«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№44, 11 - 17 ноябрь 2023

УҠЫТЫУСЫ ЕҢЕҮЕ

Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Хәкимова "Милләт ғорурлығы - 2023" Бөтә Рәсәй премияһының "Туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн" номинацияһында еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

Гөлдәр Хәкимованың эшмәкәрлеге башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы буйынса белемен тәрәнәйтеүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, уның мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Педагог үҙенең эшләгән осоронда Рәсәй, республика, муниципаль кимәлдәге олимпиадалар, ижади конкурстар, шулай уҡ тикшеренеү проекттары еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән. "Һаумы, һаумы, әкиәт!", шулай уҡ "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурстарында уның тәрбиәләнеүселәре үҙенсәлекле, талантлы сығыштары менән таң ҡалдыра һәм призлы урындарҙан ҡалмай. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләп, республикала ғына түгел, хатта Мәскәүҙә, Үҙәк телевидение алып барған проекттарҙа ҡатнашҡан, төрлө маҡтауҙар һәм наградаларға лайыҡ булған Ләйсән Золотарева ла - уның уҡыусыһы.
Педагог һәм остаз йылында Гөлдәр Хәкимова туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуҙа, милли рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа уңыштары һәм эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн "Башҡортостандың мәғариф отличнигы" билдәһе менән бүләкләнгән, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

зыялылар майҙаны
ШИҒРИ ҺҮҘ НЫҒЫРАҠ ЫШАНДЫРА

Туған теленән мәхрүм бала бит халҡыбыҙҙың рухи байлығынан да мәхрүм ҡала. Күңелен нимә үҫтерер һуң уның, туған телендә рәхәтләнеп һөйләшеп, ошо телдең моңонда ҡойонмағас?

бынағайыш
ЮҠТАН БАР ЯҺАУСЫЛАР, ЙӘҒНИ 3 КГ ИТТӘН 46 КГ ДЕЛИКАТЕС ЯҺАП БУЛА, ИМЕШ...

Тимәк, Рощинский деликатесы! Нисегерәк яңғырай! Тик бына... ни бит әле, ниндәй сеймалдан етештерелгәнен генә аңламайыраҡ ҡалдым: 3 кг иттән ... 46 кг деликатес етештерелгән һәм уға "Камадор ҡабымлығы" тигән атама сәпәлгән.

ҡыҫҡаса
ЕГЕТТӘРЕБЕҘГӘ ЯРҘАМҒА...

Башҡортостан махсус хәрби операция яугирҙарына йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатты.

донъя шаңдауы
БАЙҘАРҒА - "КӨРСӨК ҺАЛЫМЫ"

Донъя хәлдәре бөгөн биҙәктәре секунд һайын алмашынып торған ҙур бер калейдоскопҡа оҡшаш, тик ундағы күренештәр матур-матур нағыштарҙан тормай, ә хәүефле триллер кадрҙарын хәтерләтә: шартлауҙар, ут-ялҡын, емереклек, ҡорбандар, балаларын ҡосҡан, ҡобараһы осҡан ҡасаҡтар...

йән әрнеүе
ОЖМАХ БАҠСАҺЫЛАЙ ҒЫНА ИНЕ ИЛЕМ...

Һуңғы ваҡытта йыш ҡына айыу-бүреләр кеше йәшәгән ерҙәргә килә. Йәшәгән төйәктәре урмандар ҡырылып, тәғәм итер йәнлектәре бөткәс, улар ҡайҙа барырға тейеш һуң?

хәҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН

Салих ҡурғандарына бер килке яңы һыҙаттар хас, уларҙың килеп сығышын гундарҙың урындағы ҡәбиләләргә мәҙәни йоғонтоһо менән аңлатыу фарыз.

тарих ярсыҡтары
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН

Мәхмүт Ҡашғариҙың төрки телдәренең үҙенсәлектәрен сағылдырған хеҙмәте беҙҙең халҡыбыҙ өсөн бик тә фәһемле ул.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
ЙӨРӘГЕМ ТӨНДӘ ЙОНДОҘ ЙОТҠАН БЫЛ ЯЛҠЫНДЫ КЕМГӘ ҺУҘАҺЫ?

Хискә бирелеүем ҡайһы саҡта миңә ҡамасаулай, шуға ла ҡан баҫымым юғары. Мин бала саҡтан бәләкәй генә, башҡалар бөтөнләй иғтибар итеп бармаған хәлгә борсолоп, янып йөрөй торғайным.

Атайсалда - изге ғәмәлдәр
МӘРЙӘМ АПАЙ МӘКТӘБЕ

Мәрйәм апай мәктәбе - музыка мәктәбе генә түгел ул, тимәк, тормош мәктәбе, кендек ҡаның тамған ергә тоғролоҡ мәктәбе. Ә күпме бала күңелен моң менән һуғарған!

тамашасы иғтибарына
ФИЛАРМОНИЯЛА ЮБИЛЕЙ МИҘГЕЛЕ БАШЛАНДЫ

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се ижад миҙгелен асып, Башҡортостан филармониялары фестивален ойошторҙо: баш ҡала тамашасылары алдында Учалы, Стәрлетамак, Нефтекама, Сибай филармониялары коллективтары сығыш яһаны.

ғаиләм - ҡәлғәм
ТАТЫУ ҒАИЛӘЛӘ ҺӘР САҠ ЭШТӘР КӨЙЛӨ

Яңы йылға ике ай ҡалғас, ҡатын-ҡыҙҙар ябыға башлай. Шаярыу ҡатыш булһа ла, был фәнни яҡтан дәлилләнгән. Гүзәл заттар араһында билдәле бер диеталар ҙа бар.

сәләмәт бул!
КҮК ЙҮТӘЛ

Күк йүтәл, быума йүтәл тип йөрөтә уны халыҡ. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла йыл һайын 500-600 бала тап ошо күк йүтәлдән үлә.

афарин!
МОСТАЙ ШИҒРИӘТЕ ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘЙ

"Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн..." - уның исеме лә хәҙерге заманға бик ауаздаш һайланған, ил тойғоһо, ошо илде һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған улдар өсөн хәүеф хисе бөгөн һәр йөрәктә йәшәй.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru