АҪАЛЫ БАЛАҪ ҺУҒЫУСЫЛАР
БОРОНҒО ҺӨНӘРҘЕ ЯҢЫРТА
Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында балаҫ һуғыу оҫталары йыйыла, тигән хәбәрҙе алыу менән күңелгә ошо ауыл исеме менән бәйле яҡты хәтирәләр тулҡыны бәрелде: тархан Аҡсулпановтар ошо төбәктә йәшәгән. Иллә күркәм урында урынлашҡан был ауыл. Һайлай белгән бит Аҡсулпан тархан тоҡомдары һәм ырыуҙаштары өсөн нигеҙ ҡорор төбәкте. Батша уны - Шаһихәйҙәр Шаһигәрәй улы Аҡсулпановты - бик ҙурлаған: ауыр яуҙарҙағы шәхси ҡаһарманлығы өсөн юрматы ырыуы ерендә, йәне теләгән урында мәңге йәшәрлек грамота менән бүләкләгән... Бейек булмаған тау һырттары, иркен бесәнлеге, көтөүлеге, иң мөһиме, таҙа һыулы, балыҡ мыжғып торған йылғаһы бар!.. Йәшел тәбиғәт әлегә саф өмөттәр менән тулы, гөлдәре сәскәгә бөрөләнгән. Йорттар ҡалҡыу ғына ерҙә балҡып ултырғандай...
Дауамын уҡырға
халыҡ аҡылына таян!
ТАУҒА ҠАРАП ТАШ АТМА
Тәбиғәттең олпат өлөшө тау тип аталһа, кешеләр араһында ундай олпатлыҡҡа өлкән кешеләр эйә. Олоно оло итә белеү, ихтирам итеү, хатта ғәйептәре булған сүрәттә лә уларҙы аяу хаҡында ла бара бында һүҙ...
көнауаз
САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ЯРҘАМ КӘРӘК!
Инженер-техник тикшереү буйынса, һәйкәл боҙола һәм батыр атының алғы һул аяғының аҫҡы өстән бер өлөшө алмаштырыуҙы талап итә. Шулай уҡ һәйкәлдең ҡойоп йәбештерелгән урындарында үтәнән-үтә тишектәр бар.
булған бит батырҙар!
КИЛМӘК НУРЫШЕВ
2 октябрҙә, 5 мең башҡортто туплап, Аҡай һәм Килмәк уларҙы әлеге Стәрлетамаҡ тирәһендә ҡаршы ала. Яу 4 көн дауам итә. Был ваҡытта ихтилал бөтә Башҡортостан биләмәһенә тарала.
ырыуым - ғәйнә
ПЕРМЬ БАШҠОРТТАРЫ
Альберт Мәхмүтов - ғәйнә башҡорто, Пермь крайының Барҙа районында тыуып үҫкән, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, "Пермь башҡорттары" китабы авторҙарының береһе, төбәк башҡорттарының тарихын һаҡлау йәһәтенән күп көс һалған милләттәшебеҙ.
фекер алышайыҡ
БЕР ЙӘШЛЕКТӘ, БЕР ҠАРТЛЫҠТА, ЙӘКИ ҮТКӘНДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ МӨМКИНМЕ?
Тик бер көндө ҡатыны уға: "Күпмелер ваҡыт минең пенсияма йәшәп торорбоҙ. Һин үҙеңдекенә, кредит алып, улымдың фатирын түләш әле", - тийәсәк һәм матур йылмайып, ҡарттың сал сәстәрен һыйпаҡлаясаҡ.
мәңгелек хәҡиҡәт
АТЫ БАРҘЫҢ ҠАНАТЫ БАР
Йылҡыға бәйле кәсептәр ҡабаттан ҡул араһына инде. Ир-егет тай өйрәтә ала, йылҡы үрсетеп хужалыҡ итә. Быны яҡшы төшөнгән кешеләр әйтеүенсә, атҡа хужа булыу ул машиналы булыуҙан ныҡ айырыла икән.
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ
Ҡулдарын шаҡарып тотоп килгән сержант әллә ни арала аяғын ишеккә арҡыры ҡуйҙы ла Ишмырҙаның елкәһенә төртөп ебәрҙе: "Иди в Башкортостан!" Шундай көс менән төрттө, манаралай оҙон егет йөҙө менән бетон иҙәнде һөрөп барып ятты. Тимер ишек шалтырап ябылды.
атың кем?
СЕРЛЕ ИСЕМДӘР УТРАУЫНА...
киң таралған Айгөл исеме барлығы барыбыҙға ла билдәле, ә бына Ҡырғыҙстандың Баткен районында ғына үҫкән, лилиәләр ғаиләһе, рябчиктар ырыуына ҡараған Айгөл исемле күп йыллыҡ үҫемлек барлығын беләһегеҙме? Юҡтыр, быны быға тиклем беҙ ҙә белмәй инек...
|