«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫЛЫБЫҘҒА ТОҒРОБОҘ
+  - 

Бөгөнгө заманда башҡорт милли театрының йылдар дауамында формалашҡан бөйөк традицияларын һаҡлау мөмкинме, әллә ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тартырға ла тура киләме?

Азат ЙЫҺАНШИН, Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры: Һәр заман, һис шикһеҙ, үҙенең ҡанундарын да көсләп таға, шуға ла кисәге тамашасыны ҡыҙыҡһындырған нәмәләр бөгөнгө тамашасы өсөн ҡыҙыҡ булмауы ла ихтимал кеүек. Әммә башҡорт театры электән романтик йүнәлешле, хис-тойғоға бай булыуы менән айырылып тора. Хәҙерге көндә Европа, Рәсәйҙең көнбайыш өлөшө, шул уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург театрҙарын алып ҡараһаҡ, улар романтиканы күптән онотҡан.
Шуға ла уларҙың театр тәнҡитселәре, милләтегеҙгә хас ошо сифатты һаҡлағыҙ, тип әйтеүҙән арымай. Хис-тойғоларға ҡоролған, кеше тәбиғәтенең асылын күрһәтергә ынтылған, рух башланғысын художестволы һүҙ менән тоташтырған театр ихласлығы менән тамашасының һөйөүен яулай ҙа инде.
Башҡорт драматургияһының "Алтын фонды"н тәшкил иткән бөтөн әҫәрҙәр ҙә милли театрҙа булырға тейештер ул. Шул уҡ ваҡытта милли театрҙың үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауы ла дөрөҫ түгел. Сит ил драматургтарының бөйөк әҫәрҙәрен дә онотмаҫҡа тейешбеҙ. Минең шәхсән үҙемә Корея пьесалары, уларҙың фәлсәфәһе оҡшай. Донъяла башҡа халыҡтар ҙа йәшәй, уларҙың да мәҙәниәте, донъяға фәлсәфәүи ҡарашы бар. Әлбиттә, мәңгелек ҡиммәттәр бөтөн халыҡтар өсөн дә бер, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең ҡурсыуында. Үҙ-үҙенә генә бикләнгән милләт үҫештән туҡтай.
Йырлы, бейеүле пьесаларға халыҡ байрамға йөрөгән кеүек йөрөй. Шул уҡ "Ҡоҙаса"ны ғына алайыҡ. Б. Бикбай менән З. Исмәғилевтың был әҫәрен күпме генә ҡараһаң да, ялҡытмай. Ни эшләп хәҙерге драматургтар ошондай әйберҙәр яҙмай икән, тип гел уйлай инем, яңыраҡ М. Багаевтың "Аҡса - бер муҡса" тигән пьесаһын уҡыным, ул тап ошо байрам кәйефе тыуҙыра торған әҫәр яҙған. Комедияны еңел-елпе жанр, тип ҡарарға ярамай, билдәле булыуынса, драмаһыҙ бер комедия ла булмай. Унан һуң, үҙ-үҙеңә ирония менән ҡарай белеү - рухи үҫештең иң дөрөҫ юлы һәм ысулы. Халҡыбыҙға моң тәбиғәттән бирелгән, шуға ла музыкаль комедиялар һәр ваҡытта ла тамашасыны үҙенә ылыҡтыра. Республикала күптән Музыкаль комедия театры асырға ваҡыт.
Йыш ҡына театрҙарҙы ябайлыҡта ғәйепләп, милли театр үҫергә, Европа театр сәнғәте кимәленә күтәрелергә, халыҡты тәрбиәләргә тейеш, тиһәләр ҙә, халыҡҡа, уның тәбиғи асылына ҡаршы барып булмай. Ошо ябайлыҡ, ихласлыҡ башҡорт театрының нигеҙен тәшкил итеүен онотмайыҡ. Беҙ, башҡорттар, ошо сифаттарыбыҙ менән яҡшыбыҙ, шуның менән башҡаларҙан айырылып торабыҙ, беҙҙе башҡалар ошолай булғаныбыҙ өсөн ярата. Башҡорт театрҙары бөгөнгө заманда ла ошо хәҡиҡәткә, тимәк, үҙ асылына тоғро әле.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.14 | Ҡаралған: 1438

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru