БЕРГӘ-БЕРГӘ
ФЕКЕР ҠОРАЙЫҠ!
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланыуға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды. Һуңлап ҡалмағыҙ. 50665 индекслы "Киске Өфө"гә - 545 һум 76 тингә яҙылып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ: бүләкле булыу мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Йыл аҙағына тиклем квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ", Тамара Ғәниеваның "Ғүмер кисеүҙәре", Рәшит Назаровтың "Ер һәм йыһан йыры", Ә. Әсфәндийәровтың "История сел и деревень Башкортостана", Нияз Мәжитовтың "История Башкортостана", "Антология поэзии Башкортостана", башҡортса "Дини календарь", 2016 йылға "Мәктәп календары", Рауфан Мортазиндың "Космоэнергетика һәм сәләмәтлек" китаптарын алып шатланыуы ихтимал. Әйҙәгеҙ, кем алыҡ?
- Ә кемдәрҙе бүләктәр ҡыҙыҡһындырмай, улар беҙгә тыуған көндәрен хәбәр итһен. Гәзитебеҙ аша гәзит уҡыусыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлау - беҙгә лә мәртәбә, һеҙгә лә шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәр.
- "Киске Өфө" - бүләгем" акцияһы ла дауам итә. Уға ҡушылып, ауылдарҙағы туғандарығыҙға, атай-әсәйҙәргә, мәсеттәргә, таныштарығыҙға гәзитебеҙҙе яҙҙырып шатландырығыҙ.
- Беҙҙең сайт: www.kiskeufa.ru. Беҙҙең электрон почта: kiskeufa@mail.ru. Беҙҙең блог: blog.kiskeufa.ru.
Бергә булайыҡ, бергә-бергә фекер ҡорайыҡ, донъя хәтәрҙәрен, борсолоуҙарҙы бергә еңәйек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
килешмәйем!
МАШИНАҢДАН ТӨШ ТӘ ЙӘЙӘҮ АТЛА!
Машина кәрәк, һүҙ ҙә юҡ, йәшәгән урындан ситтә ятҡан алыҫ араларҙы яҡынайтыу өсөн. Ә бына ҡала эсендә машиналы кешеләр бик ҙур проблема тыуҙыра: экологияны бысрата, туҡтауһыҙ авариялар һәм тығындар яһай, йәйәүлеләргә ҡамасаулай...
етәксе һүҙе
ҮҘЕҢДЕ ҠУНАҠ ИТЕП ТҮГЕЛ, ХУЖА ИТЕП ТОЙ!
Ҡала башлығы тарафынан "100 парк һәм сквер" исемле программа билдәләнде. Уға ярашлы, ҡаланың бөтә райондарында ла яңы парктар һәм скверҙар асыласаҡ, ә булғандары яңыртыласаҡ.
афарин!
ӨЛГӨ АЛЫР ШӘХЕСТӘР БАР
Ете команда волейболда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге күсмә кубок өсөн көс һынашһа, батырҙар кемдең беләк һәм бил көсө ҡеүәтлерәк икәнлеген гер күтәреп һынаны.
китабеннас
ҠӨРЬӘН ҺҮҘЕ ЙӨРӘКТӘРҘЕ ЯУЛАУЫН ДАУАМ ИТӘ
Беҙ тауға уларҙы үҙ ихтыярынан тыш менергә мәжбүр иткәнбеҙ; бер кәрәкһеҙгә һәм бер ниндәй нәҙер әйтмәйенсә генә ағас һындырып, икенсе енәйәт ҡылғанбыҙ икән; был улар өсөн эҙһеҙ үтмәйәсәк.
диалог
БЕҘ БӘХЕТЛЕ ХАЛЫҠ – БАЛАЛАРЫБЫҘҒА ҺӨЙЛӘР ЭПОСТАРЫБЫҘ, ӘКИӘТТӘРЕБЕҘ БАР
Матбуғат саралары ла, ҡурай тураһында яҙыусы башҡалар ҙа һәр һүҙенә иғтибарлы булһын ине. Сөнки даими рәүештә ҡурайҙы "башҡорт-татар музыка ҡоралы" тип яҙалар. Был бик ҙур хата һәм төптө ялған.
йыл ваҡиғаһы
"КӨМӨШ АҠБУҘАТ" РУХИ ҠИММӘТТӘРГӘ НИГЕҘЛӘНДЕ
Быйылғы фестиваль бар халыҡтар өсөн дә ерҙәге тыныслыҡтан да ҙурыраҡ бәхет юҡ һәм булмаясаҡ икәнен хәтеребеҙгә тағы бер ҡат төшөрҙө. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов та үҙенең сығышында халыҡтарҙың уйҙары, күңелдәре төрлө булыуын, әммә бер үк ваҡытта беҙҙең ни тиклем оҡшаш икәнебеҙҙе аңлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
яҙыусыға өс һорау
АҠЫЛЛЫ КЕШЕ БАШҠАЛАР ТӘЖРИБӘҺЕНДӘ ӨЙРӘНӘ
Бына ни өсөн балалар әҙәбиәте ябай һәм ихлас булыуы менән алдыра - балалар алдаша белмәй. Ғөмүмән, шиғриәт һәр ваҡыт ысын кисерештәрҙе ихласлап һүрәтләүе менән прозанан айырылып торҙо.
тәүбә
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
Тимәк, эскән кеше Аллаһы Тәғәлә һыҙған юлдан түгел, Иблистекенән үтә һәм уның ғүмере хата булып сыға. Кем эсә, ул дөрөҫ йәшәмәй, тигәнде аңлата был билдәләмә. Күпме икән Ер йөҙөндә үҙ ғүмере, үҙ яҙмышы менән йәшәмәүселәр?
ышанһаң-ышан…
ЭШ ЫРАТҠАН - УҢЫР, ЮРАҒАНЫ ЮШ КИЛЕР
Бында йондоҙҙарҙың нисек урынлашыуы түгел, ә бөтә нәмәнең дә үҙебеҙҙең аңыбыҙға бәйле булыуын аңлау төп шарт. Үҙебеҙҙең көйләнешебеҙ һәм ғәмәлдәребеҙ үҙгәрештәрҙең ыңғаймы әллә кирегәме китеүенә сәбәп буласаҡ.
һай! һай! һай!
ТАМАШАСЫҢ КӨЛМӘЙМЕ? ТИМӘК, ЮМОРЫҢДЫ ШЫМАРТАҺЫ БАР!
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының беренсе сирек уйыны үтте. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәскәү ҡалаларынан һәм Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Ейәнсура, Ғафури райондарынан бөтәһе ун команда ҡатнашты.
|