КРЕМЛЬ ҺАРАЙЫНДА...
11 мартта Кремль һарайында Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты була. Коллектив "Донъя халыҡтары бейеүҙәре" программаһын күрһәтә.
Тап 1939 йылдың 11 марты коллективтың тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров хәҙер уның исемен йөрөткән башҡорт дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Бөгөнгө көндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Донъя халыҡтары бейеүҙәре" программаһы өсөн ЮНЕСКО-ның абруйлы наградаһына - "Биш ҡитға" алтын миҙалына һәм "Донъя илсеһе" дипломына лайыҡ булған. Ансамбль йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша, милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте бар донъяға таныта.
Шулай итеп, Кремль һарайында ансамблдең 85 йыллыҡ юбилейына арналған сағыу тамаша күрһәтеләсәк. "Беренсе бүлектә башҡорт хореографияһы классикаһы - "Зарифа", "Ете ҡыҙ", "Төньяҡ амурҙары", "Шаян ҡыҙҙар", "Өс туған" һәм Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондына ингән башҡа шедеврҙар, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореография композициялары күрһәтелә, икенсе бүлектә иһә ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары: ҡаҙаҡ, хорезм, белорус, испан, ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһай", - тип һөйләне ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Өфө ғәҙәттәре күркәм
ҠАЛА БАШЛЫҒЫ ҺӨЙЛӘЙ
Өфөлә "Кеше эҙләйем" тигән акцияны ике тапҡыр ойошторҙоҡ. Өфө кешеләре хужаһыҙ ҡалған йорт хайуандары өсөн ике тонна аҙыҡ йыя алды, өс тиҫтәгә яҡын эт яңы хужаларын тапты.
бынағайыш
ЭТ ЙӘНЛЕ ИКӘНҺЕҢ...
Ауыл ерҙәрендә йорт ихатаһы һайын тип әйтерлек эт бар, сөнки ул йорт-ҡураны һаҡлай, ниндәйҙер файҙа килтерә. Был инде ҡалалағы кеүек эт һулаған һауаны һулап, эт менән бергә ашап, бергә йоҡлау түгел.
зыялылар мәктәбе
МӨХӘББӘТЛЕ ЙӘШЛЕК ЗАЯҒА УҘМАҺЫН
Совет осоронда эшселәр, йәш белгестәр өсөн ятаҡтар булыуы ҡайһылай ҙа яҡшы ине. Бер ойошмала эшләп, сиратҡа торһаң, бер нисә йылдан фатирлы ла булаһың.
донъя шаңдауы
ЗЕЛЕНСКИЙҒА "ПЕРӘНИК" ЭЛӘГЕРМЕ?
Дональд Трамп New York Post гәзитенә белдереүенсә иһә, Путин менән һөйләшеү булған һәм һүҙ Украина конфликтын көйләү хаҡында барған. Журналистарҙың аныҡлауҙы талап иткән һорауҙарына Трамп шулай уҡ өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күргән.
хәтерләп
МИН НИСЕК ЯҘА БАШЛАНЫМ,
йәки Гәзит-журналдар уҡырға яратыуым мине әҙәбиәткә алып килде
"Киске Өфө" менән бергә үҫтем" тип әйтәм мин, "үҙемдең тиҫтерем", хатта уҡытыусым тип тә әйтергә тартынмайым. Илен, милләтен, телен һөйгән яҡташтарымды ошо баҫманан бер ҡасан да өҙөлмәҫкә саҡырам.
тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
Был яҙмалар Өфө-II ҡаласығын ҡаҙығанда яһалған асыштарҙы раҫлай: бында ҡара һәм төҫлө металлургия эҙҙәре табыла. Ҡаласыҡта боронғо мейес эҙҙәре, бронза ҡойолмалары, шулай уҡ металл иретеү һауыттары табыла.
заман башҡорто
ӘҪӘРҘӘРЕБЕҘ КИЛӘСӘКТӘ ЛӘ УҠЫЛЫР, ТИК ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘ ГЕНӘ ЙӘШӘҺЕН!
Тарихи хәҡиҡәтте белеү беҙҙең милләткә донъяла үҙ урынын тойорға, ғөмүмән, үҙен тойорға ныҡ ярҙам итте. Үҙгәртеп ҡороу осоронда башланған ҙур эштәрҙең емештәрен татыныҡ һәм әле лә беҙ уны тәләфләп бөтмәгәнбеҙҙер.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
БУРАНБАЙ – 3
Юлдары һаҙлыҡ ерҙән үткәнгә күрә, аттарына талдан ҡата ла үреп кейҙереп алдылар. Ирәндек буйында ғүмер иткән Буранбай өсөн ат тояҡтарындағы ҡаталарға ҡарауы оло кинәнес тә, мәрәкә лә ине.
ижадхана
ҺӘР ОБРАЗЫ АША СӘХНӘНӘН ТОРМОШ ДӘРЕСЕ БИРӘ УЛ
"Хыялыңда ниндәй образ йөрөтәһең?" тигән һорауға яуап бирергә ҡыйынһынды шулай ҙа Гөлфирә. "Ниндәй роль бирәләр, шуны уйнайым", - тиеү менән сикләнде.
яулыҡ мәктәбе
ЯУЛЫҠ - БАШЫБЫҘ ҠАЛҠАНЫ
Яулыҡ - башҡорттарҙа иң киң таралған баш кейеме. Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә - сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан, зәхмәттән һаҡлаған.
геройҙар дәүере
БЕҘ - ЛАЙЫҠЛЫ ВАРИҪТАР
Сәнғәтте аңлау һәләте менән бүләкләнгән кеше әхлаҡи яҡтан юғарыраҡ үрләй, тимәк, бәхетлерәк тә була. Эйе, бәхетлерәк! Сөнки сәнғәт аша донъяны таный белеү һәләтенә эйә кешегә йәшәүе еңелерәк.
әйтәгүр!
БЕҘҘЕҢ ФАКУЛЬТЕТ БЫЛ!
Быйыл Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт теле факультеты ойошторолоуға - 95 йыл, башҡорт теле, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына 35 йыл тулды.
|