«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№12, 23 - 29 март, 2019

БАШҠОРТОСТАН

Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан - гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы -
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы -
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер.
Башҡортостан - гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан - гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Көслө намыҫ, ташҡын йән
Торҙо, тағы ҡалҡынды;
Тағы башҡорт халҡында
Иҫке ялҡын балҡыны.
Мең йәһәннәм тыуҙырыр
Бер башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр
Бер Уралдың алтыны!
Башҡортостан - нурбостан,
Рәйханостан, гөлбостан.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуан ниғмәт теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәргә гиҙенер.
Башҡортостан - йәмбостан,
Илһамстан, шиғырстан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт намлы арыҫлан!
Ҡыуан аңлап, эй, Ватан,
Беҙ аңланыҡ хәлеңде;
Һине һалып ҡулбашҡа,
Беҙ йөкләнек ғәмеңде.
Ғәреш әғлә өҫтөңә
Мендерербеҙ даныңды;
Беҙ фидаи һинеңсөн -
Йәшәтербеҙ намыңды!
Башҡортостан йәшәһен,
Сөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Арыҫландар йәшәһен!

ҡала хакимиәтендә
БЮДЖЕТ НИСЕК ҮТӘЛӘ?

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, уны Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтары һәм фермерҙарының продукцияһы ҡуйылған экспозициялар хайран ҡалдырған.

... ғәҙәттәре күркәм
БАЛАЛАР УЙЫНДАРЫ

9-14 июлдә Өфө 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итә. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, баш ҡалаға 31 илдең 75 ҡалаһынан 1228 спортсы килә.

хәтер яңыртып...
ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНДА ҺАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ӨҪТӨНЛӨК ИТКӘН

"Өфө губернаһында бер нисә ҡәбилә айырмаһы күҙәтелә, әммә улар араһында һан буйынса башҡорттар һәм рустар беренсе урын алып тора, татарҙар, мишәрҙәр, сыуаштар, сирмештәр һан буйынса икенсе планға сыға..."

улар автономия яуланы
ҮҘ ШӘХЕСТӘРЕБЕҘҘЕ БЕЛӘЙЕК!

"Урындарҙа үҙ геройҙарын белергә тейештәр. Бының өсөн үҙ яҡташтарына һәйкәл ҡоралармы, улар йәшәгән, уҡыған биналарға таҡтаташ ҡуялармы, урамдарға уларҙың исемдәрен ҡушалармы, кисәләр үткәрәләрме - уны үҙҙәре хәл итергә тейеш"

әйтәгүр!
ӘҪӘРҘӘРЕБЕҘ ГЕРОЙҘАРЫ БАБИЧ, ВӘЛИДИ, МЫРҘАБУЛАТОВ

Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов етәкселегендә башҡорт халҡы яуыз режимға ҡаршы ҡораллы баш күтәрә. Һөҙөмтәлә совет хөкүмәте баш күтәреүселәр етәкселеге менән һөйләшеп килешергә мәжбүр була.

Өфөлә бар бер йорт
ВӘЛИДИ УҠЫТҠАН, БАБИЧ УҠЫҒАН...

Әммә иң иҫтәлекле урын тип Башҡортостан Республикаһының Милли музейы урынлашҡан бинаны әйтер инем. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең Өфө ҡалаһындағы беренсе резиденцияһы була.

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru