ҘУР ЕҢЕҮҘӘР ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН БАШЛАНА
Башҡорт егеттәре араһында милли көрәш иң популяр спорт төрҙәренең береһелер ул. Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы егете Артур ЗӨЛҠӘРНӘЙЕВ та уны ғүмерлек шөғөлө итеп һайлаған. Ун биш йәшендә генә - Рәсәй, ун ете йәшендә көрәштең өс төрө буйынса донъя чемпионы титулын яулаған Артур бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Физика-технологик институтында геофизика йүнәлешендә белем ала. Милли спорт төрөн үҫтереү менән бер рәттән, сит ерҙәрҙә башҡорт халҡын, башҡорт илен данлап йөрөгән батыр егет менән әңгәмәбеҙ ҙә көрәш, уға илткән юлдар, ваҡиғалар хаҡында, тырышлыҡ аша еңелеүҙәрҙең еңеүҙәргә әйләнеү мөғжизәһенә эйә булыуы тураһында барыр.
(Дауамын уҡырға).
зыялылар майҙаны
АУЫЛҒА ЙӨҘ МЕНӘН БОРОЛАЙЫҠ!
Хеҙмәт юлымды район ерлегендә башлап ебәрҙем: юғары уҡыу йортон тамамлағас та, эшкә үҙебеҙҙең төбәккә (Сибай ҡалаһына) ҡайттым. Сибайҙа биш йыл эшләп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Өфө ҡалаһына юлландым. Хәтһеҙ генә ваҡыт (15 йыл самаһы) эшләгәндән һуң районға кире ҡайтырға тура килде.
көнауаз
ҺАЙЛАУҘАРҒА БАРАМ ӘЛЕ…
Республикабыҙҙың көсө, ҡеүәте, уның киләсәккә өмөтө - берҙәмлектә, ана шуны бер ваҡытта ла онотмаһаҡ ине. Бер төптән булыу, бер теләктә йөрөү әлеге беҙҙең алда торған һайлауҙарға ла ҡағыла.
тарихи хәҡиҡәт
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итә.
монолог
АҠСАНЫҢ ЕҪЕ ЮҠ ӘММӘ ТӘМЕ БАР
Әле бына бөтөн киң мәғлүмәт сараларында Ҡырымдың Белогорск районына шефлыҡ итәбеҙ, тип шаулайбыҙ. Ә бит беҙҙә лә ундай райондар бар. Һанай китһәң, барлыҡ райондарға ла ярҙам кәрәк.
мөғжизәле донъя
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"
Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.
ҡандан - аңға, аңдан - заңға
ХАҠ ТАМЫРҘАРЫҢ ҮҘ АСЫЛЫҢА ҠАЙТАРА БАРЫБЕР
Намаҙға баҫып, сәждә ҡылмаһаң, һәләкәт һәм үлем киләсәк. Ошоно аңлағас ҡына ауырыуҙан йүнәлдем. Ә бит Абдрахман олатай миңә заманында уҡ Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәре аша намаҙға баҫырға васыят итеп ҡалдырған.
был йылда
АСЫЛЫБЫҘҒА ТОҒРОБОҘ
Һәр заман, һис шикһеҙ, үҙенең ҡанундарын да көсләп таға, шуға ла кисәге тамашасыны ҡыҙыҡһындырған нәмәләр бөгөнгө тамашасы өсөн ҡыҙыҡ булмауы ла ихтимал кеүек. Әммә башҡорт театры электән романтик йүнәлешле, хис-тойғоға бай булыуы менән айырылып тора.
|