МИН БАШҠОРТСА ЯҘАМ...
Был көндө "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!" тигән девиз Башҡортостанда һәм унан ситтә йәшәүсе меңәрләгән милләттәштәрҙе берләштерҙе. Башҡорт дәүләт университеты башланғысында бишенсе тапҡыр ойошторолған башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР Хөкүмәте тарафынан хуплау тапты һәм халыҡ-ара кимәлдә оло байрам рәүешендә үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм башҡа юғары вазифалы төрлө һөнәр кешеләре ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.
(Дауамын уҡырға).
тураһын әйткәндә...
ТӘНҠИТ ТӨШӨНСӘҺЕНӘ "ДОШМАН" ТИГӘН МӘҒӘНӘ ҺАЛЫНАМЫ?
Мин сығыш яһап ҡарағайным, "Ярай инде, ҡанаттарын ҡайырмайыҡ, былай ҙа яҙған йәштәр аҙ", тип тыйҙылар. Дөрөҫ тәнҡиттән генә лә ҡайырылып төшөр ҡанаттар менән улар берәй мәл оса алырҙармы?
ҡала хакимиәтендә
ИМТИХАНДАР МӘЛЕ
Быйыл баш ҡалала 10799 - 9-сы, 5067 - 11-се синыф уҡыусыһы, белем усаҡтарын башҡа йылдарҙа тамамлаған 609 граждан имтихан тапшыра. 11-се синыфтарға аттестат алыу өсөн рус теле һәм математиканан - мотлаҡ.
әйтер һүҙем бар!
БАБИЧҠА - ҺӘЙКӘЛ!
Ошо көндәрҙә, ниһайәт, һәйкәл ҡуйыу буйынса комиссия оҙаҡ эҙләгәндән һуң, Зәки Вәлиди урамы башланған урынды - Телеүҙәк алдын һайланы. Алла бойорһа, 5-се Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә Бабич һәйкәле асылыр тип өмөт итәбеҙ.
бер кәлимә фекер
ЙӘШӘЙЕМ, ТИҺӘҢ, ФЕКЕРЛӘ...
"Хәрәкәттә - бәрәкәт", тигән боронғолар. Әлбиттә, мейе хәрәкәте - уның эске әүҙемлеге, нейрондар эшмәкәрлеге. Ошо эшмәкәрлек һүнмәһен тиһәгеҙ - китаптан айырылмағыҙ, гәзит-журналдар алдырып уҡығыҙ, яңы һүҙ-тел үҙләштерегеҙ, хәтерегеҙҙе лә яңыртып тороуҙан ваз кисмәгеҙ.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
ҠУРҠЫУ ҘА, ҮПКӘЛӘҮ ҘӘ НЕВРОЗ ХӘЛЕНӘ ЕТКЕРЕРГӘ МӨМКИН
Һеҙҙе ыҙалатҡан сирҙе еңеү үҙегеҙҙең ҡулда. Тәндәге бөтә ауырыуҙар ҙа башыңда барлыҡҡа килә, тимәк, уй-фекерҙе дөрөҫ йүнәлешкә һалып, ауыр хис-тойғоларҙан арыныу күпселек сирҙәрҙе еңергә ярҙам итә.
йола тотҡан - яҙлыҡмаҫ
БЫУАТ АРЪЯҒЫНАН СӘЛӘМ, ЙӘКИ КРУКОВСКИЙ БӨГӨН КЕМДЕ ҺАЙЛАР?
Башҡорт ҡалпағы артыҡ бейек түгел - ике-өс илеләй генә тәрәнлектә була, баш түбәһен йәки сикәне ҡаплап тора. Күберәк яулыҡ аҫтынан кейелә, шуға күрә башлыса ал яҡтан ғына биҙәлә. Ҡайһы берҙә уны "таҡыя", "тупый" тиҙәр.
ижадхана
РӘХМӘТЛЕ БУЛА БЕЛӘМ...
Билдәле эстрада йырсыһы, һәләтле актер, телетапшырыу алып барыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Венер КАМАЛОВ ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Уның тығыҙ эш графигы араһында осрашып һөйләшкән әңгәмәлә иһә һүҙ күберәк театр тураһында барҙы, сөнки күптәр өсөн ул, тәү сиратта, театр актеры бит.
|