Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ҮҘЕҢДЕ ҠУНАҠ ИТЕП ТҮГЕЛ, ХУЖА ИТЕП ТОЙ!
|
Ҡала ғәҙәттәре сәйер. Дөрөҫөрәге, ҡала кешеләренең ғәҙәттәре сәйер. Йәшәгән йорто эргәһендә берәй сүп ятһын, уны эйелеп алмай шул йортта йәшәгән кеше, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, унда эшләгән кешеләрҙе тәнҡитләргә тотона. Ул хатта йорто подъезындағы таҙалыҡ, тәртип өсөн дә үҙендә яуаплылыҡ тоймай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эшләгәндәр уның өсөн таҙартырға ла, һеперергә лә, йүнәтергә лә, яңыртырға ла тейеш. Эйе, бөгөн иң күп әр һүҙҙәре ошо тармаҡҡа эләгә. Ләкин тармаҡ эшләй, заман менән бергә үҙгәрә, талаптарға яуап бирергә тырыша икәнен күрергә теләгән һәр кем шәйләй ала. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Сәхи улы ХӨСӘЙЕНОВ менән баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү буйынса атҡарылған ҡайһы бер эштәрҙе барлайбыҙ.
Салауат Сәхи улы, Һеҙ баш ҡала хужалығының иң ауыр тармаҡтарының береһе өсөн яуаплыһығыҙ. Алдағы бер-ике йылда был өлкәлә ниндәй йүнәлештәр өҫтөнлөклө урын алып торасаҡ?
- Эшмәкәрлегебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше - ҡаланың төньяҡ өлөшөн үҫтереү һәм төҙөкләндереү. Был йүнәлештә эштәр бөгөндән үк әүҙем алып барыла. Мәҫәлән, Беренсе май урамындағы "Еңеү" паркы төҙөкләндерелде, элекке С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы фонтанды реконструкциялау буйынса эштәр тамамланды, Индустриаль шоссе - С. Богородская - Невский урамдары саттары киңәйтелде. Шулай уҡ "Ҡала электричкаһы" программаһына ярашлы, "Спортивная" туҡталышына алып барыусы юлды төҙөү ҙә тамамланыу алдында. Ҡала округы хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы тарафынан Интернационал, Вологодская, Беренсе май (Комаров урамынан Тыныслыҡ урамына тиклем) урамдарындағы юлдарҙы төҙөкләндереү эше алып барыла, Дежневский һәм Шумавцов юл үткәргестәрендәге уңайһыҙ урындар йүнәтелде.
Һуңғы йылдарҙа ҡаланы төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылды, ләкин алдыбыҙҙа тағы ла ҙур бурыстар тора. Әлбиттә, был эштәрҙе бер-ике йылда ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел, шуға күрә ҡала башлығы тарафынан "100 парк һәм сквер" исемле программа билдәләнде. Уға ярашлы, ҡаланың бөтә райондарында ла яңы парктар һәм скверҙар асыласаҡ, ә булғандары яңыртыласаҡ. Шулай уҡ Өфө һәм Өфө райондарында тышҡы яҡтыртыу системаһын модернизациялау һәм яңы селтәрҙәр төҙөү буйынса ла эшмәкәрлек алып барыла.
Һуңғы егерме йылда ҡала хужалығының инфраструктураһы хәтһеҙ генә үҙгәрҙе. Был нимәгә бәйле һәм ул ҡала хужалығы эшмәкәрлегенең төп проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ итәсәкме?
- Егерме йыл элек торлаҡ фондты ҡарау һәм уның менән идара итеү муниципаль ойошмалар өҫтөндә булһа, 2005 йылда РФ-ның Торлаҡ кодексы ҡабул ителгәндән һуң, күп фатирлы йорттарҙа милек эйәләренең роле артты. Әгәр ҙә 2010 йылда Өфөлә яҡынса 40-лап идара итеү ойошмаһы һәм торлаҡ милекселәренең 60 ширҡәте эшләһә, бөгөнгө көнгә иһә ҡалала 76 ТСЖ һәм 100 идара итеү ойошмаһы теркәлгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә алып барылған реформа маҡсаттарының береһе булып һөҙөмтәле конкурентлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү тора. Был, үҙ сиратында, торлаҡ милекселәренә заманса талаптарға яуап биреүсе идара итеү ойошмаһын һайлау мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ был торлаҡ фонды менән идара итеү, ремонтлау һәм тәьмин итеү сифатын яҡшыртыуҙа ла үҙенең ыңғай ролен уйнаясаҡ.
Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында ниндәй яңы технологиялар ҡулланыла?
- Был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, торлаҡ йорттарҙағы яҡтыртыу системаһы модернизациялана. Хәҙер күпселек йорттарҙың дөйөм ҡулланыу урындарын яҡтыртыу өсөн энергия һаҡлаусы, фотореле (көн - төн), энергияны әҙерәк ҡулланыусы светодиод яҡтыртҡыстар, хәрәкәт итеү датчиктары ҡуйылған. Шулай уҡ йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеүҙә лә күп кенә яңылыҡтар бар.
Урам һепереүселәрҙең ҡул хеҙмәтен еңеләйтеү маҡсатында ҡышҡыһын йорт алдарын йыйыу өсөн бәләкәй габаритлы техникалар һатып алына. Бөгөнгө көндә ҡалала ошондай 18 техника ҡулланыла. Ихаталарҙың еңел автомобиль менән тулы булыуын иҫәпкә алғанда, бындай төр техниканың әһәмиәте ҙур.
Мәғлүмәти инфраструктура төҙөү сиктәрендә Өфө - Аэропорт юлында юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған рәүештә идара итеүҙе күҙаллаған ҡоролмалар урынлаштырыу өсөн 7 яңы металл конструкция урынлаштырылды. Руль артындағыларға мәғлүмәтте 65 идара итеү знагы һәм 12 динамик мәғлүмәти табло еткерә. Юл хәрәкәте менән идара итеү автоматлаштырылған системала булыуы уны берҙәм үҙәктән контролдә тоторға, таблоға төрлө, шул иҫәптән һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирергә мөмкинлек тыуҙыра.
ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәр-ҙәре бөтә донъянан килгән ҡунаҡтарға бынамын тигән хеҙмәтләндереү өлгөһө күрһәтә алды. Ошо хаҡта нимә әйтерһегеҙ?
- Саммиттарға әҙерлек барышында ҡаланың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу маҡсатынан Өфө ҡала хакимиәте тарафынан оло эштәр башҡарылды. 2012-2015 йылдар дауамында халыҡ-ара кимәлдәге сараны ҡабул итеү өсөн ҡаланың торлаҡ фонды, башлыса биналарҙың фасадтары, төҙөкләндерелде. Ошо ваҡыт арауығында Өфөлә яҡынса 650 торлаҡ йорт һәм бина фасадтары ремонтланды, 541 ихатала юлдарға асфальт түшәлде. Ә быйылғы йылдың апрель-июль айҙарында ҡала биләмәһендәге 500 мең квадрат метр урам-юл селтәрендә төҙөкләндереү барҙы һәм әлеге көндә лә был эш дауам итә. Сағыштырыу өсөн: 2014 йылдың төҙөлөш миҙгелендә был һан 517 мең квадрат метрға тура килә.
Хакимиәт алдында торған төп бурыстарҙың береһе - "Өфө - Аэропорт" автомобиль юлын өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеү магистрале кимәленә еткереү. Был эш уңышлы атҡарып сығылды. Шулай уҡ Чесноковка ҡасабаһы янында ике кимәлдәге транспорт саттары төҙөлдө, "Кооператив аҡлан", "Озерная", "Металл базаһы", "Ял кафеһы" янындағы йәмәғәт туҡталыштарында ер өҫтө үткәүеле эшләнде. Эштәр саммиттарға тиклем үк тамамланды. Халыҡ-ара саралар ваҡытында бөтә коммуналь хеҙмәттәр ҙә тәүлек әйләнәһенә эшләне. Коммуналь хеҙмәттәрҙең ойошҡан һәм бер яйға һалынған ритмда эшләүе ҡала һәм республика етәкселеге тарафынан оло баһаға лайыҡ булды.
Салауат Сәхи улы, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң таҙа һәм йыйнаҡ булыуы өсөн бар тырышлығын һала. Өфө халҡының да үҙҙәрен ошо ҡалала ҡунаҡ түгел, ә хужа булыуҙарын иҫтән сығармаҫҡа һәм үҙ йорттарын таҙалыҡта тоторға тырышыуҙарын теләйем.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1346
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|