АТАЙ-ӘСӘЙ ҒОРУРЛЫҒЫ
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Әмир Мәһәҙиев исемле малай йыйған аҡсаһын Махсус хәрби операция яугирҙарына тапшырған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һигеҙ йәшлек яҡташыбыҙҙың изге ғәмәле тураһында яҙа.
Артабан уҡырға
әйтер һүҙем...
ЙӘШТӘРГӘ ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ
Бер ни тиклем сик һаҡлаһаң, ара тотһаң, башҡа халыҡтар бына тигән ул. Улар менән дуҫлашабыҙ, бергә эшләйбеҙ, күрше булып йәшәйбеҙ. Барыһы ла яҡшы, тик ғаилә ҡорғанда түгел. Сөнки өй эсендә сиктәр юҡ.
донъя шаңдауы
ТОРБА ЭСЕНӘН - ДОШМАН ТЫЛЫНА
Рәсәй армияһы 10 мартта Курск өлкәһендә киң ҡолас һөжүмгә күсте һәм бындағы иң ҙур тораҡ пункт - Суджаны штурмлай башланы. Һуңғы ике көн эсендә Рәсәй яугирҙары ете тораҡ пунктын азат итеп, Суджа сигендәге шәхси секторҙа алыша.
афарин!
ИҢ ӘҮҘЕМ ӨС ТӨБӘК ИҪӘБЕНДӘБЕҘ
Илебеҙ хәүефһеҙлеге өсөн көрәшкә күтәрелгән бер мәлдә, Башҡортостан юғары әүҙемлек күрһәтә. Республикала генерал Шайморатов, Салауат Юлаев, Доставалов һәм башҡа геройҙар исемендәрен йөрөткән батальондар төҙөлдө.
белмәһәң - бел!
УЧАСТКАҢ ТАШЛАНДЫҠ ХӘЛДӘМЕ?
Яңы закон буйынса участканы артабан төҙөүгә әҙерләүгә өс йыл бирелә. Һүҙ территорияны сүп-сарҙан таҙартыу, рельефты тигеҙләү тураһында бара. Өс йыл үткәс, уны тәғәйенләнеше буйынса файҙалана башларға кәрәк.
тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
Обручев шәхси тормошонда бик һаран кеше була. Бер саҡ ул масленица байрамына һайлап саҡырылған интеллигенция вәкилдәрен Николаев урамы буйлап тау битенән санала шыуҙырып күңел астырыу маҡсатында сана-кәмә яһатырға ҡуша.
заман башҡорто
ТАРИХЫБЫҘ ТӘРӘН, УНЫ БАШҠАЛАР ҘА БЕЛҺЕН...
Ун дүрт йыл татар-монголдарҙы үҙ биләмәләренә индермәй алышҡан башҡорттар килешеү нигеҙендә Сынғыҙ хан империяһына инә һәм артабан уның яулау походтарында ҡатнаша, Козельскты алыуҙа ла була ата-бабаларыбыҙ.
Фәрзәнә Аҡбулатова
ТАШ ҠӘЛҒӘ - 3
Йоҡоға талған хәтеребеҙ ҡайсаҡ уяна ла түҙеп торғоһоҙ рәүештә намыҫыбыҙҙы ғазаплай башлай. Беҙ уны тиҙерәк кире йоҡлатырға ашығабыҙ. Бының өсөн бөтә шарттарҙы булдырғанбыҙ...
уйлыға...
ПИФАГОР ТЕОРЕМАҺЫ: НИСЕК БӘХЕТЛЕ БУЛЫРҒА?
Һин башҡаларға кәрәкле, файҙалы кешеһең - шуны хәтереңдән сығармау фарыз. Ә төп эшеңдән башҡа үҙеңә генә тәғәйен ижади донъяң бар икән - һин ысынлап та бәхетле кеше!
ил-йорт хәбәрҙәре
ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛҺЫН ҺӨЙЛӘШЕҮ
Сара төрлө һөнәр эйәләре, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың яҡындары, ағинәйҙәр ҡатнашлығында түңәрәк ҡор артында фекер алышыу форматында үтте.
шулай ҙа була
МИЛИЦИЯҒА ТОТОЛОУЫМ ХАҠЫНДА
"Кем һин, ҡайҙан?" тигәстәре, һис бер нәмә уйлап тормаҫтан, Медицина институтының студенты икәнемде әйтә һалдым. Уларҙың мине ысҡындырып ебәрәүҙәрендә шигем дә юҡ…
мосолман әҙәбе
ҒӘЙБӘТ ҺӨЙЛӘМӘЙЕК
Ғәйбәт һөйләү менән яла яғыусылар үҙҙәрен ике донъяла ла ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Кешенең итен ашау сирҡанысмы? Аллаһы Тәғәлә тарафынан кешене ашаусылар ниндәй оло язаға тарттырыласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
хәтерләп...
АБРУЙЫ - ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ
"Донъяны урап үткән ауыл ҡыҙы ғалим һәм кеше булып таныла, күренекле уҡытыусыларҙан белем ала һәм ғәҙәти булмаған кешеләр менән аралаша. Әлбиттә, мин бәхетле кеше!" - Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы үҙе тураһында шулай ти.
афарин!
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНАН УҠ ИР-ЕГЕТЛЕККӘ ҺЫНАУ ТОТАЛАР
Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын юғары баһалаған коллектив булараҡ, Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһы 2020 йылда "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан башланғыс алған "Урал батыр мәктәбе" проектын ғәмәлгә ашырыу эшенә әүҙем ҡушылды.
шәп яңылыҡ!
БАШҠОРТ АТЫНА - ГИМН!
Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында башҡорт аты гимны һайланды. Конкурс еңеүсеһе итеп бер тауыштан "Атайсал" ир-егеттәр ансамбле башҡарған "Йәшәһен башҡорт аты" йыры билдәләнде. Йырҙың һүҙҙәрен билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина, көйөн Рәмил Туйсин яҙған.
|