тип тасуирлай. Ә бына крайҙы өйрәнеүсе В. М. Черемшанский XIX быуаттың икенсе яртыһында былай тип яҙа: "Ҡырағай һәм түҙемһеҙ, үҙенсә эшләргә күнеккән, азат һәм үҙ иркен сикләүҙәр менән килешмәгән, бер һүҙ менән әйткәндә - һуғышсан һәм үҙ белдеге менән эшләргә яратыусан халыҡ бөгөн тыныс, түҙемле һәм күндәм булып ҡалған, элекке баш бирмәҫ рухын юғалтҡан..."
Мөнәжәтселәр конкурсы тураһында яҙа башлап, башҡорттоң холоҡ-фиғеленә күсеп китеү юҡҡа түгел. Әгәр ҙә башҡорт милләте тап ошо үрҙә әйтелгән сифаттарға эйә булмаһа, көйө лә, һүҙҙәре лә ябай ғына яңғырауға ҡарамаҫтан, күңелгә шул тиклем оло һиллек килтергән мөнәжәттәрҙе, уйға һалырлыҡ нәсихәттәрҙе ижад итә алмаҫ ине, тип әйтмәксебеҙ. Был сараға Башҡортостандың төрлө район, ҡалаларынан һәм сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәр йыйылды. Быуындан-быуынға күсә килгән, өләсәй-әсәйҙәренән отоп ҡалған мөнәжәттәрҙе йәштәргә ишеттерергә ниәтләп килеүсе етенсе тиҫтәне ашатлаған оло ағинәйҙәр ҙә, үҙҙәренең төбәгендә ауыҙ-тел ижадының был төрөн яңынан тергеҙеүҙе маҡсат итеүсе йәш ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты унда. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурс икенсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, мөнәжәт һәм нәсихәт жанрҙары тураһында хәбәрҙар булмаған, уны ишетмәгән кешеләр ҙә булған. Хатта ҡайһы бер райондың мәҙәниәт бүлеген етәкләүселәрҙән дә ишетелгән "Нимә һуң ул мөнәжәт?" тигән һорау. Белмәүселәр был хаҡта дин әһелдәренән һорай, йә булмаһа башҡорт тарихын, уның мәҙәниәтен өйрәнеүсе элекке ғалимдарҙың хеҙмәттәренә күҙ һала алыр ине. Мәҫәлән, Сергей Рыбаков аңлатмалары буйынса, мөнәжәт - ул "Аллаға өндәшеү, дини йөкмәткеле шиғырҙар". Мөнәжәттәрҙең барлыҡҡа килеүе Ислам динен ҡабул итеүгә тиклемге осорға барып тоташһа ла, һуңынан улар Ҡөрьәнде йырлап уҡыу, өгөт-нәсихәт һәм дини китаптарҙы тасуири уҡыуға бәйле киң таралып китә. Бөгөн башҡорт ауыҙ-тел ижадының был төрө аҙ өйрәнелгән. "Бының сәбәбе билдәле: Совет осоронда динебеҙгә бәйле барлыҡ йола-ҡағиҙәләребеҙҙе лә онотторҙолар бит, - тине конкурстың баһалама ағзаһы, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, Бөтөн донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева. - Мөнәжәттәр ҙә шуға бәйле юҡҡа сыға яҙҙы. Әммә ул заманда ла тәҙрәгә ҡорған ҡороп булһа ла намаҙ уҡыуҙан, мөнәжәттәр әйтеүҙән туҡтаманы оло быуын. Мин үҙемдең Мөкәрәмә өләсәйемдең намаҙҙан һуң мотлаҡ аҙ ғына булһа ла мөнәжәт әйтеп, эргә-тирәһендәгеләрҙе илатыуын хәтерләйем. Ул саҡта тыңлаусыларҙың ниңә илағанын аңламағанмын. Әммә күңелгә инеп уйылған ул көй, ул һүҙҙәрҙе хәҙер ишетһәм, өләсәй мөнәжәтеләй ҡабул итеп, күҙҙәр йәшләнә..."
Конкурс барышында мөнәжәт менән ҡобайыр жанрын бутап сығыш яһаусылар ҙа булды. Баһалама комиссияһы ағзалары әйтеүенсә, мөнәжәт текстары борондан килә һәм улар әллә ни күп тә түгел, ә бына нәсихәттәрҙе хәҙерге заман шағирҙарының әҫәрҙәрен көйгә һалып башҡарырға ла була. Нәсихәт - ул кешегә ихлас күңелдән әйтелгән кәңәш һүҙе, изгелек ҡылырға һәм игелекле булырға әйҙәү, хаҡ юлға йүнәлтеү.
- Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының мөнәжәт төрө - уникаль күренеш. Аллаға өндәшеү, Уға таяныу, Унан ярҙам һорау, Уның ғына һине һаҡлай алыуына ышаныу, Уның алдына барып баҫҡас, эшләгән эшең, ҡылған ҡылыҡтарың өсөн нимә тип яуап биреүеңде уйлау - башлыса бына ошондай йөкмәтке сағыла уларҙа. Шул тиклем тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, ошондай йөкмәткеле мөнәжәттәрҙең һаҡланып ҡалыуы ҡыуаныслы. Ошо хәтерҙе һаҡлаусыларҙың сарабыҙға дәрт итеп, алыҫ араны яҡын итеп йыйылыуы ҡыуаныслы. Мөнәжәт һәм нәсихәттәр тыңлаусыға бик көслө йоғонто яһай бит ул, һәр кемдең күңел ҡылдарын сиртә, берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Киләсәктә конкурстың кимәлен төшөрмәй, артабан уны үҫтереүҙе хәстәрләргә кәрәк, - тине конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, Сибай ҡалаһының "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе, баһалама комиссияһы рәйесе Асия Ғәйнуллина.
Конкурстың киләсәген бөтәһе лә яҡшыға юраны. "Быуылып ятҡан йылға йырылған кеүек. Халыҡ күңелендәге нисәмә йылдар быуылып ятҡан ижади маһирлыҡ, рухи байлыҡ шул тиклем күп. Халыҡ уның тәмен белеп алды, инде юғалтмаҫ", - тине яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева ла.
Мөнәжәтселәр конкурсында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты. Иң бәләкәй конкурсант 6 йәшлек булһа, иң олоһо һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫырға торған, һигеҙ ожмах асҡысы һәм ике донъя ҡиммәттәре тураһында уйланыр йәшкә еткән ағинәй ине. Силәбе өлкәһе Сосновка районы Әлеш һәм Табын ауылдарынан килеүсе оло ағинәйҙәр конкурста мөнәжәттәрҙе классик формала башҡарып таң ҡалдырҙы. Улар "Айы ла юҡ, ҡояшы ла", "Ата-әсәһенең балаға үтенесе", "Манара" мөнәжәттәрен көйләп ишеттерҙе. "Башҡорттар мөнәжәт әйтмәй ултырмаған, беҙ әле лә был йоланы ташламайбыҙ. Ауылдаштарға аятҡа йыйылғанда һәр ваҡыт мөнәжәт әйтәбеҙ, тик уны әйтеү ҡайғылы урында ғына тыйыла. Бәндә мәрхүм булып ҡалһа, уның йыллығы үтмәйенсә, был өйҙә мөнәжәт һөйләмәйбеҙ", - ти Әлеш ауылының хөрмәтле ағинәйе Заза Дауытова. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ошо сарала башҡорт донъяһын күреп, фекерҙәштәре менән аралашып, дәртләнеп, ҡайтҡас, үҙҙәрендә лә "Ағинәйҙәр ҡоро"на ойошоп, Белорет ағинәйҙәре кеүек бер иштән күлдәктәр тектереп, балалар һәм йәштәр менән берлектә эшләргә, ошондай рухлы саралар үткәрергә ниәтләнеүен дә белдерҙе.
Әйткәндәй, Белорет районы Үткәл ауылы ағинәйҙәре был конкурста беренсе тапҡыр ғына ҡатнашты. "Мөнәжәт һәм нәсихәттәр һөйләү беҙҙә онотолоп бара, - тине Үткәл ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Айһылыу Йомағужина, элек өләсәһенең әйткән мөнәжәттәренә тейешле әһәмиәт бирмәүенә үкенес белдереп. - Конкурста ҡатнашырға булғас, үҙаллы эҙләп, һорашып, Шығай ауылында йәшәүсе ҡурайсыбыҙ Мөхәммәт Түләбаевтан мөнәжәттең ике төрлө көйөн өйрәнеп, Таңһылыу Вәхитованың өләсәһе һөйләгәнде иҫкә төшөрөп, замандаш шағирәләребеҙ Зөлфиә Ханнанова һәм Гүзәл Ситдиҡованың һүҙҙәрен көйгә һалып, нәсихәт әйттек. "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһын булдырғас та, үҙебеҙҙең төбәктең онотолған йолаларын тергеҙә башлағайныҡ, хәҙер был мөнәжәт һәм нәсихәттәрҙе лә яҡшылап өйрәнеп ҡайтырға ниәтләйбеҙ. Коллектив менән бергә йырлауыбыҙҙың да төп маҡсаты шунда - ун ике кеше мөнәжәт әйтергә өйрәнде икән, киләсәктә, тимәк, ун ике урында улар шуны башҡарып күрһәтәсәк, бүтәндәр отоп аласаҡ..."
Мөнәжәт башҡарыусыларҙың 2-се асыҡ ҡала конкурсының төп призына лайыҡ булыусы Учалы районы вәкилдәре "Йома сәйе"н сәхнәләштерҙе. Учалы ҡала мәсетенең һәм Учалылағы Зәйнулла ишан мәсете мөслим һәм мөслимәләре тәрән мәғәнәле нәсихәттәре, күңелдәрҙе таҙартырлыҡ мөнәжәттәре менән жюри ағзаларын да, тамашасыларҙы ла, килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы ла хайран итте. "Йома - ул Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән бүләге. Был көндөң файҙаһы, уның ҡиммәттәре тураһында Ҡөрьәндә бик күп яҙылған. Бына ошо оло йома көндө ғилем тураһында мөнәжәттәр һөйләнек. Мөъмин мосолман ғилемде ҡайҙа юғалтты, шунан табып алырға тейеш, тиелгән Ҡөрьәндә. Унда ғилем тураһында 170 урында яҙылған, ғилем йәннәттең юлы, бишектән ләхеткә тиклем ғилем алыу талап ителә, тиелгән. Беҙ әйткән бер мөнәжәттә шундай юлдар бар: "Бер ғәмәлһеҙ үлеп китһәк, Ҡиәмәттә нишләрбеҙ?" Ғәмәл ҡылырға тейешбеҙ, бының өсөн белемле булырға кәрәк. Ошоларҙың барыһы ла Ислам диненең төп хәҙистәре, улар еңел һәм аңлайышлы формала мөнәжәт итеп йырланған, ошоға беҙ үҙебеҙҙең шәкерттәрҙе, мөслим-мөслимәләрҙе өйрәтергә тырышабыҙ", - тине Учалы ҡалаһының Зәйнулла ишан мәсете мөғәллимәһе Зәкиә Әделйәнова. Учалы мөнәжәтселәре араһында йәштәрҙең күп булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Бөгөн йәштәр ололар һүҙенә бик иғтибар итеп бармай, уларға ниндәйҙер мәғлүмәтте йәштәштәре үҙҙәре еткерергә тейеш, тигән фекер ҙә йәшәүен иҫәпкә алғанда, Учалыла оло быуын мөнәжәтселәре эргәһендә йәш мөнәжәтселәр ҙә булыуы үтә яҡшы күренеш булып сыға түгелме? Әммә был фекерҙе айырым башҡарыусылар араһында I урын яулаусы йәш егет Сәмиғулла Лоҡманов бик үк хупламаны. "Йәштәштәремде яҡшы белгәс, уларға әлеге нәсихәттәремде һөйләргә бик ынтылып тормайым, сөнки улар ниндәйҙер өгөт, аҡыл өйрәтеүҙе хушһынмай, ҡабул итмәй. Шуға күрә, мин нәсихәттәрҙе күберәк туғандарыма, олораҡ йәштәге кешеләргә әйтеп ишеттерәм. Ә шулай ҙа өмөт бар. Йәштәр хәҙер дингә күпләп килә бит, мөнәжәт тыңларға, уны башҡарырға ла өйрәнерҙәр, иншалла". Сәмиғулла Лоҡманов конкурста үҙенең "Әсәйҙәргә" тигән нәсихәтен әйтте, уның сығышы залда ултырыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы, ул оҙаҡ ҡына ҡолаҡтарҙа сыңлап йөрөнө хатта. Тимәк, ошондай мөнәжәт сыңы йәштәрҙең дә күңел ишектәренә үтеп инер әле, тип ышанайыҡ.
Сараға мәртәбә өҫтәп, конкурстың йомғаҡлау өлөшөндә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Хәләф Ишморатов һәм Буранбай Күсәбаев, "Башбланкиздат" ойошмаһының генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева, Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйруллин ҡатнашты. Был конкурстың башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙеүҙәге әһәмиәтен юғары баһалап, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы киләсәктә уның беренсе туры һәр район кимәлендә үткәрелергә тейеш, тигән тәҡдим индерҙе. Ә Хәләф Хәлфетдин улы киләсәктә был конкурсты республика йә Рәсәй кимәлендәге сара итеп нарыҡлау кәрәклеге тураһындағы фекере менән уртаҡлашты. Уның фекерен Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы ла хупланы.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Мөнәжәт башҡарыусыларҙың 2-се асыҡ ҡала конкурсы буйынса фекер алышыуҙар барышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов әйткән һүҙҙәр мөнәжәт һүҙҙәре менән аралаш оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡолаҡта яңғырап торҙо. "Үтеп китеп барған поездың һуңғы вагонына һикереп менеп өлгөрҙөк, йәмәғәт! Киләсәктә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты БР-ҙың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары менән берлектә мөнәжәт тигән ынйы-гәүһәрҙәрҙе йыйып, йәш быуынға алып барып еткереү сараһын күреүҙе, конкурсты республика кимәленә сығарыуҙы төп бурысыбыҙ итеп алырға тейешбеҙ", - тигәйне Хәләф Хәлфетдин улы. Поезд вагонына ултырып өлгөрҙөкмө, әллә ваҡыт арбаһында дилбегәгә яҡыныраҡ күстекме, быныһы билдәһеҙ, иң мөһиме - халҡыбыҙҙың матди байлыҡтарҙан рухи ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйырға тырышыуын тағы бер миҫалда күрҙек. Киләсәктә йәштәргә лә мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән өгөттө, аҡылды күсерә алһаҡ, Аллаһы Тәғәләнең яратҡан балалары - башҡорттар үҙ асылына ҡайтыр! Амин!
Камила ҒӘЛИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА