Донъяла ҡайһы бер тереклек заты әҙәмгә хеҙмәт итеү һәм уның сикһеҙ һөйөүен татып йәшәү өсөн генә яратылған кеүек. Шуларҙың иң беренсеһе, моғайын, йылҡы малылыр. Бигерәк тә төрки халыҡтарҙа, һәм шул иҫәптән башҡорттарҙа, был мал кеше йәшәйешендәге мөһим бер символик образ кимәленә тиклем үҫешкән.
Ат яратып, йылҡы малына мөкиббән китеп үҫеү беҙҙең ир балаларға ҡан аша күсеп бирелә торған бер код һымаҡ. Һикһәненсе йылдарҙа хужалыҡтарҙа ат булманы тигәндәй, әммә колхоз-совхоздар ярайһы ҙур ғына өйөрҙәр тотто. Һәм ауыл малайҙары ана шул өйөр тирәһендә турғай көтөүе шикелле йыйылырға яратты. Мәктәптән сығып тура китәләр ине "канюшныйға". Атайым йылҡы ҡараны һәм был атҡа ғашиҡ малайҙар уның тирәһендә нисек ярарға белмәй йүгермәләне. Аттарға һоло һалыу, һыулауға алып барыу, таҙалау, егеү, туғарыу кеүек эштәрҙә һәр береһе үҙен күрһәтергә тырыша, талашып һуғышып китәләр, ти торғайны атайым. Ҡулынан килгәнерәк малайҙар уға ярҙамлаша, ә бәләкәсерәктәре ялан кәртәләрҙең баштарында ҡарлуғас балаларылай теҙелешеп ултырып, сәғәттәр буйына аттарҙы күҙәтә, һәр береһенә исемдәр биреп, холоҡ-фиғелдәрен өйрәнеп, ҡайһы саҡ тик күҙ талдырып һоҡланып ҡына ултыралар. Бына шундай йөрәктәрендә йылҡыға булған сикһеҙ һөйөү һәм башкөллө ғашиҡлыҡ йөрөткән малайҙар быуыны ине минең замандаштарым.
Унан инде егеттәрҙең йылҡы өйрәткәнен, уларҙы сабыштарға әҙерләгәнен дә, йәш бейәләрҙе тәүге һауынға индергәндәрен дә, өйөрҙө баҫып алыуға айҡашҡан айғырҙар алышын да, ҡолоно артынан ташҡынға һикереп һәләк булған бейәне лә, янып үлгән атты ла күрергә насип булды. Был тәбиғи ине. Сөнки йылҡы малы ауыл халҡының айырым хис тулҡынында йәшәгән изге йән эйәһе булды һәм әле лә шулай. Сағыштырмаға алғанда, ниндәй генә файҙалы булһа ла, һыйырға хөрмәт бар, ә ундай төпһөҙ һәм абсолют мөхәббәт юҡ бит.
Башҡорт халҡында атҡа арналған йырҙар ғына ла йөҙҙән ашыуҙыр. Был үҙе үк аттың мөһимлеген күрһәтә. Ә инде уларҙың төҫтәре үҙе бер фәлсәфә. Туры, ҡара-туры, ҡара ат, ҡола, аҡ ҡола, һары ат, ерән, көрән, күк ат, саптар, сысҡанһырт ала ат, сыбар, бурыл. Уйлап ҡараһаң, был аталған төҫтәргә тура ғына килгән аттар донъяла юҡ та һымаҡ. Мәҫәлән, һары бейә, ҡыҙыл юрға, күк ат тигән һымаҡтары. Был халыҡтың ниндәйҙер бик эстәлекле мәғәнә төшөнсәләренә нигеҙләнгән айырымлыҡтарылыр, күрәһең. Һәм, үкенескә ҡаршы, бөгөн ана шул билдәләмәләр ҙә юғалыу сигендә. Бөгөн беҙ күҙебеҙ күргән төҫтәрҙе генә атай алабыҙ бит. Шуға ла аттарҙың да атамалары хәҙер Малай, Казбек, Буран һымаҡ яһалма ҡушаматтарға әйләнеп бөткән. Борон йылҡыға тик төҫө буйынса ғына исем биргәндәр. Көрән икән уның исеме лә шулай Көрән айғыр, Көрән бейә, аҡтың ҡуйыраҡ төҫөндә икән - Күкбуҙ, Күк юртаҡ, салт аҡтары Аҡбуҙ, Аҡъял, Аҡанай һәм башҡалар. Аттарҙың төҫөнә ҡарап, уларға ҡылыҡһырлама ла бирелгән. Бына уларҙың бөгөнгө телдә һаҡланып ҡалған бер нисәһе:
Туры - туры турһыҡ тотмаҫ, туҫтаҡка төшөр, йәғни ҡыҙыу, турһығың да эйәрҙән өҙөлөп төшөп ҡалыр.
Ҡара - ҡараға ҡот бир, китәсәк тә китәсәк.
Ерән - ерәнгә ер әҙ, сап та сап...
Һары - һарыла барһаң, һарһылтып бар. Бик ҡыҙыу түгел, йырлап барырлыҡ.
Ҡола - ҡола ҡолатмаҫ, тимәк, ҡабаланмаҫ, һөрөнмәҫ, юҡ-барға өркмәҫ.
Күк - күкте үп, ярат, тимәк, наҙлы, иркә.
Бурыл - бурылды бүре алмаҫ. Йылғыр, һиҙгер мәғәнәһендә.
Саптар - саптар бар, тимәк, ат бар.
Көрән - көрән барҙа көрәк кәрәкмәҫ. Йәғни күберәк эш аты. Ер эшкәртеүгә ҡулай.
Башҡорт аттарын монгол урҙалары менән килеп ҡалған тоҡом аттары, йәки ҡышҡы һыуыҡтарға ла бирешмәгән, йөнтәҫ, сыҙамлы Себер аты менән көньяҡтан килгән, күберәк һыбай йөрөү өсөн ҡулайлашҡан ҡыпсаҡ, ғәрәп аттары менән аралашыуҙан килеп сыҡҡан мал тип фәлсәфә һатыусылар ҙа бар. Әммә башҡорт атының килеп сығыуы әллә ҡасанғы үткән быуаттарға, тарих төпкөлөнә барып тоташа. Әгәр хатта уның беренсе ата-бабаһы Аҡбуҙатҡа эйәреп Йылҡысыҡҡан күленән сыҡҡан тигәненә генә иғтибар иткәндә лә, эпостың йәшенә ҡарап ҡына ла, был малдың башҡортта әле милләт, халыҡ булып аталғанға тиклем үк булғанлығын аңлауы ла, ҡабул итеүе лә ҡыйын түгел.
Крайҙы өйрәнеүсе Зәкирйән Әминев башҡорт аттары тураһында бына нимә тип яҙа: "Ғалим Рәшит Шәкүрҙең яҙыуына ҡарағанда, һуңғы тарпанды уҙған быуаттың 20-се йылдарында хәҙерге Бөрйән районы ерҙәрендә күреүселәр булған. Башҡорт аты үҙе формалашҡан ергә ныҡ береккән мал. Ҡырыҫ Урал тәбиғәтенә яраҡлаштырып формалаштырылған мал булараҡ, башҡорт аты бик сыҙамлы, көслө тоҡом. Билдәле булыуынса, Уралдың ҡалын ҡарлы, көслө буранлы, сатлама һыуыҡлы (ҡайһы бер йылдарҙа 42-52 градусҡа еткән), етешәр айға һуҙылған оҙон ҡыштары һәм төрлөсә килгән, йә эҫе, ямғырһыҙ, ҡоро, йәиһә, киреһенсә, һалҡын, ямғырлы йәйҙәре - былар бөтәһе лә башҡорт атын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаған. Башҡорт аты йыл буйы тибендә йөрөп, оҙон ҡыштарын ҡаты тояҡтары менән ҡалын ҡар аҫтынан да үҙенә ризыҡ таба алырлыҡ мал. Ҡышҡа ҡарай был аттар әҙерәк бөҙрәләнеп торған оҙон йөн менән ҡаплана. Белгестәр яҙыуынса, бөҙрәләнеп торған оҙон йөн башҡорт атының иң төп билдәләренең береһе".
Быуаттар буйына ошо ерлектә йәшәп түгел, ә ошо ерлектә барлыҡҡа килеп һәм ошо климат, йәшәү шарттарында формалашҡан йылҡы аҫаба халыҡтың беренсе ярҙамсыһына әүерелгән. Бында уның һыбай йөрөүгә талымһыҙ, сыҙамлы, йөк ташығанда ғәйрәтле булыу сифаттары ла күҙ уңында тотолған. Ошо юғары талаптарға яуап биргән йылҡы, тәбиғи һайлап алыу һөҙөмтәһендә йәшәүен һәм үрсеүен дауам итеп, Урал алды һәм Урал аръяғы райондарында ғына түгел, Пермь, Силәбе, Ырымбур, Свердлов һ. б. өлкәләрҙә киң таралған таҙа тоҡомло башҡорт атын барлыҡҡа килтергән.
Бөгөн башҡорт атын үҙләштереп ятҡандар ҙа бар. Был мәсьәлә йәш тайҙарҙы, ҡолондарҙы күпләп һатып алып ситтә үрсетеү нигеҙендә килеп сығалыр. Улай еңел генә башҡа ерлек тоҡом малдарын үҙеңдеке итеп булһа, әллә ҡайҙағы ғәрәп дөл-дөлдәрен дә, төркмән юрғаларын да, Себер йөк аттарын да алып ҡайтып ҡына үрсетеп, "бына беҙҙеке" тип күрһәтергә булыр ине. Әгәр ул тоҡомдар шул ерле халыҡтарҙың быуат-быуатлыҡ тарихтарына, ауыҙ-тел ижадына һәм аңына һеңмәгән булһа. Әгәр ул малдар шул ерлектәрҙә бар булып-формалашып, шул климаттар өсөн генә яраҡлашмаһа. Икенсе урындарҙа улар тәү булмышын, тоҡом сифаттарын, холоҡ-фиғелен юғалтыр булмаһа. Шунлыҡтан, кемдәрҙеңдер тоҡомло малына ҡул һуҙыу ул яһиллыҡ ҡына түгел, ә наҙанлыҡтыр ҙа.
Һуңғы йылдарҙа йылҡы малына иғтибар арта. Ауылдарҙа хәҙер ҙур булмаған өйөрҙәр тотоусылар ҙа, хатта тотош көтөү итеп аҫыраусылар ҙа бар. Ҡымыҙсылыҡ, йылҡы итенән аҙыҡ-түлек етештереү ҙә киң тарала бара. Колхоздар осоронда ҡымыҙ йорттарынан ирекле рәүештә ҡымыҙ алып эсеп булмаһа, хәҙер һәр хужалыҡ үҙе йылҡы тота алғанлыҡтан, ҡымыҙҙы ла һәр кем етештереп сығара ала. Миҙгел осоронда ҡымыҙҙың һәр төрлөһөн алып тәмләргә лә, хатта һайлап ҡына эсергә лә була.
Йылҡы тотоуға ирек килеүе халыҡта күптән юғалып бөткән атҡа бәйле кисерештәрҙе, ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙә килә. Шул уҡ ҡымыҙ һауыу ҙа бөгөн күҙ алдында, ҡатын-ҡыҙҙар ҡымыҙ шөғөлдәрен яңынан өйрәнеп алды. Малайҙар ат янында үҫеү, ҡолонсаҡлы булыу бәхетенә иреште. Йылҡыға бәйле кәсептәр ҡабаттан ҡул араһына инде. Ир-егет тай өйрәтә ала, йылҡы үрсетеп хужалыҡ итә. Быны яҡшы төшөнгән кешеләр әйтеүенсә, атҡа хужа булыу ул машиналы булыуҙан ныҡ айырыла икән. "Атлы булыу ул ҡанатлы булыу" тигәндең ысын мәғәнәһен тояһың, тиҙәр. Быны атлылар яҡшы аңлайҙыр, моғайын. Асылда, былар буш һүҙҙәр түгел. Башҡорттоң йылҡы малына, атҡа ни тиклем бәйле булыуы уның үҙе лә төшөнөп етә алмаған аң ҡатламдарына йәшеренгәндер ул. Һәм әлеге көн аттарҙың күбәйеүе, үрсеүе ул халыҡтың рухи күтәрелешенең бер күрһәткесе лә, йәки өйөрҙәрҙең ҙурая барыуы уларҙың һыбайлыларын да ҡанатлы итәлер.
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА