БӘХЕТ ТУЛҠЫНЫ
ЗАТОНДА ҠАҠТЫ!
Өфө райондарында парктар төҙөкләндереү, скверҙар булдырыу, ғөмүмән, заманса уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу буйынса алып барылған эштәр тураһында ишетеп тораһығыҙҙыр. Был юлы Ленин районының Затон биҫтәһендә йәшәүселәргә ысын мәғәнәһендә бәхет йылмайҙы!
18 мартта үткән ил президентын һайлауҙар менән бер рәттән, быйыл тәү сиратта төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәһендә "Тулҡын" скверының икенсе урын яулауы биҫтә халҡы өсөн үтә лә ҡыуаныслы булды. Ни тиһәң дә, ул бындағы халыҡ өсөн берҙән-бер ял итеү урыны булып тора. Унда даими рәүештә тотош район халҡы ҡатнашлығында тиерлек мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыла. Төҙөкләндереү иһә Затон биҫтәһендә йәшәүселәргә тағы ла яңы мөмкинлектәр бирер, аныҡлап әйткәндә, балалар, ғаилә менән матур һәм күңелле ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр асыр, моғайын. Сөнки, вәғәҙә итеүҙәренсә, эш комплекслы алып барыласаҡ. Ғәҙәттәгесә инеү урынын, яҡтыртыу ҡорамалдарын, эскәмйәләрҙе, сүп һауыттарын яңыртыу менән бер рәттән, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юлдар булдырыласаҡ, балалар ҡаласығы төҙөләсәк. Шулай уҡ параллель рәүештә халыҡты спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу мәсьәләләре лә бер ыңғай хәл ителер тип көтөлә.
килешмәйем!
НИМӘ АШАҒАНЫҢДЫ ӘЙТҺӘҢ КЕМ ИКӘНЛЕГЕҢДЕ ӘЙТӘМ
Бер ҡытай кешеһенең нисек кәбеҫтә эшләгәне тураһында видеоролик ҡарағас, яратып ашаған Пекин кәбеҫтәһе тап шундай яһалма юл менән эшләнмәнеме икән, тип шикләнеп ҡуйҙым. Күптәрҙең күҙ алдында Ҡытай ашнаҡсыһы үҙ ҡулдары менән бер күсән әүәләне лә ҡуйҙы. Улай ғына ла түгел, йәшелсәне турап та күрһәтте.
ҡала хакимиәтендә
ХЕҘМӘТКӘ ҺӨЙӨҮҘЕ ЛӘ УҠЫТЫУСЫ ТӘРБИӘЛӘЙ
Бөгөн эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған 5000 кешегә хеҙмәт баҙарында 17 мең вакансия бар һәм был былтырғынан 30 процентҡа күберәк. Эшһеҙ статусында булыусыларҙың 45,8 проценты юғары профессиональ белемгә эйә.
өфө мәктәбе
СИФАТЛЫ МИЛЛИ МӨХИТ БАЛАНЫҢ ШӘХЕС ДӘРӘЖӘҺЕН ТӘРБИӘЛӘЙ
Үҙ баламды милли мөхиттә уҡытам, туған телен йәки туған тел булмағанда ла башҡорт телен өйрәнеүен теләйем, тигән атай-әсәйҙәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәбеҙ һәм конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырабыҙ.
тел төбө - хазина
БАШҠОРТ ИР-ЕГЕТЕ АТТАН АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ
Көҙ тыуған ҡолондарҙың ҡайһылыр берәүһе ҡаты ҡышты үткәрә ала, иҫән ҡала. Бына ошо ҡолон иҫ киткес сыҙам, иҫ киткес көслө мал булып үҫә лә инде. Шуларҙы толпар тип атап йөрөткәндәр.
шәхескә өс һорау
БАЛАЛАРЫМА ЛА ТАМАШАСЫМА ЛА КӘРӘКМЕН ӘЛЕ
Сөнки театр - тере организм, ул артисты ғазаплай, ыҙалата. Образыңды таба алмау - бер, унан тыш, үҙ-ара мөнәсәбәттәр бар. Әммә һөнәргә һөйөү һүнмәй, театрҙың тартыу көсө низағтарға ҡарағанда ла көслөрәк.
көн күргән шөғөл
УМАРТАСЫҒА БАЛ ҠОРТОНОҢ ТОҠОМОН БЕЛЕҮ ҘӘ МӨҺИМ
Бөгөн бөрйән ҡортоноң тоҡом сифаттарын һаҡлау һәм яҡшыртыу ғына төп маҡсат булып тормай. Хәҙер сит ҡорттар менән буташҡандарын төҙәтеү, бөрйән ҡортоноң таралыу даирәһен киңәйтеү кеүек мәсьәләләр мөһим.
афарин!
ҒӘҘӘТИ ВАҠИҒАҒА ЯҢЫСА ҠАРАШ
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында - яңы премьера. Драмеди, йәғни комедия-драма жанрындағы "Йәшәгән ти..." спектакле, тәү ҡарашҡа, ябай кешеләрҙең ябай тормошо тураһында һөйләй кеүек.
|