ТЫУҒАН АУЫЛ БАҺАҺЫН...
унда йәшәүселәр күтәрә
Республика райондарында әле яңы ғына гөрләп һабантуйҙар үтте. Бесәнгә, ураҡҡа төшкәнсе бер аҙ тынлыҡ урынлашырға тейеш һымаҡ та, беҙҙең халыҡ улай итә алмай шул. Уның байрамдары, бергә йыйылыр сәбәптәре бихисап. Бына әле лә Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылы халҡы киң яланға оло байрам майҙанына йыйылды. Ул бер юлы бер нисә ваҡиғаға арналды: ауылдың 230 йыллығы, шәжәрә ағастары буйынса нәҫел-нәсәпте барлау, ошо данлы төбәктең данлыҡлы улы, яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡовтың 80 йыллығы.
(Дауамын уҡырға).
көнауаз
БАШҠАЛАРҒА ТҮҘЕР ӨСӨН...
тәүҙә үҙеңде яратырға кәрәк
Уны, әлбиттә, яңы президент Петр Порошенко туҡтата ала, ләкин бөгөн ул да күршеләр менән түгел, ә американдар менән кәңәшләшә. Улар уға үҙҙәренең сәйәсәтен көсләп таға. Дөрөҫөн әйткәндә, Порошенко - ул марионетка ғына.
ил-йорт хәбәрҙәре
ҠАБАТ ТЫУҒАНДА ЛА...
барыбер табип булыр инем
Киттем ҡабат институтҡа. Барһам, унда фамилиялап ҡысҡырып, баһа ҡуйылған имтихан ҡағыҙҙарын тараталар. Минең дә фамилияны ҡысҡырҙылар. Барып алып ҡараһам... бишле тора! Был имтихан биологиянан ине.
хәтер яңыртып...
ҠАРТ ОЛАТАЙЫБЫҘ...
Бәпәнәй полкында һуғышҡан
Мине тотоп сырмарға килеүҙәрен шәйләгәс, янымдағы ике урыҫты йыға һуҡтым да, ҡаянан Яйыҡҡа һикерҙем. Түбәнгә осоп барғанда уң үксәнең яныуын ғына тойҙом. Бер аҙ йөҙөп, бер ҡумырыҡ аҫтына инеп, үксәне ус менән ҡыҫып яттым.
диалог
ИСЛАМ БАҠСАҺЫНА ИНЕП...
һәр кем үҙ емешен тапһын
Радикаль секталарҙа йәштәрҙең донъяны үҙгәртергә, тигән "изге" маҡсат менән үҙенә ылыҡтыралар. Был дин түгел. Шөкөр, аҡыллы, тәрән фекер йөрөткән егеттәр унда оҙаҡҡа туҡталманы, киттеләр.
был йылда
ТӘРБИӘ ЭШЕ...
туҡтарға тейеш түгел
Кешенең мәҙәнилеге, рухи байлығы булмаһа, йәмғиәт йәнлектәр араһында хөкөм һөргән ҡанунға, йәғни, көслө көсһөҙҙө еңә, тигән принципҡа таянып йәшәй башлай. Һәр кемдең күңелендә башҡаларҙың шәхесенә ҡарата ихтирам, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыш булырға тейеш.
|