«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№34, 22 - 28 август, 2015

КӨНЬЯҠ БИТЛӘҮ ЯҢЫРТЫЛАСАҠ

Киләсәктә баш ҡаланың Көньяҡ битләүен тап ошолай төҙөкләндерергә уйлайҙар. Яңы проект авторҙарының ниәте буйынса, иҫке, бәләкәй өйҙәр урынына тау башында балҡып торған ҡала ҡалҡып сығасаҡ.
Өфө ҡалаһының Көньяҡ битләүен төҙөкләндереү проектының төп маҡсаты - заман кешеһенең бөтә талаптарына яраҡлаштырып эшләнгән уңайлы архитектура мөхите барлыҡҡа килтереү. Ярҙың киртләс урындарында юлды ерҙең рельеф үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һалыу, ҡалҡыулыҡтарҙың һөҙәк биттәренә терәүҙәр ҡуйыу һәм йәшелләндереү, быға тиклем үҫеп ултырған ағас һәм башҡа йәшеллекте мөмкин тиклем һаҡлау ҡаралған. Йылға буйына оҙон бер юл һалып, унда велосипедта йөрөүселәр, йәйәүлеләр өсөн махсус һуҡмаҡтар билдәләп, ял итеү һәм һыуға төшөү урындары эшләнәсәк. Йылға буйына баҫҡыс буйлап ҡына түгел, фуникулёрҙар ярҙамында ла төшөргә мөмкин буласаҡ. Фуникулёрҙың береһе Салауат Юлаев һәйкәленә яҡын урында, икенсеһе Аҡ йорт тирәһендә төҙөлә. Әйтеүҙәренсә, был районда бейек йорттар төҙөлмәйәсәк, улар 5-8 ҡатлы буласаҡ. Торлаҡ йорттарҙан тыш, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында магазиндар, матурлыҡ салондары, офис биналары һ.б. объекттар төҙөләсәк.
Әйткәндәй, был территорияға ингән өйҙәрҙең бөтәһен дә һүтмәйҙәр. Мәҫәлән, Өфө етәкселәре әйтеүенсә, Гоголь урамы буйлап урынлашҡан 1-се йортта киләсәктә Федор Шаляпиндың йорт-музейын асыу планлаштырылған. Шулай уҡ билдәле Өфө рәссамы Александр Тюлькиндың да йорт-музейы һаҡлап ҡалынасаҡ.

тураһын әйткәндә...
ҮҘ КИНОБЫҘҘЫ КҮРГЕ КИЛӘ

Ни өсөн төрөк, ҡаҙаҡ, монгол халыҡтарының донъя кимәленә сығарыр кинолары бар ҙа, беҙҙеке юҡ? Республикабыҙҙа кино сәнғәтенең 25 йыллығы билдәләнгән был көндәрҙә ошолар хаҡында ла уйланһындар ине.

халыҡ тауышы
АУЫЛДАРҘЫ БӨЛДӨРӨҮМЕ БЫЛ?

Салауат районындағы тыуған ауылым Илсекәйҙә 1975 йылда нисәмә быуын ауылдаштарымдың хыялы булған мәктәп бинаһы төҙөлгәйне. Дүрт тиҫтә йыл эсендә матур йылъяҙмаһын яҙҙы, күркәм традицияларға байыны ул.

ата-әсәләр йыйылышы
БАЛА ТӘРБИӘЛӘРГӘ ӨЙРӘТМӘКСЕЛӘР…

Аҡыллы сиктәрҙә ата-әсә балаһына хужа һәм яуаплы булырға тейеш. Ул һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә ниндәйҙер кимәлдәге ҡатылыҡтың зыян иткәне юҡ. Беҙҙе бала саҡта кәнфиткә йәки яңы әйбергә алдаштырып эшләтмәнеләр.

шәхестәребеҙ
МӨХӘМӘТХАН ҠУЛАЕВ

Башҡортостанда йәшәмәһә лә, һәр ваҡыт тыуған ере менән ҡыҙыҡһына, унда ҡайта алмауына көйөнә. 1917 йылда көтмәгәндә тарихи ваҡиғаларға ҡушылып китә һәм мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.

диалог
ХАЛЫҠТЫ ХАЛЫҠ ИТКӘН ТЕЛ, ЙӘКИ УНЫ ЯҠЛАУ КЕМДӘР ИҢЕНДӘ?

Федераль стандарттар туған телдәрҙе өйрәнеү, этномәҙәни ерлектә тәрбиә алыу хоҡуғын инҡар итмәй. Тимәк, мәктәптәрҙә туған тел, тормош һабаҡтары, Башҡортостан әҙәбиәте һәм тарихы дәрестәре лә үткәрелергә тейеш.

яҙыусыға өс һорау
ИЖАД ЮЛЫН ҺАЙЛАП БУЛАМЫ НИ?

Был моңдо тыңламаған, тыңлаһа ла ҡабул итә алмаған кеше донъяла иң бәхетһеҙелер. Сөнки йыр бәхетһеҙлек хаҡында, ә бәхетһеҙлекте күрмәгән йәки аңламаған кеше хатта үҙ бәхетен дә тоймай һәм белмәй.

ағинәйҙәр ҡоро
ДОНЪЯ ДИЛБЕГӘҺЕН АҠҺАҠАЛДАРҒА ТАПШЫРЫРҒА ӘҘЕРҘӘР

Халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләү ир-егеттәр елкәһенә лә һалынған, ошо яуаплылыҡты ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иңенә алып уҡ бөтмәһен ине. Ағинәйҙәрҙең төп бурысы - эште ойоштороп, яйға һалып ебәреү.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru