«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ИР-ЕГЕТЕ АТТАН АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ
+  - 



XX быуатҡа тиклем башҡорттарҙың төп шөғөлдәренең береһе йылҡысылыҡ булған. Башҡортостандың тәбиғәте лә, башҡорт атының үҙенсәлеге лә йылҡысылыҡтың меңәр йылдар дауамында башҡорт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып ҡалыуына мөмкинлек биргән.

Башҡорттар тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәр ҡалдырған боронғо грек тарихсыһы Геродот та (бынан 2 мең йыл ярым элек йәшәгән), ғәрәп илсеһе Ибн-Фаҙлан да (11 быуат элек), XVII-XVIII быуаттарҙағы урыҫ ғалимдары, сәйәхәтселәре, яҙыусылары ла башҡорт көнитмешенең нигеҙендә йылҡысылыҡ ятыуын билдәләгән. Быны үҙебеҙҙең фольклор ҙа ҡеүәтләй. Эпостар, әкиәттәр, йырҙар, мәҡәлдәребеҙ "ир-егеткәй менән ат башы"ның мәңге бергә булыуын раҫлап ҡына торалар. Башҡорт кешеһе йылҡы һәм ат төшөнсәһе араһына тигеҙлек билдәһе ҡуймаған. Ат - ул өйрәтелгән йылҡы малы. Ул хужалыҡта менеү, егеү өсөн файҙаланыла. Ул - хеҙмәтсе. Ә йылҡы - ул өйрәтелмәгән, иректә йөрөгән өйөр, ул мөлкәт, байлыҡ. Атты кеше ҡарай, ашата, һуғара, аҙбарҙа тота. Ә йылҡы ҡырҙа, ҡышын тибендә йөрөй. Ул ярым ҡырағай хайуан, үҙен-үҙе аҫрай. Уны көтмәйҙәр ҙә. Йылҡы өйөрөн айғыр көтә. Башҡорт телендә "өйөр айғыры" тигән төшөнсә лә әлегә тиклем һаҡланып килә. "Иректә йөрөгән йылҡы өйөрҙәре ниңә әллә ҡайҙарға сығып китмәгән, ниңә бөтөнләйгә ҡырағайға әйләнмәгән һуң?" тигән һорау тыуа. Ә яуабы ябай ғына. Һәр хужа өйөрөнә (өйөрҙәренә) билдәле бер урында ғына, ғәҙәттә, үҙ йорто янында, ялатырға тоҙ биргән. Һәм йылҡы малы өсөн тәүге тапҡыр тоҙ ялаған урын тыуған ергә әйләнә. Тоҙ ялау теләге тыуған һайын, шул урынға әйләнеп ҡайта. "Ситтән ат алма" тигән мәҡәл йылҡы малының ошо үҙенсәлегенә, йәғни тәүге тапҡыр тоҙ ялаған урынына барыбер әйләнеп ҡайтасағына ишара яһай. "Тоҙ ялау", "тоҙ ялатыу" күренеше башҡорт тормошона шул тиклем ныҡ ингән, бынан бер нисә тиҫтә йылдар элек кенә әле бер урынға йыйылып, һөйләшеп торған ирҙәрҙе күргән ҡатындар: "Нимәгә йыйылдығыҙ, тоҙ ялаталармы әллә?" - тип тәләкәләй торғайны.
Йылҡысылыҡ иң төп шөғөлдәрҙең береһе булғанға күрә, башҡорт телендә уға ҡарата йөҙәрләгән һүҙ тыуған. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа күрә, ул һүҙҙәрҙең байтағы ҡулланылыштан сыҡҡан, онотолған, юғалған. Элегерәк ҡайһы бер ғалимдар, башҡорт телендә йылҡы төҫтәрен белдергән йөҙҙән артыҡ һүҙ булған, тип әйтә торғайны. Башҡорт теленең ике томлыҡ ҙур һүҙлегенә шул йөҙ терминдың 42-һе генә индерелгән. Бөгөн шуларҙың да тиҫтәләбе генә, бәлки, ҡулланылһа, ҡулланылалыр. Йылҡы малы төҫөн белдергән һүҙҙәрҙең икенсе мәғәнәлә ҡулланылыу осраҡтары бар. Мәҫәлән, һабантуйҙарҙа ат сабышын, хәҙер саптарҙар ярышы башлана, тип иғлан итә башланылар. Ә бит саптар - ул ат төҫө. Ялы, ҡойроғо сал, үҙе ерән атҡа саптар тиҙәр. "Сап" һүҙен "сабыу, сабыш" һүҙҙәренә оҡшаталар ҙа, саптарҙы урыҫ телендәге скакунға әйләндерәләр. Ә башҡорт телендә ошо мәғәнәләге сапҡыр тигән иҫ киткес матур һүҙ бар. Шуға күрә, дөрөҫө "саптарҙар ярышы" түгел, "сапҡырҙар ярышы" була. Халыҡ шағиры Хәсән Назар ошо ике һүҙҙе бына нисек матур итеп ҡулланған:

Үрәпсеп тора үрләстә
Ҡырас яллы саптарым.
Зыңҡылдата өҙә баҫыр,
Саҡма сағыр сапҡырым.

Башҡорт халыҡ йырҙарында ла ат төҫтәрен белдергән бик күп һүҙ һаҡланып ҡалған. Бына шуларҙан бер нисә генә миҫал ҡарайыҡ.

Салауат менгән, ай, кираттың,
Күкрәк түшкәйҙәре киң икән... ("Салауат")

Ерәнсәй ҙә менеп, елән кейеп
Йөрөһәң ине, Саңды үҙәкте буйлатып... ("Саңды үҙәк")

Урал ғына тауҙың көн битендә
Турсанай ҙа аттың саңдауы... ("Турсанай")

Минең генә менгән, ай, туратым,
Яр ағалап осҡан ҡош кеүек... ("Кәкүккәй")

Бүртә аттар менеп, бүреләр ҡыуа
Башҡорттарҙың ата балаһы
("Исламғол")

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның
Маңлайында булыр урайы...
("Ҡаһым түрә")

Ялан ғына ерҙә бер юртамын
Ҡыҙыл туры бурыл ат менән... ("Юныс")

Менгән атҡайҙары ҡан ерән... ("Муса").
Башҡорттарҙа атҡа ҡушамат биреү тәртибе булмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йөҙәрләгән йылҡы малы араһынан үҙенә кәрәклеһен малдың төҫө, йәше, енесе буйынса һүрәтләгән һүҙ буйынса таба алған башҡорт. Мәҫәлән, "Өйөрҙән ҡоба туры дүнәженде алып ҡайт әле" тигәнде ишеткән кеше, "Дүрт йәшлек аҡһылланып торған туры бейәне тот", тип аңлай. Ғүмер буйы йылҡы көткән кеше малға бер ҡарау менән ниндәйҙер билдәләре буйынса уның йәшен дә билдәләй алған. Шуға ла йылҡы малының йәшен белдерә торған һүҙҙәр телебеҙҙә күп булған һәм уларҙың байтағы әле лә ҡулланылыштан төшмәгән. Ҡарайыҡ әле: ҡолон, ҡолонсаҡ, ҡолоҡай (тыуғандан алып алты-ете айға тиклем), ябаҡ, ябаға (ете айҙан бер йәшкә тиклем), тай (бер йәштән йәш ярымға тиклем), ҡырҡмыш тай (ике йәшлек айғыр), байтал (ике йәшлек бейә), ҡонан (өс йәшлек айғыр), ҡонажын (өс йәшлек бейә), дүнән (дүрт йәшлек айғыр), дүнәжен (дүрт йәшлек бейә), тулаҡ (биш йәшлек айғыр, тай-тулаҡ һүҙендә һаҡланған), тыуар (алты йәшлек айғыр, мал-тыуар һүҙендә һаҡланған).
Башҡорт телендә атты саҡырыу ымлығы ла юҡ. Ә бит бөтә башҡа йорт хайуандарын һәм ҡоштарын саҡырыу ымлыҡтары бар. Мәҫәлән, һәү-һәү-һәү (һыйыр саҡырыу), бәр-бәр-бәр (һарыҡ саҡырыу), тип-тип-тип (тауыҡ саҡырыу). Ә ниңә атҡа саҡырыу һүҙе юҡ һуң? Беренсенән, ат саҡырһаң да килмәй. Икенсенән, атты саҡырмайынса ғына барып тотаһың, ғәҙәттә, ат үҙ эйәһенән ҡасмай. Өсөнсөнән, өйөрҙә йөрөгән йылҡы малының кәрәклеһен ҡороҡ менән тотҡандар.
Башҡорт телендә аттың эшен, хәрәкәттәрен белдергән һүҙҙәр ҙә бик күп. Мәҫәлән, юрта (ҡайһы бер һөйләштәрҙә юғырта; йүгерә һүҙе менән туған икәнде күрһәтеп тора), саба, юрғалай, йоморая (ҡолаҡтарын ятҡырып, асыуланғанын күрһәтә), кешнәй, сапсый (алғы тояҡтары менән ергә һуға), үрәпсей (алғы аҡтарын күтәреп, артҡы аяҡтарына ғына баҫа), сығынлай (егелгән аттың тыңлашмауы), саға (алғы аяғы менән тибә), юшай, ҡолонлай, бышҡыра, аунай, һөрөнә һ.б.
Шулай уҡ кешенең атҡа ҡарата эш-ғәмәлдәрен белдергән һүҙҙәр ҙә байтаҡ: егә, менә, атлана, эйәрләй, тышаулай, тышай, һуғара, өйрәтә, шаҡара (егелгән атты бер яҡ тәртәгә башын бороп бәйләп ҡуя), менгәшә, ауыҙлыҡлай, ҡороҡлай, туғара. Ыңғайҙан толпар һүҙенә лә иғтибар бүләйек әле. Бөгөн был һүҙ ҡанатлы ат мәғәнәһен алған. Ә элек ул бик тә сыҙам, түҙемле, көслө атҡа ҡарата әйтелгән. Билдәле булыуынса, башҡорт аттары яҙ ҡолонлай. Тәбиғәт уны шулай яралтҡан. Далала, тибендә ҡыш үткәрергә тейешле ҡолон, көҙгә тиклем нығынып, һыуыҡтар етеүгә баҡта сығарып өлгөрөргә тейеш. Шул саҡта улар һыуыҡҡа бирешмәйенсә, ҡыш сығалар. Ләкин тәбиғәт тә ҡайһы саҡта яңылыша. Бик һирәк осраҡтарҙа ҡолон яҙ түгел, ә көҙ тыуа һәм һыуыҡ ҡышҡа тиклем баҡта сығара алмай ҡала. Тәбиғи, "йылы тун"һыҙ ҡалған ҡолондоң яҙмышы аяныслы, ул һалҡынды күтәрә алмай, үлә. Шулай ҙа, бик һирәк булһа ла, ошо көҙ тыуған ҡолондарҙың ҡайһылыр берәүһе ҡаты ҡышты үткәрә ала, иҫән ҡала. Бына ошо ҡолон иҫ киткес сыҙам, иҫ киткес көслө мал булып үҫә лә инде. Шуларҙы толпар тип атап йөрөткәндәр. Ошо көслө, түҙем аттарға бирелгән толпар һүҙенә аҙаҡтан шағирҙарҙың тырышлығы менән "ҡанатлы" мәғәнәһе лә өҫтәлеп китә.
Башҡорт әкиәттәрендә йыш ҡына шундай хәл ҡабатлана. Әкиәт батырына кемдер берәү былай ти: "Өйөргә бар һәм йүгәнеңде шалтырат, ҡайһы мал әйләнеп ҡарай, шуны йүгәнләрһең". Егет өйөр янына килеп, йүгәнен шалтыратҡас, уға баҡталары ҡойолмаған алама ғына тай әйләнеп ҡарай. Егеткә ул оҡшамай, тағы шалтырата - шул уҡ хәл, өсөнсө тапҡыр ҙа шул тай әйләнеп ҡарай. Егет, яҙмышына буйһоноп, баяғы тайға йүгәнен кейҙерә, һәм ни ғәжәп: тайҙың баҡталары шунда уҡ ҡойола, ә үҙе толпарға әйләнә.
Башҡорт аты ғына түгел, башҡорт һыбайлыһы ла ғәжәп һәләттәргә эйә булған. Малайға өс йәш тулыу менән уны атҡа мендергәндәр. Һәм ғүмеренең аҙағына тиклем башҡорт кешеһе аттан "төшмәгән". Башҡорт кешеһенең һыбай йөрөгәндә арымауына, текә тауҙарҙан төшкәндә лә ат өҫтөндә ҡалыуына, һаҙлыҡ, керәкәләрҙе лә һыбай килеш үтеүенә Башҡортостанға килеп, уны тикшереүсе-сәйәхәтселәр, тарихсылар, яҙыусылар шаҡ ҡатып һоҡлана торған булған. Бөтә Европаны ат өҫтөндә үтеп, Сена йылғаһында, унан йөҙ утыҙ йыл үткәс, "Висла, Одер, Дунай тигән алыҫ ярҙарҙа" меңәрләгән милләттәштәребеҙҙең ат эсереүе шуны раҫламаймы ни? Башҡорт егете өсөн, Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, "аты йығып ҡасыуҙан" да хурлыҡлыраҡ хәл булмаған. Бөгөнгө һабантуйҙарҙа, сапҡырҙарына эйәрһеҙ ултырып сабышҡан малайҙарҙы күрһәң, халҡыбыҙҙың ошо боронғо шөғөлөнөң бөгөн дә һаҡланыуына һөйөнөргә генә ҡала.

Вәкил ХАЖИН,
педагогика фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.18 | Ҡаралған: 918

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru