ӨФӨЛӘ
ЙӘШӘГЕ КИЛӘ...
Был аҙнаның иң ҡыуаныслы мәҙәни яңылыҡтарының береһе - режиссер Айнур Асҡаровтың "Из Уфы с любовью!" лирик комедияһының кинотеатрҙар экрандарына сығыуылыр, моғайын. Ә иң мөһиме - ул Бөтөн Рәсәй прокатына сығыусы тәүге заманса башҡорт фильмы. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре уның менән танышыу бәхетенә эйә буласаҡ, ә Өфө тамашасыһы уны 27 апрелгә тиклем баш ҡаланың биш кинотеатрында ҡарай ала.
Ябай ауыл егетенә бәхет өсөн нимә кәрәк? Әрменән ҡайтып килеүсе Урал үҙ йортонда яратҡан ҡатыны менән күп итеп балалар үҫтереү тураһында хыяллана. Тик уның бөтөн өмөттәре ҡапыл селпәрәмә килә - яратҡан ҡыҙы уны ҡала егетенә алыштыра, етмәһә, Урал бүләк иткән ғаилә ҡомартҡыһы - балдаҡты ла һатҡан булып сыға. Геройға Өфө буйлап уны эҙләргә тура килә...
Фильмдың тағы ла бер геройы - Өфөгә лә ҙур урын бирелә картинала. Ғәжәйеп, сағыу, ҡайһы саҡта ҡаты холоҡло булһа ла, Өфө һәр кемгә мөхәббәтен, бәхетен табыуға мөмкинлек бирә. "Был киноны ҡарағандан һуң Өфөлә йәшәге килә", - тигән яҙмалар ҙа барлыҡҡа килде социаль селтәрҙәрҙә. Сөнки Өфө Ер шарындағы бер ҡаланан да кәм түгел, киреһенсә, киноны ҡарағандан һуң, Өфө - иң яҡшы ҡала, тигән фекер уянасаҡ. Яратҡан баш ҡалабыҙға ижадсылар күҙлегенән ҡарарға, Өфөгә һөйөүегеҙҙе белдерергә һуңламағыҙ!
килешмәйем!
ҮҘ ӨЙӨМДӘ - МИН ҮҘЕМ ПРЕЗИДЕНТ!
Туған телде һаҡлап ҡалыу һәр кемдең шәхсән шөғөлө. Ошоға тиклем бер генә президент та минең өйөмә килеп, башҡорт телендә һөйләшеүҙе тыйып, өйөңдә үҙ телеңдә һөйләшмә, тигән фарман бирмәне. Үҙ өйөмдә мин - үҙем президент.
ил-йорт хәбәрҙәре
"ТАҘА ҺАҠМАР" АКЦИЯҺЫНА ҠУШЫЛЫҒЫҘ!
Ул йылға баш алған урындан, йәғни Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан старт алып, эстафета рәүешендә Һаҡмар буйында урынлашҡан ауыл биләмәләренә тапшырыласаҡ.
тәбиғәт мөғжизәләре
ЕР-ҺЫУ ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕП ЙӘШӘҮҘӘЛЕР…
Нимәһе ҡыҙыҡ - таштар ҙурлығы менән бер иш түгел, диаметры буйынса 10 сантиметрҙан 50 сантиметрға тиклем етә. Аҡ һәм ҡара төҫтәге таштарҙың ҡайһылары шыма ғына, ҡытыршы булғандары ла осрай.
йәшәйеш фәлсәфәһе
ҺУНАРСЫЛЫҠ - ТӨП КӘСЕБЕБЕҘ
Тағы, ябай, ауыл һунарсыларының һунарсылыҡты спорт итеп ҡараған кешеләрҙән айырмалы бер яҡтары бар. Улар тәбиғәтте ярата белә. Шөғөлдәрен ҡырыуға, ҡоротоуға нигеҙләмәй, ә үҙҙәрендәге ҡомарҙы баҫыуға ғына арнай улар.
заман башҡорто
СПОРТ ДОНЪЯҺЫ ИШЕГЕН МИҢӘ АТАЙЫМ МЕНӘН ӘСӘЙЕМ АСТЫ
Атай-әсәйебеҙҙең спортсы булмышы беҙгә лә күскән, әлбиттә. 4-5 йәшлек сағымда уҡ атайҙың миңә, халыҡса әйткәндә, "отжимание"нан башлап, "шпагатҡа ултырыуға" тиклем хәрәкәттәр күрһәтеүе хәтеремдә.
йолаңдан йүн тап!
ДИМСЕЛЕК БУЙҘАҠЛЫҠТАН ҠОТҠАРЫР БЕР САРА
Йәнә үҙем, еңгә булараҡ, бер тәнәйемде кәләшле иттем. Бының өсөн тәүҙә ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡыным. Шунан буйҙаҡ тәнәйгә көн һайын атака яһарға тотондом. Тәки тегене күндерҙем. Ике балалары үҫә.
иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
|