ШАЙМОРАТОВ ҺӘЙКӘЛЕ
СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда генерал-майор Шайморатов һәйкәленең проекттар конкурсында еңгән макетын күрһәтте.
"Торатау" Конгресс-Холында Шайморатов һәйкәле макеттарының конкурс экспозицияһын 500-ҙән ашыу кеше - йәмәғәтселек вәкилдәре, ижади берекмә ағзалары һәм республикала йәшәүселәр килеп ҡараны. Тамашасылар һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙа 19 эштең һәр береһен ун балл буйынса баһаланы. Тәүҙән үк конкурс еңеүсеһенең эше Өфөнөң төҙөкләндерелгән Совет майҙанының мәҙәни үҙәге була тип иғлан ителгәйне. Еңеүсе макеттың авторҙары - скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузов. Уларҙың проектында генерал Шайморатов ҡына күрһәтелмәгән, уның легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сағылышы ла бар. "Әле Өфөнөң Совет майҙанында төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәттә бара. Уны халыҡ геройының бына тигән һәйкәле биҙәйәсәк. Монументтың проектын республикала йәшәүселәр үҙҙәре һайланы", - тине Радий Хәбиров. Республика халҡы ил Президентының 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында Указын шатланып ҡабул итте, тип тә билдәләне ул.
ҡоролтай зыңғыры
ЕЛЛЕ ЫРЫУ, ДАНЛЫ ЫРЫУ ЕЛДӘКТӘР
Башҡортостан менән Рус дәүләте бергә ҡушылғандан һуң ҡәбиләнең ерҙәре Елдәк улусын барлыҡҡа килтереүе, уларҙың аҫаба ерҙәрен нығытыусы грамота алыуҙары, башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыуы - барыһы ла тергеҙелде.
теманы дауам итеп...
ҠУРҒАН БАШҠОРТТАРЫНДА
Хәбәр ителеүенсә, быйыл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй төбәктәрендә, атап әйткәндә, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен үткәрергә планлаштыра.
ырыуың кем?
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ
Уран ҡәүеменең бер өлөшө, уларға шулай уҡ ҡәрҙәш булған йылан һәм ҡайлылар кеүек үк, Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙары ерҙәренә килеп һыйына. Ваҡыттар үтеү менән улар аҫабалыҡ хоҡуғына эйә була.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
ШИҒЫРҘАР ЯҘЫЛА ҺАҒЫШТАН, ЙӨРӘК ӘРНЕҮЕНӘН, ТЕТРӘНЕҮҘӘН
"Һеҙҙең шиғырҙарҙы күңелдең һәр төрлө ваҡытында алып уҡырға була. Һеҙ - күңел шағирәһе", тип яҙғандары бар. Уҡыусыма шулай кәрәк саҡта шифалы һүҙ әйтә алам икән, был минең өсөн иң юғары баһа.
фекер алышайыҡ
КИЛЕНДӘРҘЕҢ ШӘБЕ ҠӘЙНӘЛӘР МЕНӘН БЕРГӘ ЙӘШӘГӘНЕ
Улың ҡәҙерле булһын, тиһәң, киленеңде ҡыҙың итеп ярат, ҡыҙың ҡәҙерле булһын тиһәң, кейәүеңде улыңдай күр. Был да үҙенә күрә яңы төҙөлгән ғаиләнең ныҡлығы өсөн ҡәйнә-ҡайнылар яуаплы икәнен белдерә.
йәшәгән бит шәхестәр
ТУҒАН ТЕЛ ТЫЛСЫМЫН ТАМАШАСЫЛАРҒА ТАПШЫРЫУСЫ БУЛДЫ УЛ
Мин дә был хатҡа ҡул ҡуйҙым. Шунан башланды… Бөтәбеҙҙе лә тиерлек берәм-берәм сүпләнеләр. Мин башымды эйеп, ғәфү һорап, ҡаршыларына барманым. Шуға ла ғүмер буйы баш осомда күҫәк - обком күҫәге торҙо.
бер һүрәткә ҡарап
ҠУРАЙСЫ
Ҡурай фәҡәт башҡорт ерлегендә генә ҡурай булып ҡала ала. "Ерлек" тигән һүҙ үҙенә бик тәрән мәғәнә һыйҙыра. Ерлек - ул, иң беренсе, үҙен башҡорт тип белгән, тойған, йәғни, башҡорт рухлы халыҡтың булыуы.
сәләмәтлек әлифбаһы
БЫЛ СИРҘЕ ВАКЦИНА МЕНӘН ЕҢӘБЕҘ
Прививка эшләтер алдынан кеше үҙенең участка врачына мөрәжәғәт итергә, анализ бирергә, анкета тултырырға тейеш. Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина ике этапта яһала.
ағинәй һүҙе
ЯБАЙҘАН БАШЛАЙЫҠ
Беҙ, Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре, яңыраҡ ҡына Хәйбулла, Учалы, Баймаҡ, Белорет районы ағинәйҙәре башлаған һөйләшеүгә ҡушылып, йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса фекерләшеп алдыҡ.
ҡыҫҡа әңгәмә
ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫН МУЗЕЙҘА КҮРЕРҺЕГЕҘ
Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейын Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортоноң ике ҡатлы матур бинаһында ойошторорға ниәтләнек. Музейҙы киләһе йылдың йәй айҙарына өлгөртөргә теләйбеҙ.
|