«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒЫРҘАР ЯҘЫЛА ҺАҒЫШТАН, ЙӨРӘК ӘРНЕҮЕНӘН, ТЕТРӘНЕҮҘӘН
+  - 


Интернет заманында был уңайлыҡҡа ҡулайлашырға ашыҡмаған әҙиптәребеҙ күҙ уңынан ысҡынып, иғтибарҙан төшөп ҡалды кеүек. Шундайҙарҙың береһе булған шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның бер нисә шиғырын интернетҡа ҡуйғайным, уҡыусылар "гөж" итеп ҡалды. Әллә күпме матур һүҙҙәр, теләктәр, иҫтәлектәр яуҙы. Халыҡ һағынған икән апайҙы. Һәм уҡыусыларҙың һорауы буйынса Зөһрә Ҡотлогилдинаның үҙе менән әңгәмә тәҡдим итергә булдыҡ.

Зөһрә апай, һеҙ ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Атай-әсәйегеҙ ниндәйерәк кешеләр ине? Ғаиләнең йәшәү принциптары, яҙмышы ҡалайыраҡ булды?

- Бер нәмә лә буштан ғына барлыҡҡа килмәй. Кешенең холоҡ-фиғеле ғүмер биргән атай-әсәйенә, олатай-өләсәйенә барып тоташа. Әниебеҙ (беҙҙең Көйөргәҙе районында шулай тиҙәр) Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы Урта Мотал ауылында тыуып, Ялсыҡайға килен булып төшкән. Атаһы, Шәрифйән олатай, үтә шаян кеше булып, урамдан үткән бер кешегә таҡмаҡ сығарып ҡалыр булған. Миңә уны күрергә тура килмәне, сөнки бик иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Әниебеҙ бик моңло итеп йырлай торғайны. Ул халыҡ йырҙарын башҡарғанда хатта олпат ирҙәр илап ултырыр ине. Ә атайыбыҙ, һуғыштан яраланып ҡайтҡан ир-уҙаманы Сәлимйән Ноғман улы тальянда бик оҫта һыҙҙырған. Госпиталдәрҙә ятҡанда өс ҡалын дәфтәр итеп шиғырҙар яҙған. Шунда уҡ иллюстрация итеп һүрәттәрен дә төшөрә барған.
Үкенескә ҡаршы, мин атайымды хәтерләмәйем. Ул вафат булғанда миңә бары йәш ярым ғына булған. Атайыбыҙ ауырып, хәлһеҙ генә ултырғанда ла беҙҙең, балаларының, күңелен күтәрергә тырышып, ҡулына гармун алған. Ә беҙ түңәрәккә бейергә төшөп китәбеҙ икән...
Атайымдың атаһы - олатайыбыҙ Ноғман Лоҡман улы Беренсе донъя һуғышында, граждандар һуғышында ҡатнашҡан, Петроградты һаҡлаған. Аяғына пуля тейеп, аҡһаҡлап ҡалған, таяҡ менән йөрөнө. Ул да матур йырланы. "Тәфтиләү"е әле лә ҡолаҡта сыңлай һымаҡ...
Өләсәйебеҙ Мәрхәбә Низам ҡыҙы таҡмаҡсы ине. Ҡунаҡ-йыйындарҙа ситеген шипылдатып, таҡмаҡтарын яуҙырып бейергә төшөп китә ине. Һәм бына ошондай ғаиләлә тыуып-үҫеп, йырлы-моңло булмай ҡара! Атайыма оҡшап, гармун уйнарға ҡыҙыҡтым бала саҡтан. Тик әсәйемдең, егерме биш йәштә балалар менән тол ҡалған ҡатындың, гармун һатып алырлыҡ хәле булмағандыр инде. Ә шулай ҙа һатып алдым мин ул гармунды. Үҙем эшләп алдым. Урта мәктәпте тамамлағас, райондағы Бабич ауылына башланғыс мәктәп уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр. Шунда эшләгән аҡсама гармун һатып алдым. Бынан тыш мин гитара, мандолина, скрипкала ла өйрәндем әле. Унынсыла уҡығанда "Башҡортостан пионеры"нда хикәйәм сығып, 10 һум гонорар килеп төштө. Иҫ китте! Шуға скрипка һатып алдым. Тик Нәғимә өләсәйҙең өйө янғанда был скрипкам да әрәм булды.
Йырға ла әүәҫлек күскән миңә ҡомартҡы булып. Бөтөн ошо һәләттәремде үҫтереү өсөн Стәрлетамаҡтың мәҙәниәт йүнәлешендәге уҡыу йортона юлландым да... ишеген дә тартып ҡарамайынса, кире боролоп ҡайттым. Музыканы, сәхнә тормошон үтә юғары бейеклек күреп, беҙҙең кеүек ауыл балалары өсөн буй еткеһеҙ үр, тип уйлап, һүрелдем. Ә йырлағанымды ишеткәндән һуң билдәле йыр сәнғәте әһелдәре күп тапҡырҙар шул йүнәлешкә саҡырҙы... Хәҙер башҡаларҙың йырлауын йотлоғоп тыңларға ғына ҡалды. Сәләмәтлекте юғалтып, дарыуҙарға ултырыу тауышты бөтөрҙө.

Ижадҡа мөнәсәбәт ҡайһы ваҡытта барлыҡҡа килде? Кемдәр һәм нимәләр сәбәпсе булды быға?

- Бишенсе класта уҡығанда әниебеҙ беҙгә атайыбыҙҙың шиғыр дәфтәрен күрһәтте. Ул латин хәрефтәре менән яҙғайны. Әнием беҙгә шуларҙы уҡырға өйрәтте, атайығыҙҙың ниҙәр яҙғанын белегеҙ, тине. Беҙ апайым менән башта тексты һәр юл аҫтына үҙебеҙҙең хәрефтәр менән ҡабаттан яҙып сыҡтыҡ, унан ныҡлап уҡырға өйрәндек. Шул шиғырҙарҙы ҡат-ҡат телдән үткәргәндә, уларҙың атайыбыҙ күңеленән сыҡҡанлығын белгәнгәме, бик тетрәндек. Һәм был хәл осҡон ҡабыҙмай ҡалмағандыр, тип уйлайым. Шул уҡ йылды "Башҡортостан пионеры"нда тәүге мәҡәләм донъя күрһә, алтынсыла уҡығанда "Яҙ" тигән тәүге шиғырымды яҙҙым. Уҡытыусыбыҙ уны райондың "Ильич юлы" гәзитенә ебәргән һәм унда ла баҫылып сыҡты. Шулай итеп, матбуғат һәм шиғриәт менән дуҫлашыуыма 55 йыл булып китә!

Башҡорт әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан сағығыҙ нисек булды? Кемдәр менән аралаштығыҙ, кемдәр остаз булды? Һеҙ үҙегеҙҙе шағирә итеп тойҙоғоҙмо?

- Бабич мәктәбендә эшләгән йылда районыбыҙға шағир Шәриф Биҡҡол ағай килгәйне. Уның күп әҫәрҙәре Күмертауҙа, беҙҙең яҡтарҙа яҙылған. Ҡунаҡхананың бер бүлмәһендә йәшәп ижад иткән. Шул килгәнендә бер осрашыу үткәргән. Мин ауылдан барып етә алманым. Ул минең шиғырҙарҙы ҡарап сығып, хат яҙып ебәрҙе. Хатта: "Үҙең тураһында мәғлүмәт менән шиғырҙарыңды көтәм, "Совет Башҡортостаны" гәзитенә тәҡдим итергә теләйем", - тигән. Аптырап киттем. Ышанманым. Шулай ҙа бер шәлкем һалдым. Шәриф ағайҙың баш һүҙе, фотом менән 8 март һанында баҫылып сыҡты. Бар ауыл халҡы бот сапты, минең өсөн шатланды. Ә минең ҡыуанысымды белһәгеҙ!
Юҡ, ул саҡта ла, әле лә мин үҙемде шағирә итеп тоймайым. Мостай ағайҙың: "Шағир - ул бик ҙур һүҙ, мин үҙемде шиғырсы тип кенә иҫәпләйем", - тигән һүҙҙәре бар шикелле, әгәр яңылышмаһам. Мин дә шулайыраҡ тип уйлайым.

Ғаиләгеҙ һеҙҙең ижадсы булыуығыҙҙы танынымы? Ирегеҙ Нияз Мәһәҙиев ағай һеҙҙе илһамландырҙымы, әллә шул мөнәсәбәттәр һеҙҙән һағышлы шағирә яһанымы?

- О-о-о, Нияз хаҡында һөйләй башлаһаң, үҙе бер китап яҙырлыҡ. Ул шундай һиҙгер, күп нәмәне алдан тойомлай алған, һине үтә күрә торған бер кеше булды. Нияз һәр ваҡыт мине күтәрҙе. Ҡайҙа барһаҡ та, кем менән осрашһаҡ та, башта минең менән таныштыра: "Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина", - ти. Минең яҙғандарҙы тикшереп, мөхәррирләп ҡуя ине. Ул яҡҡа ла оҫта булды бит ул. "Һеҙҙең филфакта уҡыуығыҙ, шуны ла белмәйһегеҙ", - тип ҡуя торғайны ҡай саҡ. Ә бит ул үҙе лә иҫ киткес талантлы ине, тик үҙенә лә, ижадына ла иғтибарһыҙ булды.
Нияз Өфө нефть техник университетының архитектура бүлеген тамамлай. Бәләкәйҙән китапханасы булған әсәһе эргәһендә ултырып, биш йәше тулыр-тулмаҫтан уҡырға өйрәнә. Ололар уның уҡый белеүенә ышанмай, кәнфит биреп уҡытып ҡарап, хайран ҡалалар икән. Студент сағында Өфөнөң икенсе башына БДУ-ның "Шоңҡар" түңәрәге үткәргән кисәләргә, яҙыусылар менән осрашыуҙарға йөрөй. Әле яңыраҡ уға килгән хаттарҙы уҡып ултырҙым. Шунда бер хатта Ғаяз ағаһы: "Шиғыр тип йөрөп, уҡыуыңа зыян килмәһен. Ул яҙыусылар һиңә нимә бирә..." - тип яҙып ҡуйған. Нияздың яуабы ла бар, ебәрмәгән, күрәһең: "Яҙыусыларҙың миңә нимә биргәнен һин ҡапыл ғына аңламаҫһың, ағай", - тигән. Нияз үҙе шиғриәткә шул тиклем талапсан булды. "Рәйес Түләк менән Рәмил Ҡолдәүләттән һуң шиғыр яҙып торорға кәрәкмәй", - тип ебәрә ине. Күп шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан белде үҙе. Бигерәк тә Рафаэль Сафиндың ижадын яратты.
Былтыр Нияз Мәһәҙиевтың яҙмаларын йыйып-туплап, китабын баҫыуға тапшырҙым. Ярҙам итеүселәр табылды, рәхмәт төшкөрө. Бына ошоларҙы уҡығас, һеҙ үҙегеҙ аңларһығыҙ ғаиләмдә минең ижадымды, ғөмүмән, ижад кешеләрен нисек баһалағандарын.

Интернет заманында күп кенә оло быуын яҙыусылары юғалып ҡалды. Һеҙҙе лә экранда күреү, ижадығыҙҙы уҡыу мөмкинлеге юҡ тиерлек. Уҡыусыларығыҙ һеҙҙе һағынған, интернетта күренәсәкһегеҙме?

- Нияз күпме әйтте интернетта аралашырға өйрән тип. Ул интернетты эш ҡоралы итеп тотондо, яңылыҡтарҙы, ил-донъя хәлдәрен ҡарап сығып һөйләне. Тик минең һаман да быға форсат юҡ, ваҡыт булғанда ҡул менән яҙайым, ти ҙә ултырам. Бөгөн, әлбиттә, интернетһыҙ мәмерйә кешеһе һымаҡбыҙҙыр инде. Хатта интернет аша сәләм ебәргән, ҡотлау яҙғандарҙы ла уҡый алмай ултырыла. Икенсе яҡтан, аралашыр, күрешер кешеләр менән былай ҙа осрашып-һөйләшеп торам, донъянан артта ҡалған юҡ, һулышын беләм. Телевизор ҡарамаһам да, радио тыңламаһам да хәбәрҙең яҡшыһы ла, яманы ла килеп етеп тора. Уның ҡарауы, ваҡытлы матбуғаттан айырылғаным юҡ. Гәзит-журналдарҙы алдырып, рәхәтләнеп уҡып кинәнәм. Бына шундай үҙ заманымда ҡалған кешемен инде мин.

Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте, журналистикаһы хаҡында ни әйтерһегеҙ?

- Журналистикаға килгәндә... Үткер мәсьәләләр күтәрелмәй, нимә яҙырға-яҙмаҫҡа икәнде өҫтән әйтеп торалар, күрәһең. Бер ваҡыт, хәтерләһәгеҙ, Торатау тураһында яҙырға ла тыйыуҙар булғайны бит. Һеҙҙең "Киске Өфө"лә журналист Фәүзиә Иҙелбаева "Гәзит кемдеке һуң?" тигән мәҡәләһендә былай тигәйне: "Эйе, беҙҙең ойоштороусыларыбыҙ бар, уларһыҙ гәзит тә йәшәмәйәсәк, сөнки, нисек кенә һауаға талпынма, матди сынйыр ергә тарта, хаттин ашыуға юл ҡуймай. Шулай итеп, ойоштороусы күрһәтмәһенә буйһонорға ла тура килә, сөнки ҡыйыу күренәйек тип, үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа балта саба алмайбыҙ..." Дәүләт ҡарамағында булмаған баҫмалар ғына ҡыйыу темалар күтәрә алалыр. Мәҫәлән, Нияз "Халыҡ һүҙе" гәзитендә мөхәррир булғанда бынан ун йыл элек Торатау, БСК, Кипр офшорҙары һәм башҡалар хаҡында асыҡтан-асыҡ яҙып сыҡты. Башҡа бер матбуғат баҫмаһы ла ул хаҡта телгә алырға батырсылыҡ итмәне. Хәҙер килеп, ил етәксеһе Путин ғына ул мәсьәләгә ҡыҫылып, үҙ мөнәсәбәтен әйткәс, бөтәһе лә яҙа башланы. Ә бит теге саҡта ла кешеләр дөрөҫлөккә ҡыуанғайны, ҡасан "Халыҡ һүҙе"нең яңы һаны сыға тип көтөп йөрөнөләр. Дөрөҫлөктө ҡыйыу яҙа алғанға туҡмаҡ та эләгә шул. Шул гәзиттә эшләгәндән һуң Ниязға дәүләт баҫмаларына юл ябылды. Улыбыҙ Азамат студент, ипотека түләйбеҙ. Ул йылдары беҙҙең кисергәндәрҙе бер Аллаһы Тәғәлә генә белә... Миңә, әллә нисә тапҡыр тәҡдим ителеп тә, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы бирелмәүенең сәбәбе лә шундалыр тип уйлайым.

Шиғырҙарығыҙ аша һеҙҙе хисле, йомшаҡ, хатта аҙыраҡ баҙнатһыҙыраҡ апай итеп күрәм. Ә асылда һеҙ ниндәй кеше, ниндәй тойғолар менән ижад итеүсе?

- Баҙнатһыҙлыҡ етем үҫеүҙән киләлер. Дөрөҫ аңғарғанһың. Атайһыҙлыҡ балала ҙур комплекслыҡ тыуҙыра һәм был тормошта ла сағылыш таба. Кәмселек тойғоһо һөйәктәреңә тиклем һеңгән һәм унан ҡотолоу күптәр өсөн мөмкин булмаған хәл. Бер ғәйрәтле атаның иркә балаһы булып үҫергә яҙманы, ҡалайтаһың...
"Һеҙҙең шиғырҙарҙы күңелдең һәр төрлө ваҡытында алып уҡырға була. Һеҙ - күңел шағирәһе", тип яҙғандары бар. Уҡыусыма шулай кәрәк саҡта шифалы һүҙ әйтә алам икән, был минең өсөн иң юғары баһа. Шиғыр һәм шиғриәт шуның өсөн хеҙмәт итергә тейеш тә.
Ә холоҡҡа килгәндә, кәрәк саҡта сатнатып әйтә лә беләм. Баҙнатһыҙлыҡ күрһәтеп, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрмәйем. Намыҫым ҡушҡанса дөрөҫлөктө яҡлап ауыҙ асам ғәҙәттә. Дөйөм алғанда иһә, мин бит утыҙ йыл ир ышығында яҡлаулы ла, һаҡлаулы ла булып йәшәнем, шуға артыҡ холоҡ күрһәтеп йөрөү кәрәк тә булманы. Шиғырҙарымда был да сағылалыр.

Шағирҙың шағир булыу асылы нимәлә? Матурлыҡҡа дан йырлауҙамы, әллә халҡына хеҙмәт итеүҙәме?

- Халҡым тип ҡысҡырмайса,
Халҡың өсөн эшлә көн дә.
Маҡтау көтмә, баһа көтмә,
Үҙең генә, әйҙә, бел дә
Изгелек ҡыл халҡың өсөн, - тип яҙған бер шиғырым бар. Мин трибун шағир түгел. Шулай ҙа матурлыҡҡа дан йырлап ҡына йәшәү аҙ. Матурлыҡ йәшәһен, матурлыҡты күрһен өсөн халҡыңдың имен-һау, илле, ерле, телле булыуы шарт. Ҡулына ҡәләм алған һәр ижад кешеһен бөгөн шул борсорға тейеш.

"Бәхетлеләр шиғыр яҙмай" тигән цитата нигеҙлеме ул?

- Тағы ла үҙемдең шиғыр юлдарын килтерәм:
Бәхетлеләр шиғыр яҙмай,
Улар - үҙҙәре шиғыр.
Яҙмыштары балҡып тора,
Ғүмерҙәре - тотош йыр.
Шиғырҙар һағыштан, йөрәк әрнеүенән, тетрәнеүҙән яҙылалыр ул. Әнием киткәндән һуң уны юғалтыу ҡайғыһынан бик күп шиғырҙар яҙҙым. Тимер Йосопов был хаҡта: "Башҡорт әҙәбиәтендә әсәйҙәр хаҡында былай яҙған кеше юҡ ине әле", - тигәйне.

Шиғриәтте ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенә айыраһығыҙмы?

- Шиғриәттең енесе юҡ. Шиғыр йә бар, йә юҡ. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар яҙа алмаған бишек йырҙарын Рәми Ғарипов ижад иткән. Рауил Бикбаевтың да "Бер ҡулығыҙ бишек бәүеткәндә, икенсеһе Ерҙе бәүетә!" - тигән юлдары бар. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан "Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоғон" тип оран һалыусы Факиһа Туғыҙбаева менән "Мин - башҡорт, тип танышығыҙ" тигән шиғырҙы яҙыусы Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын ҡатын-ҡыҙ шиғриәте тип кенә нарыҡлау урынлымы?

Бөгөн ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

- Пландар күп. Ошо сир-сырхауҙар тиҙерәк үтеп китһен инде. Халҡыбыҙ имен-һау булһын. Тормош дауам итһен. Өйҙә ултырыу ныҡ ялҡытты. Беҙ кешеләр менән аралашып, күрешеп йәшәргә өйрәнгәнбеҙ, шунан яҙыу ауыр.
Әле "Байҙар ҙа ҡыҙығыр байлыҡ" тип аталған ҡулъяҙмамды әҙерләнем. Рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙарымды ла баҫып сығарырға кәрәк. Уҡыусылар менән осрашҡанда йыш ҡына русса китап һорайҙар.
Эш күп. Нияздың ҡағыҙҙары менән дә булышам. Үҙемдең архивта ла соҡсонам. Ғүмер булһа, киләһе йыл юбилейым. Уны лайыҡлы ҡаршыларға ине...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 732

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru